6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Тауҙар шаярырға яратмай
25.05.05


       "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында республика альпиниста рының Европаның иң юғары нөктәһе булған Эльбрус түбәһенә күтәрелеү енә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Был тау башында Ба шҡортостан флагы елберләүе Бөйөк Еңеү байрамы хөрмәтенә булды.
       Альпинистар төркөмөнөң етәксеһе - өфөлө Әхмәҙулла Миңл ебаев. Был
       кеше өсөн тауҙар - туғандары кеүек. Ул хатта альпинистарҙы һәләк итеүсе булып танылған Аннапурна түбәһенә лә менгән. Миңлебаевтың һү ҙҙәре буйынса, был тауға йүнәлгән экспедицияларҙың 70 проценты кир е әйләнеп ҡайтмай. Әммә Әхмәҙулла Әхмәтгәрәй улы үҙенең Мәскәүҙә һәм Өфөлә йәшәүсе дуҫтары менән 1994 - се йылдың ҡышында был ҡурҡыныс түбәгә күтәрелә һәм "бик аҙ" юғалтыуҙар менән кире әйләнә - альпини старҙың береһе - Василий Лобанков һауа баҫымы алмашыныуы арҡаһында б ер ни тиклем ваҡытҡа күреү һәләтен юғалта, ә Миңлебаевтың аяғы бер
       айға эштән сыға.
       Тик ябай кеше өсөн ҙур проблема булған бындай "ваҡлыҡтар"
       боҙ түбәләрен яулаусыларҙы туҡтата алмай. Улар барлыҡ һынауҙарҙы
       үтеп, яңынан - яңы бейеклектәргә ынтыла.
       Бер уйлап ҡараһаң - Эльбрус нимә инде ул Бик күптәр был тауҙы арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡты. Ысын альпинист өсөн әлеге ва ҡытта туҡтап ҡалған был вулкан бер нимә лә түгел. Әммә Эльбрусҡа һ уңғы тапҡыр
       күтәрелеү тауҙарҙың шаярырға яратмағанлығына тағы бер дәлил
       булды.
       Кавказ гигантына ҡарағанда ла "ауыҙлыҡлауға" ауыр бирелгә н түбәләр барлығын беҙ кире ҡағырға йыйынмайбыҙ. Тик бына Эльбрусҡа ет енсе тапҡыр күтәрелгән Әхмәҙулла Миңлебаевтың һөйләгәнен тың лап ҡарағыҙ әле.
       - Кавказға башта 20 кешенән торған төркөм менән барырға й ыйынғайныҡ, әммә юлға бары 12 кеше сыҡтыҡ, уларҙың унауһы Европаның иң ю ғары нөктәһенә менергә ынтылып ҡараны. Күптәрҙең етерлек тәжрибәһ Ґ юҡ ине.
       Эльбрус беҙҙең Уралдағы Ҙур Ирәмәл тауына оҡшаш. Әммә бын да эш бейеклектә. Һауа баҫымының үҙгәреүе тау сиренә килтерә - кеш енең хәле бөтә, яй хәрәкәт итә, башы ауырта, уҡшыта. Башта беҙ 3750 ме трға тиклем күтәрелдек, ҡарҙа соҡорҙар ҡаҙыныҡ һәм өс палатканан торған лагерь төҙөнөк. Беҙҙең менән бергә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына н һәм хатта сит илдәрҙән килгән өс йөҙләп кеше тауға күтәрелеү мөмкин булғанын көттө.
       Әммә һауа торошо бик насар булды, көслө буран сыҡты, тирә - яҡта бер н имә күренмәй. Эльбруста был көндө Екатеринбургтан килгән бил дәле һәм бик тәжрибәле инструктор Александр Михайлов юғалды - уның төркөмө маршрутҡ а сыға, ул
       иптәштәренән айырылып китә һәм ҡабат улар янына әйләнеп ҡай тмай. Эҙләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне.
       Беҙҙең төркөм һауа торошоноң рәтләнгәнен көтөп алды. Сәғә т дүрттә мин барыһын да уяттым һәм күтәрелергә әҙерләнә башланыҡ. Ике сәғ әт буйы кейендек - төндә туңған аяҡ кейемдәрен иретергә кәрәк булды . Мин иң аҙаҡҡы барам, тын алыуы ҡыйын. Ҡояш бик ныҡ яҡтырта - күҙлек тәрҙе сисергә ярамай, башҡалар артынан да күҙәтергә кәрәк, ю ҡһа һуҡырайырға йәки бит тиреһен бешерергә лә мөмкин. Атлауы ла хәүефле - боҙ араһынд а таштар етерлек. 5300 метрға күтәрелдек. Ваҡыт буйынса кире әйләнерг ә ваҡыт - баш инструктор барыһын да кире бора башланы. Туҡта лған хәлдә, был тауҙа төндә тере ҡалыу мөмкинселеге булмаяса ҡ - бик ныҡ һыуыҡ һәм ел көслө. Тик ваҡытты иҫәпләп ҡарап, мин артабан күтәрелергә ҡарар иттем. Беҙ төркөмдөң төп өлөшөн аҫҡа төшөрөп ебәрҙек, күптәр тау си ренән йонсой, иҫтән яҙыу хәленә барып еткәндәр ине инде. Беҙ улым Марат менән юлды да уам иттек
       һәм билдәләнгән ваҡытҡа барып еттек. Мин унда етенсе тапҡыр , улым - беренсегә күтәрелде. Европаның иң бейек нөктәһе өҫтәл тиклем
       генә, ике яҡта ла упҡын. Көслө ел иҫеүенә ҡарамаҫтан, беҙ Башҡортостан
       флагын тағаттыҡ һәм уның эргәһендә фотоға төштөк. Түбәнгә етеҙерәк атланыҡ, сәғәт киске туғыҙҙа үҙебеҙҙең лагерҙа инек инде. 14
       сәғәт эсендә 16 километр самаһы юл үттек. Түбәгә барыһы ла күтәрелмәһә лә, бер кем дә
       ваҡытын бушҡа уҙғарманы, бер нимә менән дә сағыштырғыһыҙ тәжрибәгә э йә булды улар.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, альпинистарыбыҙ Бөйөк Еңеүгә арна п үҙҙәре лә батырлыҡ күрһәтте тип әйтергә була. Иң юғары нөктөгө барып е тмәгәндәр был турала нимә әйтер
       Гүзәл Ғүмәрова, алипинизм буйынса тренер (Стәрлетамаҡ):
       - Хәҙер түбәгә менеп етмәүебеҙ йәл, ул ваҡытта үкенес той ғоһо юҡ ине. Ҙур Ирәмәлгә йүгереп тә менергә була, Эльбрусҡа
       - юҡ. Башта һүгенә - һүгенә булһа ла алға атланым. Бер ваҡыт тағы бер аҙ күтәрелһәм, аңы мды юғалтасағымды һиҙҙем. Ул ваҡытта иптәштәремә мине лә һөйрәрг ә тура
       киләсәк. Был тау ғүмергә хәтерҙә һаҡланасаҡ. Беҙ Эльбрус тү бәһенә күтәреләсәкбеҙ әле.
       Мария Овсянникова, альпинизм буйынса тренер ( Ишембай):
       - Биләнгә еткәс, мин иптәштәр эргәһенә барып етер өсөн ик е аҙым да яһай алманым - ҡыйын, уҡшыта башланы. Артабан күтә релеү тураһында һүҙ ҙә юҡ ине. Ә инде бер аҙ түбәнгә төшкәс, баш ауыртыуы үҙенән - үҙе
       бөттө.
       Билдәле һәм тәжрибәле альпинист бөгөн Тянь - Шандағы Еңеү
       түбәһенә (7439 метр) күтәрелергә планлаштыра. Башҡа бейеклектәр хаҡын да ла онотмай. Әйтергә кәрәк, Әхмәҙулла Миңлебаев бейеклектәр яула ғанда бер ваҡытта ла кислород маскаһын файҙаланмай.
       - Маскала барыу - ғәҙел түгел. Хәйер, беҙ уны һәр ваҡыт ү ҙебеҙ менән алабыҙ, сөнки бәләгә эләккән альпинистарҙың ғүмерен тап кисл ород маскаһы һаҡлап ҡалыу осраҡтары мәғлүм.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал