6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өлкәндәр өсөн оят
25.05.05


       Беҙ ғәҙәттә бөгөнгө көн проблемалары менән йәшәйбеҙ: эш тә нимәлер килеп сыҡмай, шәхси тормош маҡтанырлыҡ түгел, дуҫ
       ҡыҙым менән аралар боҙолдо... Был һорауҙар артында балалар ҡала. Үҙеңдекеләр. Ситтәр. Тик ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп сыға - һәм һин ҡурҡып, юғалып ҡалаһың , донъя артынан ҡыуыуыңды туҡтатаһың. Һәм уйҙар диңгеҙенә сумаһың...
       Ғәҙәттән тыш хәл ял көндәре алдынан булды. Кесе йома көнө
       эштән ҡайтып килгәндә мин моңһоу күҙҙәре менән миңә баҡҡан бесәй балаһын күреп ҡалдым. Ул тәҙрә төбөндә шым ғына ята, ниндәйҙер шәфҡәтлеһе уның аҫтына сепрәк киҫәге түшәгән. Минең 12 йәшлек ҡыҙым уны ң тирәләй һикерәңләй башланы һәм ҡапыл ғына, бәлки уны ла үҙебеҙҙең бесәйҙәр комп анияһына алырбыҙ, тип тәҡдим итте. Һәм шунда уҡ: "Шаяртам!" - тине һ әм фатирға инеп тә юғалды.
       Бесәй балаһы нисек кенә оҡшамаһын, уны үҙ ғаиләмә ала алм ай инем шул. 12 квадратта былай ҙа бишәүбеҙ. Ауыр һулап тупһа аша атланым . Кисен күршелә йәшәүсе ҡыҙыҡайҙың бесәйҙе күтәреп йөрөгәнен күрҙем,
       һуңынан уны ул фатирына алып инеп китте буғай. "Исмаһам Гуляның ( кү рше
       ҡыҙыҡайҙың исеме) эргәһендә тере йән булыр...", - тип уйлан ым мин. Уның ҡустыһы оләсәһендә йәшәй, атаһы юҡ, әсәһе һирәк кенә күренеп
       ҡала. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҫмер башлыса үҙ көнөн үҙе күрә.
       Икенсе көнө кис беҙ шау - гөр килешеп дачаға йыйынабыҙ. Д үрт аяҡлы дуҫтарҙы унда нисек алып барыу һорауын хәл итәбеҙ. Ҡапыл ҡыҙ ым бүлмә уртаһында ҡатып ҡалды, ике ҡулын күкрәгенә ҡыҫты, күҙҙәре ки ң булып асылды. Паникаға бирелмәҫкә тырышып "Нимә булды" - тип һора ным мин. "Әсәй!" - тип аяныслы тауыш менән хәбәр итте ҡыҙым, - Клара апай теге бесәй балаһын тәҙрәнән ырғытты, һәм ул шунда уҡ үл де". Мин бер нисә секунд бер нимә лә әйтә алманым. Был ысынл ап та тетрәнеү булды - беҙ бишенсе ҡатта
       йәшәйьеҙ, бахыр бәләкәс бесәйҙең тере ҡала алмағаны аңлашыл а.
       Ҡыҙым аяныслы хикәйәләүен дауам итте. Гуля ысынлап та бес әй балаһын
       үҙенә алған булған икән. Шуға күрә кис буйы дөйөм коридор б уйлап
       башҡаларға ҡамасаулап йөрөмәгән, ҡараңғы төшкәнсе урамда ла
       уйнамаған. Һуң ҡайтҡан әсәһе иртән генә өйҙә тағы бер йән э йәһе булыуын һиҙеп ҡала.
       "Шул тиклем ҡысҡырҙы! - тип һөйләй ҡыҙым. - Клара апай аҡыр а, Гуля илай... Ә Клара апай бесәй балаһын алды ла тәҙрәнән ырғытты. Гуля урамға сыҡты һәм уны ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы". Һәм бер аҙ тын торғандан һ уң өмөтлө
       тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы:" Әсәй! Һин улай итмәҫ инең, эйе би т".
       Бер һүҙ ҙә юҡ - бесәй балаһы йәл. Һәм үҙемдең ғәйебемде т аныуы ла ҡыйын - ниңә мин үҙемдә уның уның өсөн көс һәм ваҡы т тапманым икән". Бесәй балаһынан башланған уй ептәре күрше ҡыҙыҡайға табан һуҙылды
       - ул күптән милицияла иҫәптә тора, махсуслаштырылған мәктәп тә уҡый...

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал