6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Академиктар" юбилей миҙгелен тамамлай
26.05.05


       Актерҙар ни тиклем генә энергияға эйә булмаһын, ул ар ҙа арый. Быйыл "академиктарға" барыһынан да күберәк эләкк әндер, моғайын, ни тиһәң дә юбилей миҙгеле булды бит. Һуңғыһы, йола буйынса, Мәжит Ғафур и исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда театр йондоҙҙары ҡатнашлығындағы музыкаль - драма менән ябыласаҡ. Артабан тамашасылар иғтибарына Мостай Кәримдең "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ " әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль тәҡдим ителә. Әйтелгән сара 29 ма йҙа үтәсәк, был турала журналистарға театрҙың генераль директоры Гөлдәр Моратова һөйләне. Юбилей миҙгеленә килгәндә, ул бик һөҙөмтәле үтте, тип билдәләне генераль директор, артистар, тәнҡитселәр, иң м өһиме, тамашасы бик ҡәнәғәт ҡалды.
       - Беҙҙең сығыштарға Мәскәүҙә үткән гастролдәр этәргес көс
       бирҙе, уларҙың яҡшы кимәлдә үтеүен Мәскәү тәнҡитселәре һәм сәнғәт белгестәре лә билдәләне, - тине Гөлдәр Моратова.
       Театр артистары Татарстанда ла ҙур аншлаг менән сығыш яһа п ҡайтты: Ҡазан һәм Яр Саллы ҡалаларында йәшәүселәр уларҙың спектаклдә рен инде 15 йыл самаһы күргәне юҡ ине. Беҙҙекеләр образдарҙы психолог ик яҡтан асыу йәһәтенән Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр артистарынан
       да уҙҙырып ебәрҙе, буғай.
       Йәйен артистарыбыҙ Төркиәлә үтәсәк Халыҡ - ара фестивалдә
       ҡатнашырға йыйына. Шулай уҡ Силәбе, Ҡурған, Свердлов өлкәләрендә, респу бликабыҙҙың ҡала һәм райондарында ла сығыш яһарға иҫәптәре ю ҡ түгел.
       Юбилей миҙгеленең тарихи мәле тип Айрат Әбүшахмановтың те атрҙың баш режиссеры итеп тәғәйенләнеүен әйтергә булалыр. Рә сәй театр сәнғәте академияһы сығарылыусыһы театрға ике йыл элек килде һәм тама шасыларҙың ғына түгел, театр етәкселегенең дә күңелен яулауғ а иреште, буғай. Әйткәндәй, "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ" - Айрат Ә бүшахмановтың ҡуйыуында сәхнәгә сыҡты. Театрҙың баш режиссеры менән бөгөн аралашырға тура килмәне, сөнки ул әлеге ваҡытта Мәскәүҙә, Щепкин училищеһында белем алыусы Баш ҡортостан студенттарына диплом спектаклен әҙерләүҙә ярҙам ит ә. Улар инде өсөнсө курсты тамамлай һәм Мәскәүҙәге уҡытыусылар уларҙы ныҡышлығы,
       тырышып уҡыуҙары, ярҙам итергә әҙер тороуҙары, берҙәм булыу ҙары өсөн яратып та өлгөргән. Өс йыл уҡыу эсендә 27 студенттың береһе лә уҡыу йо ртонан сығарылмаған. Һөҙөмтәлә уларға Щепкин училищеһында уҡыуҙы оҙ айтҡандар, бары тик башҡорт төркөмөнә генә өс йыл урынына би ш йыл уҡырға мөмкинселек биреләсәк.
       - Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ йәштәр, - тип өҫтәй СССР - ҙың х алыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова, - уларға ышанырға була. Өс йыл эсендә улар һиҙелерлек үҙгәрҙе.
       Артистканың һүҙҙәре буйынса, театрҙа йәштәргә эшләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырыла. Бер генә проблема - эксперименталь спе ктаклдәр өсөн кесе сәхнә кәрәк. Уны Фәйзи Ғәскәров исемендәг е бейеү ансамбленә биреүҙәре дөрөҫ түгел. Артистар ижад итергә, эҙләнергә, эксп ерименттар үткәрергә тейеш, ә кесе сәхнә уларға һәм айырыуса режиссерҙа рға икенсе һулыш асырға мөмкинлек бирә. Режиссер Рөстәм Хәкимов яңы миҙ гелдә
       Наил Ғәйетбаев менән бергә ҡуйған "Кешегә нимә етмәй" спек таклен
       тамашасы тейешенсә баһалар тип өмөтләнә.
       Тарихҡа сумырға, талантлы артистарыбыҙҙың тормошо һәм ижа ды тураһында күберәк белергә теләүселәр өсөн театр юбилей миҙге лендә рус һәм башҡорт телдәрендә сәнғәт фәне кандидаты Суфия Кусимован ың "Театр юлы" тип исемләнгән йыйынтығын һәм театр белгестәр е Рәмилә Йәһүҙина һәм Динара Кәримованың "Сәхнә. Оҫталыҡ. Та нылыу" тигән белешмәләр альбомын сығарҙы.
       - Ижад - тере процесс, һәм театр тормошонда алға китештәр
       ҙә, түбән тәгәрәүҙәр ҙә була. Был йылдар эсендә беҙ үҙебеҙҙең йөҙөбөҙҙ ө юғалтмаҫҡа тырыштыҡ - был беҙҙең төп ҡаҙанышыбыҙ, - тип би лдәләне матбуғат конференцияһы аҙағында Гөлли Мөбәрәкова.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал