6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Республика нефть эшкәртеү тармағы алдында торған мәсьәләләрҙ е хәл итергә һәләтле
26.05.05


       Рәсәй нефть - газ сәнәғәтселәренең алтынсы Конгресы эшен д ауам итә. Кисә республикабыҙҙың баш ҡалаһында бер юлы биш х алыҡ - ара секция ултырышы булып үтте. Улар көнө буйы барҙы. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә лә "Нефть эшкәртеү һәм нефть - химия - 2005" сек ция ултырышында булырға тура килде. Ул ТЭК өлкәһендә эшләүсе экс перттарҙы, Башҡортостан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, сит илдәрҙән килгән предприятие һәм ойошма етәкселәрен йыйҙы. Әйтергә кәрәк, неф ть - газ сәнәғәте белгестәре тап ошо секция эшенә айырыуса ҡыҙыҡһыныу белдерҙе : әгәр башҡа ултырыштарҙа сығыш яһауға ике йөҙләп заявка бирелһә, б ыл секция дүрт йөҙҙән артыҡ заявка йыйҙы. Был тиклем күп докладтарҙы тыңлау һәм тикшереүгә бер генә көн етмәҫ ине, шуға күрә барлыҡ докладта р 428 биттән торған "Нефть - газ эшкәртеү һәм нефть - химия - 2005" халыҡ
       - ара ғилми - практик конфееренция материалдары" тип аталған махсус йыйынт ыҡта донъя күрҙе.
       Әңгәмә башында "БР Нефть - химия эшкәртеү" дәүләт унитар п редприятиеһы диреторы Илшат Теләшев әйтеүенсә, абруйлы ғалим
       һәм практиктар Рәсәй нефть - газ сәнәғәтенең ниндәй хәлдә булыуын билдәләр, пробл емаларҙы хәл итеү юлдарын табыр өсөн бергә йыйылған.
       - Бөгөн беҙгә элеккесә нефть продукттарын сит илгә һатыуҙ ы дауам итергәме әллә бар донъяны көнләштерерлек продукция етештереү гә өлгәшергә тырышырғамы - шуны асыҡларға кәрәк. Мин был беҙҙең ҡулыбыҙҙан килерлек эш тип уйлайым, - тине ул тәбрикләү һүҙе ндә.
       Артабан һүҙҙе БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрының б еренсе урынбаҫары Нур Сәйфуллин алды.Ул нефтселәрҙең объекттан объ ектҡа күсеп, "эш кейемдәрен киптереп өлгөрмәгән" ваҡыттарын иҫкә төшөрҙө. Бөгөн эш күләмдәре элекке кеүек түгел, тине сығыш яһаусы, әгәр элек б елгестәрҙе бармаҡ менән генә иҫәпләп булһа, бөгөн улар бик күп: аҡса ба р, тимәк "нефть" дипломы кеҫәлә, заводтарҙа тәжрибә тупларға
       ынтылған студенттарға ла практикаға эләгеүе бик ауыр. Әммә бөгөнгө секция эше был хәл де нисек тә юлға һалыр тип ышаныуын белдерҙе Нур Сәйфуллин.
       - Күптән инде "икенсе Баку" исемен йөрөткән Башҡортостан һәр ваҡыт нефть - газ эшкәртеү һәм нефть - химия буйынса алдынғы үҙәк булып ҡалырға тейеш, - тип өҫтәне ул һәм съезға йыйылыусылар ҙың барыһына ла уңышлы эшләүҙәрен теләне.
       Һис һүҙһеҙ, тәүге Рәсәй нефть эшкәртеүсе сәнғәт үҫешене ң проблемалары тураһындағы доклад залда ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы рҙы. Доклад менән билдәле Мәскәү эксперты, Нефть эшкәртеүсел әр һәм нефтехимиктар ассоциацияһының генераль директоры Викт ор Рябов сығыш яһаны. Уның менән миңә секция ултырышына тиклем үк һөйләшеп алыу мөмкинселеге тейҙе, һәм м ин уның ысын профессионал булыуы, компетентлығына, тармаҡты яңы сифа т кимәленә сығарыу теләге менән яныуына инандым.
       Рябов әфәнденең баһаһы буйынса, һуңғы алты йылда илебеҙҙе ң нефть эшкәртеү сәнәғәте тотороҡло эшләй. Дөйөм алғанда, етештереү күләмен беҙ йыл һайын арттыра барабыҙ. Мәҫәлән, 2004 йылда илдә 195 тонн а "ҡара
       алтын" эшкәртелгән. 2000 йылдан башлап тармаҡҡа инвестиция йәлеп итеү
       артҡан, үткән йыл Пермдә гидрокрекинг, Ярославль, Һарытауҙа
       висбрекинг комплекстары эшләй башлаған, Омск, Ярославль һәм башҡа ҡалал арҙа ҡоролмалар әүҙем төҙөлә. Улар быйыл эшләй башлаясаҡ.
       Ыңғай динамика күҙгә ташлана. Әммә, тип дауам итә Виктор Рябов, Рәсәйҙең яғыулыҡ баҙарында хаҡтарға бәйле поблемалар барлыҡҡ а килә. Берәүҙәр бында һалымдарҙың юғары булыуын ғәйепләй, икенселәр
       сәбәпте нефткә хаҡтар күтәрелеүҙә күрә, башҡалар быны алдан уйланылғ ан сәйәсәт тип атай. Нефть эшкәртеүселәр һәм нефтехимиктарҙың фекеренсә , бында нефть һәм мазутҡа хаҡтарҙың диспаритеты күҙгә ташлана. Нефть
       долларҙары ағымы артҡанда мазутҡа хаҡтар төштө (беҙ был продукттың 50 п роцентын экспортҡа оҙатабыҙ, ә уның хаҡы углеводород сеймалы хаҡының 25 - 40 процентын тәшкил итә). Барыһы ла ябай ғына. Хәҙер беҙҙең пре дприятиелар мотор яғыулығының үҙҡиммәтен һәм хаҡын арттырыу иҫәбенә был хәлдән сыға. Асылда иһә беҙҙең мазуттың Европаға кәрәге юҡ: быйылғы
       йылдың ғинуарынан Евросоюз илдәрендә Евро - 4 стандарты эшләй һәм т иҙҙән беҙ сит ил заказсыларының талабын ҡәнәғәтләндермәй баш лаясаҡбыҙ.
       Был хәлдән сығыу юлы ҡайҙа һуң тигән һорау тыуа. Мәскәү ҡ унағы уны нефтте тәрән эшкәртеүҙә күрә: "ҡара алтынды" тәрән эшкәртеү резервтарын ни тиклем әүҙем ҡулланһаҡ, экспортҡа шул тиклем күберәк нефть оҙатасаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә үҙ продукциябыҙҙы халыҡ
       - ара кимәлгә яҡынайтыу мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Быны не фть компаниялары барыһы ла аңлап етмәй: күпселек Рәсәй заводтарының тәрән эшкәртеү кимәле 71 процентҡа тура килә. Сағыштырыу өсөн: Европала - 85, 95 - Америкала.
       БР Иҡтисади үҙеш һәм сәнәғәт министрлығында әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда углеводород сеймалын эшкәртеү тәрәнлеге 80 пр оцент тәшкил итә. Өфөлә ике ҡеүәтле кокс ҡоролмаһы һәм Салауатта к рекинг һәм висбрекинг төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был Рябов әф әнденең
       фекеренсә, урындағы нефть продукттарын да Европа кимәленә к үтәрергә
       мөмкинселек бирәсәк.
       - Башҡортостан - нефть эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендә бай тр адициялары
       булған төбәк, бында тәжрибәле белгестәр етерлек. Шуға күрә тиҙ арала республика тармаҡ алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итәсәк, - тип ышаныс белдерҙе әңгәмәсем.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал