6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Сакаевтың суперҡыҙҙары
26.05.05


       Өфөнөң "Алиса" командаһы күсмә турнирҙа ярайһы уҡ яҡ шы һөөҙөмтә күрһәтеп, ҡуйылған маҡсатына өлгәште, буғай - ул суперлига " пропискаһын"
       һаҡлап ҡала алды. Хәҙер инде тыныс күңел менән киләһе миҙге лгә әҙерләнергә була, әйткәндәй, алдағы чемпионатҡа Айрат Са каев тәрбиәләүсе гандболсы ҡыҙҙарҙың перспективаһы яҡшы күре нә.
       "Алиса" - Башҡортостандан Рәсәй дивизионында сығыш яһаусы
       берҙән - бер ҡатын - ҡыҙҙар командаһы.
       Әлеге ваҡытта ҡыҙҙар көнөнә бер тапҡыр әҙерлек үтеүен дау ам итә. 30 майҙа ялға китәсәктәр һәм 11 июлгә тиклем улар ирекле ҡош. Артабан инде киләһе миҙгелгә план буйынса әҙерлек көтә. "Алисаның" баш тр енеры Айрат
       Сакаев әйтеүенсә, алдағы миҙгелдә команда күсмә турнирҙа ҡа тнашыуға ҡарағанды мөһимерәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле буласаҡ.
       Ул шулай уҡ беҙгә уйынсыларҙың Өфө командаһын ташлап башҡа командаға китергә
       йыйынмауын белдерҙе.
       - Беҙ ҡыҙҙар өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ. Тимәк, уларға к оманданан китеү өсөн сәбәп юҡ. Гандболисткаларҙың беҙҙә ҡалыуына ҡәнәғ әтбеҙ,
       әлбиттә, был команданың нығыуына, үҙ - ара аңлашыуға килтер ә.
       - Күсмә турнирҙа һеҙҙең икенсе урын алыу мөмкинселегегеҙ
       бар ине, әммә Ижевск ҡалаһында бер еңеү генә яулап, дүртенс е урынға төштөгөҙ, Ниңә былай килеп сыҡты Һеҙ суперлигала урын һаҡлауығыҙ менән ҡән әғәтләнеп, артыҡ тырышып торманығыҙмы
       - Беҙгә быны эшләргә бирмәнеләр. Ҡаршы уйнаған командаға бирештек. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ - майҙан хужаларын еңеүе ауыр. "Униве рситет" (Ижевск) беҙҙе 39 : 36 иҫәбе менән еңде. Ул ваҡытҡа ҡатын - ҡыҙҙар гандболы буйынса иң көслө Рәсәй дивизионындағы урынын ан мәхрүм ҡалған "ТРЭМП - Спартак" (Питер) командаһын артта ҡалдырҙыҡ - 47 : 32. "СДЮШОР 53 -
       Вешняки - Луч" (Мәскәү) командаһынан еңелеү үкенесле булды,
       әлбиттә, улар еңеүҙе беҙҙән һуңғы мәлдә тартып алды - 32 : 31. Әммә төп бурысты беҙ барыбер үтәнек - суперлигала урыныбыҙҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал