6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡала мөлкәтенең законлы "иртәгәһе"
25.05.05


       2006 йылдан башлап федераль, республика һәм урындағы власт ь органдары араһында эш алып барыу өлкәһе һәм вәкәләттәр си кләнәсәк. Быға бәйле күп кенә һорауҙар бөгөн үк хәл итеүҙе т алап итә. Өфөлә ошондай мөһим мәсьәләләрҙең береһе муниципаль мөлкәт менән файҙаланыу тәрт ибенә бәйле. Беренсенән, был бюджет аҡсаһының күп өлөшө, икенсенән , муниципаль биналар арендалаусы шәхси эшҡыуарлыҡтың үҫеше, өсөнсөнән, Өфөлә төҙөлөш барышына бәйле һорауҙар.
       Бөгөн Өфөнөң муниципаль мөлкәтенә идара итеү буйынса Ком итет был
       йәһәттән ҙур эштәр башҡара.
       Ҡала хужалығы аҙ түгел. Әлеге ваҡытта ул 2,72 миллион ква драт метр торлаҡ булмаған майҙан тәшкил итә, уны арендалау б уйынса 5276 килешеү һәм контракт төҙөлгән. Һәм 2006 йылдың ғинуар айына был майҙанда р федераль, республика һәм муниципаль өлөштәргә бүленергә те йеш. Ул ваҡытта инде ҡала үҙ мөлкәте менән генә шөғөлләнә башлаясаҡ.
       Кем хужа
       Ҡаланың милек мөнәсәбәттәре проблемаларының береһе аренда лағы майҙандарҙы субарендаға тапшырыу. Әлеге ваҡытта 617,2 мең кв адрат метр
       майҙан арендаға тапшырылған, субарендаға - 16 мең квадрат м етрҙан күберәк. Был рәсми мәғлүмәттәр буйынса. Ғәмәлдә иһә икенсерә к килеп сыға. Арендаторҙар ҡала майҙандарында үҙҙәре эш алып
       барыр урынға уларҙы файҙаланып аҡса эшләй. Субарендаға тейеш булған 25 процентты
       ғына түгел, тотош йөҙ процентты тапшыралар. Субарендаторҙар
       арендаторҙарға түләп, үҙҙәре майҙан тота. Һөҙөмтәлә майҙандарҙы реаль файҙаланыусы ларҙың сығымы юғарыраҡ була. Шуға күрә бөгөн КУМС ошондай факттарҙы
       асыҡлап, субарендаторҙар менән аренда килешеүен яңырта.
       Ҡала мөлкәтенең реаль "ваҡытлыса" хужалары балыҡҡа килә. Практика күрһәтеүенсә, улар башҡалар менән сағыштырғанда даимираҡ тү ләй.
       Финанс һорауҙар
       Әйткәндәй, түләү тураһында. 2004 йылда ҡала ҡаҙнаһына му ниципаль мөлкәт тапшырыу һәм файҙаланыуҙан 332 миллион һумдан ашыу аҡ са ингән,
       быйылғы йылдың өс айында - 88 миллион. Аҙ аҡса түгел, әммә sk бер ни тиклем күбәрәк тә була алыр ине. Тик күп кенә арендаторҙар ҡ ала мөлкәте уларға бушҡа ғына бирелмәгәнлеген онотоп ебәрә. Әлеге ваҡытҡ а бюджетҡа аренда түләүҙәре буйынса бурыстар 30 миллион һумдан ашҡан. Ә йткәндәй, йыл аҙағына аренда ставкалары артасаҡ. Хәйер, ҡала мөлкәте ө фөлөләр файҙаһына һөҙөмтәле эшләһен өсөн улар менән бөгөн үк иҫәплә шергә кәрәк. Аренданың төрлө булыуы мөмкин. Кемдер арендаға алынған майҙанда производствоны юлға һала, кемдер хеҙмәтләндереү өлкәһендә эш ләүсе
       предприятие, кемдер уйын автоматтары салоны аса. Ә аренда т ураһындағы
       килешеүҙә аҙыраҡ түләү өсөн бөтөнләй икенсе өлкәне күрһәтә.
       КУМС намыҫһыҙ арендаторҙарҙы шулай уҡ асыҡлай һәм тейешле ставка ҡуя. Ҡалала торлаҡ булмаған фондҡа һорау етерлек, шуға күрә үҙ бурысын үтәмәгән арендаторҙар менән иҫәп - хисапты ҡала ҡурҡмайынса өҙә ала .
       Файҙаланаһың - тимәк һаҡла
       Торлаҡ булмаған фондты арендалағанда тағы бер һорау - у ның хәл -торошо. Ҡала майҙанын биләгән күп кенә предприятие һәм ойошмалар ваҡытында ремонт эштәре үткәрә, биналарҙың тышҡы йөҙөн тәртиптә тота. Әммә яҡшы
       ҡараш булғанда ла бер кем дә бәхетһеҙ осраҡтан гарантия бир мәй, Әйтәйек, шул уҡ янғын осрағы була ҡалһа Шуға күрә бөгө н КУМС Башҡортостан Республикаһының Страховкалаусылар ассоциацияһы менән берлект ә торлаҡ булмаған муниципаль фонд объекттарын арендалаусылар араһында
       был майҙанды страховкалау кәрәклеге тураһында сәйәсәт үткәрә. Мө лкәтте мотлаҡ страховкалау тураһында пункт аренда килешеүенә
       лә индерелгән. Тик индереү бер эш, ә арендаторҙарҙы мөлкәтен страховкаларға мәж бүр итергә
       бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Был хәлдән сығыу юлы бер - арендат орҙарға страховкалауҙың отошло булыуын аңлатыу. Кемдер быны аңлай. 2 004 йылда 257 страховкалау килешеүе төҙөлгән, улар буйынса страховкала у яуаплылығы күләме 64 миллион һум тәшкил итә, килешеү буйын са страховкалау премияһы күләме - 302 мең һумдан ашыу. Быйыл
       страховкалау тураһында 47 килешеү төҙөлгән.
       Был практика үҫеш табыр тип уйларға ҡала. Әйтеп үтелгән х оҡуҡи мөнәсәбәттәр һәр кем өсөн дә отошло буласаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал