6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ерҙе арендаға йә иһә һатып алыу мөһим түгел, бөлөп ҡуймаҫҡа ине, йәмәғәт...
16.10.03


       Баҡһаң, Рәсәйҙә күпселек приватизацияланған предприяти еларҙың ере инде байтаҡ йылдар оҙайлы файҙаланыуҙа икән. Ула р арендала ла түгел, предприятиеның үҙ милке булып та иҫәплә нмәй. Хәлдең бындай торошо үҙ аҡсаларын иҡтисадтың реаль тар мағына һалырға теләүсе инвесторҙарҙы ҡәнәғәтләндермәй. Улар ерҙең хужаһы кем дә, предприятие кемдеке икәнлеген асыҡ беле ргә теләй.
       Бөгөн Рәсәйҙең Ер кодексында приватизацияланған предпри ятиелар 2004 йылдың 1 ғинуарына тиклем үҙ ер майҙандарын аре ндаға йә иһә һатып алырға тейеш тип яҙылған. Ваҡыт аҙ ҡалып бара, әммә Рәсәйҙең күп кенә региондарында "арба" урынынан ҡ уҙғалмаған әле тип әйтергә була. Предприятиеларҙың ҡабаланғ аны ла һиҙелмәй. Эш нимәлә һуң Белгегеҙ килһә, сәбәп һатып алыу ставкаларының артыҡ юғары булыуында икән. Һөҙөмтәлә ер майҙанын һатып алыу предприятиеларҙың бюджетына ҙур ғына зы ян килтереүе ихтимал.
       Был проблема Башҡортостанда нисек хәл ителә Бик үк әүҙ ем булмаһа ла, башҡорт предприятиелары үҙҙәренең ер майҙанда рын әкркнләп һатып ала. 1 сентябрь күрһәткестәре буйынса 500
       мең квадрат метр ер һатып алынған йә иһә арендаға бирелгән.
       Һөҙөмтәлә төрлө кимәлдәге бюджеттарға 57 миллион һум аҡса и нгән. Был сумманы артыҡ күп тип әйтеп булмай, әлбиттә. 2003 йылға план буйынса бары тик федераль бюджетҡа ғына ла 76, 4 миллион һум күсерергә кәрәк.
       Әлеге ваҡытта министрлыҡта " Дүртенсе икмәк комбинаты" , "Башкиргеология", "Салауатнефтеоргсинтез", "Стронег", "Баш химинструментснаб", "Горнас" һәм тағы ҡайһы бер предприятиел арҙыңер майҙандарын тулыһынса йәки өлөшләтә һатып алыу буйын са документтар ҡарала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал