6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфөлә медицина генетиктары йыйылды
26.05.05


       Кисә баш ҡалабыҙҙа, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында, Р әсәй медицина генетиктары йәмғиәтенең бишенсе съезы үҙенең э шен башланы. Рәсәй медицина генетиктары йәмғиәте рәйесе, Рәсәй медицина фәндәре академияһының Медицина - генетика үҙәге директоры урынбаҫары
       Евгений Гинтер әйтеүенсә, генетикар һуңғы тапҡыр биш йыл элек осрашҡ айны. Тик был юлы осрашыу урыны итеп Курск түгел, ә Өфө һайланды. Һәм был осраҡлы түгел, Башҡортостандың медицина генетиктары ҡаҙа ныштары илебеҙҙән тыш, сит илдәрҙә лә яҡшы билдәле. Съезды о йоштороусылар комитеты беҙҙең ҡаланың фәнни потенциалы бай, кадрҙарҙы үҫтереү йәһәтенән д ә уңыштар
       бар тигән уртаҡ фекергә килгән. Залға күҙ ташлап, Евгений Г интер съезда
       ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: уның һүҙҙәре буйын са, Курскта үткән съезд менән сағыштырғанда, был юлы сараға килеүселәр б ер ярым самаһы күберәк.
       Ә был ваҡиғаның тарихы түбәндәгесә башлана: 2004 йылдың ф евралендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә
       Рәсәй медицина генетиктары йәмғиәте рәйесенең 2005 йылда генетикта р съезын Өфөлә ойоштороуҙы һорап яҙған мөрәжәғәте килә. "Съезд респуб ликала медицина - генетик белемде пропагандаларға, Башҡортостан мед ицина генетиктарының абруйын күтәрергә лә ярҙам итәсәк, - тип әйте лә документта. - Был медицина генетиктарының фәнни һәм практ ик ҡаҙаныштарын күрһәтеү, ауырыуҙарҙың молекуляр генетикаһы өлкәһендәге яңылыҡтарҙы сағылдырыу, медицина генетикаһының а ртабанғы үҫеш юлдарын билдәләү өсөн кәрәк".
       БР Президенты Мортаза Рәхимов ойоштроу комитетына күрһәте лгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе һәм халыҡтың һаулығын нығытыу - "беҙҙең дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе" тип һыҙыҡ өҫтө нә алды.
       Съездың темаһы - "Нәҫелдән күскән һәм тыумыштан килгән си рҙәрҙе профилактикалауҙа медицина генетикаһының заман ҡаҙаныштары" - ярайһы уҡ киң һәм көнүҙәк. Әлеге ваҡытта нәҫелдән күсә килгән ауыры уҙарға бар донъяла ҙур иғтибар бирелә. Әммә быға ҡарамаҫтан, дауалауға ауыр бирелгән, йыш ҡына инвалидлыҡҡа алып килгән генетик ауы рыуҙар һаны артыуы билдәләнә. Шуға күрә был сирҙәрҙе иҫкәртеү, ваҡытында диагно стикалау һәм дауалау тәфсилләп тикшереүҙе талап итеүсе етди медицина, социаль, иҡтисади һәм этик проблема булыуҙан туҡтамай.
       - Генетиктар һәр ваҡыт ижади эҙләнеү юлында. Һәм нигеҙле асыштар һәм инновациялар арҡаһында генетика бар донъяла заман медицинаһы ның
       нигеҙенә әйләнә, - тип белдерҙе Рәсәй медицина фәндәре акад емияһы вице - президенты Николай Бочков. - Был өлкәләге ҡаҙаныштар медицинаға кешенең барлыҡ ауырыуҙарын да асыҡлау, яңы дарыуҙар сығарыу, генотерапия алымдарын булдырыу өсөн ҡеүәтле инструменттар би рҙе.
       Съезд программаһы пленар һәм секцион кәңәшмәләр, стенд до кладтары, симпозиум, лекциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороуҙы үҙ эсе нә ала. Нефтселәр мәҙәниәт һарайының фойеһында фармацевтика һәм меди цина продукцияһы күргәҙмәһе һәм һатыу итеү ойошторолған.
       Генетиктар съезы өс көн дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә ҡу наҡтар һәм
       делегаттар Республика перинаталь үҙәк һәм "Рябинушка" балал ар шифаханаһы составында эшләүсе Медицина - генетик үҙәк эшмәкә рлеге менән таныша аласаҡ. Үҙәктә Рәсәй Федерацияһының медицина ге нетикаһы өлкәһендә эшләүсе күренекле академик һәм профессорҙар ауыр һ әм һирәк
       осрай торған патологиялы ауырыуҙарҙы ҡабул итеүҙе планлашты ра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал