6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Абруй булдырыр өсөн нимә кәрәк
25.05.05


       Шундай афоризмды ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын: яҡшы реп утация булдырыу өсөн 30 йыл буйы тырышып та уны 30 секунд эсендә юғ алтырға мөмкин. Яҡшы исем булдырыуҙың үҙенсәлектәрен белмәү яуаплылы ҡтан бушатмай. Хәйер, был предметта йыш ҡына профессиональ белеме ң етмәгән осраҡта интуицияға таяныу ҙа етә. Һәм "БАШвестЪ" г әзитенең "Тиҙ арала абруй булдырыр өсөн нимә кәрәк" тигән һорауҙарға яуаптар ҙ а ошоно уҡ раҫлай.
       Уҡыусыларыбыҙҙың өстән ике өлөшө репутация булдырыу - оҙа йлы процесс, һәм ул белгестәр ҡатнашлығынан тыш үтһә лә, бер
       нисә йыл, хатта бар ғүмереңде лә талап итеүе мөмкин, тигән фекерҙә туҡтала. Яуап
       варианттарында хәйлә йәшеренеүен таныйбыҙ - тауыш биреүселә рҙең бик аҙы Андрей Сахаровтың тормош өлгөһөнән иғтибарһыҙ китә алған дыр. Шулай булһа ла репутация ул кейем кеүек. Яһалма булһа -
       ҡыҫа, үҙеңде уңайһыҙ
       тояһың, тәбиғи булһа - күренмәй. Әммә бында бер кем дә "Кор оль яланғас бит!" тип ҡысҡырмаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ҡулланыусының (тауар йәки власть хеҙмәтләндереүе) бөгөн төрлө ҙур реклама кампанияларында, асыҡ сәйәсәттә, бүләкләү акцияларында кадрҙан ситтә ҡалыуын таныр ға тура килә - һуңынан бер кем дә суперприз тотҡан бәхетле й әнде күрмәй. Һайлау кампанияларынан һуң сәйәсмәндәр, ғәҙәттә, халыҡ менән үҙен һ орау алыу бүлмәһендәге тәфтишселәр кеүек тота: беҙ уларҙы күрәбеҙ, ула р беҙҙе - юҡ. Ни өсөн беҙҙең депутаттар күпселеккә социаль йәшәйеш буйынса
       артабан
       ҡыйынлыҡтар килтереүсе бәхәсле закон проекттары буйынса тау ыш биргәндә үҙҙәрен исемлек буйынса тикшерә башлағандарын яр атмай Сөнки тап ошо ваҡыт саҡ ҡына һиҙелгән ышанмау тойғоһо тотороҡло репутацияғ а әүерелә. Һәм тағын: һеҙҙе һайлауҙарға матур открытка ебәреп саҡырғанд ары йәки һайлау алдынан байрам менән ҡотлағандары бармы Эйе! Ул ваҡы тта һайлауҙарҙа еңгән депутаттың һуңынан рәхмәт белдергәнен хәте регеҙгә төшөрөгөҙ. Шулай шул бына.
       Дөйөм алғанда, сәйәсмәндәр ҙә, эшҡыуарлыҡ та бөгөн үҙҙәре
       өсөн генә эшләүен дауам итә. Халыҡ өсөн, үҙҙәренең репутацияһы өсөн тү гел.
       Репутация - ул ваҡыты сикләнгән төҙөлөш түгел. Республика
       ҡалаларының
       береһендә бөгөн хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы берәү
       минең
       90 - сы йылдарҙа булған бер хәл буйынса иҫемдә ҡалған. Ул в аҡытта был кеше тирә - яҡта берҙән - бер балалар майҙансығы урынына авт омобилдәр ҡуйыу урыны төҙөүгә ҡаршылыҡ күрһәтергә "баҙнат иткән" төркө мдө
       өгөтләргә килгән ине. Халыҡ алдында йөҙөн һаҡларға тейеш бу лған был чиновник сикәнеүен дә йәшермәй ошондай һүҙҙәр әйтте: "Оҡшама й икән - һеҙҙе бында бер кем дә тотмай. Китегеҙ!". Бөгөнгө сәйәсмән һ әм эшҡыуарҙарға хас булған ике йөҙлөлөк аҡрынлап уларға ҡамасау лай башлай. Шулай, үҙ ғүмере эсендә йогурттан башлап араҡыға
       тиклем һатҡан бер эшҡыуар хаҡында уның үҙ бурыстарын үтәмәүе, кешеләрҙе бушҡа эшләтергә
       тырышыуы тураһындағы "даны" йөрөй. Икенсеһе ҡулдарына ирек бирергә ярата - водителенең һәр ваҡыт күҙе күгәреп йөрөй, йә беренсе
       урынбаҫары дауаханаға эләгә. Федераль чиновник норматив булмаған лексик аны шәп белеүе менән билдәле - бер нисә йыл элек уның кәңәшмәһенең я ҙмаһы Киркоров хиттарынан да популярыраҡ ине. Тағы береһе хаҡында уның парад мундирҙарына һәм яңы ордендарға булған мөхәббәте хаҡында һүҙ ҙәр йөрөй.
       Репутация хаҡында һүҙ йөрөткәндә халыҡтың "Хоҙай барыһын да күрә" тигән аҡыллы һүҙен хәтергә төшөрөү кәрәктер. Әлегә быны бик аҙҙар ғына
       аңлай. Беҙҙең бизнес социаль йәһәттән яуаплы түгел, һәм бын ы уның ғәйебе тип әйтеү дөрөҫ түгел. Яҡшы өлгө күрһәтеүселәр юҡ. Бөгөн дәү ләт үҙе саҡ
       социаль яҡтан яуаплы булырға өйрәнә. Әлеге көндә иһә бизнес ҡа бер фирманы ташлап, башҡа исем аҫтында икенсеһен асып, шул уҡ эш ҡыуарлыҡтың шулуҡ төрө менән шөғөлләнеүҙе дауам итеү, һынау ваҡыты бөтөргә бер көн алдан хеҙмәткәрҙәрҙе эшенән бушатыу, пенсия взностарында
       экономия яһау, башҡа төрлө алдау еңелерәк. Әлегә "ҡайһы бер урында" а дминистратив тәғәйенләү системаһы тере булған ваҡытта сәйәсм Ьндәргә лә - мөмкин.
       Респутацияны системалы булдырыу менән бөгөн бик аҙҙар шөғ өлләнә. Былай ҙа яҡшы яҡтан билдәле булғандарға был йәмәғәтселек алд ында лайыҡлы танылыу алырға ярҙам итә. Яҡшы эштәргә еңел юл тәьми н итә һәм изге эштәр һанын арттыра тип ышанғы килә. Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ
       барлыҡҡа килгән йылдарҙан һуң һаман да зебраға оҡшаштарға - ҡара һыҙа ттар менән хушлашырға ярҙам итер, моғайын. Намыҫлы тормош менән йәшәүсе ләрҙең
       үҙ репутацияһы тураһында бөтөнләй уйламауы ла дөрөҫ. Уйларғ а ваҡыт юҡ.
       Уларға был кәрәкмәй ҙә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал