6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Беҙҙең егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә иң яҡшы комиссариат әҙерләй
26.05.05


       Өсөнсө йыл рәттән Башҡортостан хәрби комиссариаты хәрби хеҙмәткә саҡырылыуҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса иң һөҙөмтәле эшләүсе булып таныла. Ошо йәһәттән республика етәкселеген ҡотларға Төп ойо штороу - мобилизация идаралығы начальнигы - Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы урынбаҫары Василий Смирнов килде. Ул респуб лика Президентына "Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы
       субъекттары араһында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә иң яҡшы әҙ ерләүселәр конкурсында беренсе урын алған өсөн" РФ оборона м инистры Сергей Ивановтың грамотаһын тапшырҙы. Ә БР Хөкүмәте Премьер - минис тры Рафаэль Байдәүләтовҡа Рәсәй Федерацияһы оборона министрының күсмә
       вымпелы - хәрби хеҙмәткә саҡырылыуҙы үткәреүҙә төбәкте яҡшы
       яҡтан билдәләү - тапшырылды.
       Йыл һайын Башҡортостандан 13 мең егет төрлө ғәскәрҙәр саф ына хәрби бурысын үтәргә йүнәлә. Һәм әлегә тиклем улар исеменә бары ти к рәхмәт хаттары ғына килә. Быйыл яҙ ҙа республикала биш мең ярым тир әһе
       буласаҡ һалдаттар иҫәпләнә. Әйткәндәй беҙҙең республика мен ән сағыштырғанда халҡы бер нисә тапҡыр күберәк булған Мәскәүҙән
       дә саҡырылыусылар шул сама. Был факт ике төп сәбәп менән аңлаты ла: беҙҙең егеттәрҙең сәләмәтлек күрһәткесе юғары - 75 процент тирәһе (Мәскәүҙә был һан 50 проценттан артмай) һәм ҡасып ҡалырға ты рышыусыларҙың аҙ булыуы. Хәйер, һуңғылары беҙҙә лә етерлек, әлбиттә. Юҡһа үткән йылда армияға хеҙмәт итергә оҙатылырға тейеш булған 3305 вуз сығарылыусыла рының 325 - е генә үҙ бурысын үтәргә китеүен нимә менән аңлатырға
       Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүҙе һайлаусы йәштәр һаны арт ҡандан арта. Бөгөнгө көндә Башҡортостандан үҙ профессионаллығы өсөн аҡсал ата түләү алырға теләүсе егеттәр һаны алты мең тирәһенә барып баҫа: ул ар барыһы ла
       хәрби хеҙмәт менән таныш һәм яҡшы физик әҙерлек үткән.
       Мортаза Рәхимов генерал - полковник Василий Смирнов менән әңгәмәләшкәндә билдәләп үтеүенсә, Башҡортостанда йәштәрҙе ар мияға
       әҙерләүгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бирелде һәм ул властың феде раль йәки төбәк органдары бурысына бүленмәй. Һуңғы өс йылда ғына респу блика бюджеты иҫәбенә Башҡортостанда 48 хәрби комиссариат бинаһы һ әм хәрби
       хеҙмәткә саҡырылыу пункты төҙөлдө һәм ремонтланды. Әлеге в аҡытта Алкинола контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр өсөн өр - яңы т ехника һәм
       ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡаласыҡ төҙөлә.
       Хәрби хеҙмәткә әҙерлек Башҡортостандың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла алып барыла. Практик күнекмәләр махсус полигондарҙа үтә.
       Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү һәм уларҙың физик әҙер легенә лә ҙур иғтибар бүленә. 2004 йылдың сентябрь айында ре спубликала үткән Бөтә
       Рәсәй хәрби йыйыны Башҡортостан хәрби комиссариаттарының ме дицина
       йәһәтенән йыһазландырылыуы ла илдә иң яҡшыларҙан тип тапты.
       РФ Ҡораллы Көстәр Генераль штабы начальнигы урынбаҫары би лдәләүенсә, республикала йәштәрҙе армияла хеҙмәт итеүгә әҙер лекте бөтә Рәсәй өсөн эталон тип һанарға була.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал