6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Кемдәр килә, кемдәр китә
26.05.05


       Волейбол суперлигаһында хоккей һәм футболдың иң көслө дивизиондарындағы кеүек ҡаты сикләүҙәр юҡ - контракттарға ҡу л ҡуйыу был спорт төрөндә Рәсәй Кубогы алдынан үткән этаптар менән бергә
       бара. Өфөнөң "Нефтяник Башкортостана" командаһы буласаҡ чемпионат алдынан составын нығытып алырға ҡарар итте - унда тәүге үҙгәрештәр к үҙәтелә.
       Шулай итеп, Өфө клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә,
       Сергей Самсонов, Евгений Быхалов, Алексей Романко, Дмитрий Касаткин
       һәм Алексей Сериков команданан китә. Николай Иванов, Леонид
       Кузнецов һәм Артем Заковоротный "Нефтяник Башкортостана" менән контракттарын оҙ айтырға булды. Өфө клубы Османи Гуанторена, Антон Филатов һәм Дмитри й Бакулин менән дә яҡын арала контрактты оҙайтырға ниәтләй.
       Уларҙан тыш бер йыл буйы "Искрала" ( Одинцово) уйнаған Константин Сиденко баш ҡ ала командаһына әйләнеп ҡайтты. Клуб башҡа билдәле волейболсылар
       менән дә һөйләшеүҙәр алып бара.
       Һанап үтелгән үҙгәрештәрҙән ниндәй һығымта яһарға була "Нефтселәр" командаһынан сығыусыларҙан башлайыҡ.
       Сергей Самсонов - Екатеринбургтың "Изумруд" (бөгөн - "Лок омотив - Изумруд") мәктәбе уйынсыһы. Юрий Маричев Сергейҙың китеүенә үкенес белдерҙе, ул команданан ғаилә хәлдәре буйынса сыға. Әммә беҙ ҙең ҡарамаҡҡа Самсоновтың уйынын бик яҡшы тип баһалап булмай - т өп составта уйнағанда уның үҙ бурыстарын үтәй алмаған саҡта ры ла булды. Атакала
       тотороҡлолоҡ күрһәтмәй, ауыр мәлдәрҙә юғалып та ҡалыуы ихти мал. Сергей талантлы уйынсы, әммә уға буйының бейеклеге етеңкерәм әй.
       Алексей Сериков - бик шәп либеро. Уның уйынына дәғүәләр б улһа ла бик аҙ. Сериков үҙ урынында һәр ваҡыт ышаныслы торҙо . Тик уның урынына "Искрала" (Одинцово) үҙен бик яҡшы күрһәткән Константин Сиде нконы алырға булдылар, буғай.
       Евгений Быхалов был миҙгелдә төп уйынсылар иҫәбендә булм аны.
       Дмитрий Касаткин менән Алексей Романко миҙгел дауамында з апаста торҙо. Касаткин билдәләрлек уйын күрһәтмәне. Заковоро тныйҙы алмаштырған
       Романко бер нисә тапҡыр яҡшы ғына уйнаһа ла, "Нефтяник Башк ортостана" командаһына килгән яңы уйынсы менән ярыша алмаясаҡ. "Ниндәй уйынсы" - тиһегеҙме
       Иғтибар! "БАШвестЪ" беренсе булып киләһе миҙгелдә команда
       өсөн МДТУ составындағы Рәсәй чемпионы Максим Терешин уйнаяс ағы хаҡында хәбәр итә. Үткән миҙгелдә ул "Динамо" (Мәскәү) ө сөн сығыш яһаны.
       "Нефтяник Башҡортостана" командаһы өсөн составта Николай Иванов, Леонид Кузнецов, Османи Гуанторена, Антон Филатов һәм Дмитри й Бакулиндың ҡалыуы ла файҙаға буласаҡ.
       Иванов - Өфө клубының капитаны һәм "мейеһе". Унһыҙ бары т ик "ҡарауыл!" ҡысҡырырға ғына ҡалыр ине, Иванов булғанда, Ев ропа кубогында уйнарға мөмкинселек биргән иң яҡшы бишәү иҫәбенә лә инергә тырышып ҡ арарға була.
       Леонид Кузнецов - "Нефтяник Башкортостана" командаһының и ң бейек һәм иң перспективалы уйынсыһы.
       Османи Гуанторена - бынамын тигән йәш йондоҙ, тик уның Рә сәйҙеке түгел, Кубаныҡы булыуы йәл. Волейбол алымдарының бар ыһына ла эйә, ҡаршы яҡ
       уйынсылары унан ҡурҡа.
       Антон Филатов - был волейболсы тотороҡло уйнай һәм тәжри бәһе лә етерлек, тимәк, ул да команда өсөн кәрәк.
       Дмитрий Бакулин - төп составтың Өфөлә тыуған берҙән - бер
       уйынсыһы. Уны патриотлыҡ тойғоһонан булһа ла команданан ебә рергә ярамай.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал