6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Рәсәй нефть - газ сәнәғәтселәре конгресы асылды
25.05.05


       Кисә Өфөлә "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында "Газ. Н ефть. Технологиялар - 2005" тип исемләнгән ун өсөнсө Халыҡ - ара к үргәҙмә үҙ эшен башланы, шуның менән Рәсәй нефть - газ сәнәғ әтселәренең алтынсы конгресын асыҡ тип иғлан итергә була.
       Илебеҙҙең нефть һәм газ сәнәғәтселәре конгресы һис һүҙһе ҙ йыл да нефть һәм газ комплексы алдынғыларын йыйыусы иң ҙур
       халыҡ - ара форум булып тора. Йола буйынса беҙҙең республикала Рәсәйҙең яғыулыҡ - эн ергетика комплексы өлкәһендә иң абруйлы эксперттар осраша. Мәскәүҙә һәм Әстерханда нефть һәм газ тематикаһына арналған ҙур форумдар үтеүенә ҡарамаҫтан, белгестәрҙең күпселеге тап Өфө конгресын һайлауы
       ла күп нимә тураһында һөйләй. Экспофорумды асыу тантанаһы сәғәт 11. 0 0 - дә башланды. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, республиканың Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе Константин То лкачев, республика Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, уның урынбаҫары һәм БР иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай
       Пучнин, Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, Башҡортостандың Сауҙа - сәнәғәт палатаһы рәйесе Борис Бондар енко һәм башҡалар ҡатнашты.
       Республика башлығы үҙ сығышында билдәләүенсә, нефтехимия һәм нефть эшкәртеү буйынса ҙур предприятиелары булған Башҡортостан өсө н "Газ. Нефть. Технологиялар - 2005" күргәҙмәһе бик ҙур әһәмиәткә эй ә. Май конгресы башҡорт ерендә 1300 кешене йыйҙы, уларҙың барыһына ла Мортаза Рәхимов эштәренең уңышлы тамамланыуын, яңы отошло
       бәйләнештәр булдырыуҙарын теләне һәм республика ҡунаҡтарында Өфө бары ти к ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырыуына ышаныс белдерҙе.
       Экспозицияла ҡатнашыусылар алдында тәбрикләү һүҙе менән Р әсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль сығыш һаны. Май аҙағында ҡунаҡсыл Башҡортотстан ерендә барлыҡ нефть һәм газ берекмәһе өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған конгресс ойоштороу м атур йолаға
       әүерелде, тине ул. Быйыл күргәҙмә лә, конгресс та фашист ил баҫарҙарын еңеүҙең 60 йыллығы билдәһе аҫтында үтә. Ул ауыр ваҡыттарҙа б ашҡорт нефтселәре лә Еңеүгә ҙур өлөш индергән.
       Геннадий Шмаль республиканың нефтселәр мәктәбе ролен үтәү ен дә билдәләп китте. Рәсәйҙең Степан Кувыкин, Валентин Шашин кеүе к күп кенә күренекле нефтселәре үҙҙәренең хеҙмәт юлын бында башлаған. Ш улай уҡ ул Башҡортостан етәкселегенә яғыулыҡ - энергетика комплексының үҫешенә ҡағылышлы һорауҙарын иғтибарһыҙ ҡалдырмауы өсөн рәхмәт белде рҙе һәм барыһын да нефть һәм газ өлкәһендә эшләүселәр тормошондағы б ыл ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы.
       Ҡыҙыл таҫманы киҫеү тантанаһынан һуң, күргәҙмә менән таны шыу башланды. Әйткәндәй, был күп ваҡытты алманы, сөнки күргәҙмә "Башҡортостан" күргәҙмә комплексының өс павильоны һәм асыҡ майҙандарында урынлашҡан ине ( дөйөм майҙаны - алты мең квад рат). Экспофорумдың эшендә Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән килгән
       270 - тән ашыу ойошма ҡатнаша. Нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә билдәл е сит ил компанияларынан "Самсон Контролс", "Юмо", "Вика Мера" ( Герм ания), "Феникс Контакт", "Атлас Копко" (Франция), "Хайтор", "Грундф ос" (Дания), "ДС Контролз" (АҠШ) һәм башҡалар килгән. Рәсәй яғыулыҡ - энергетика комплексын "КамАЗ" һәм "Татнефть" (Татарстан), Рязань электр омеханика заводы, Силәбе торба прокатлау заводы һәм башҡа билдәле пред приятиелар күрһәтә.
       Башҡортостан илдең нефть үҙәктәренең береһе булараҡ иң ҙу р урын биләүе аңлашыла: беҙҙең предприятиелар күргәҙмәнең 40
       процентын тәшкил итә. Улар араһында "Салауатнефтеоргсинтез", "Востокнефтезаводмонт аж", "Сода", "Каустик", НПФ "Геофизика", "УМПО, "Ишембай маш иналар заводы һәм башҡалар бар.
       Күргәҙмәнең беренсе көнөндә павильондарҙа алма төшөрлөк т ә урын юҡ
       ине. Ҡунаҡтар эш барышы менән таныша, нефть һәм газ буйынса
       эксперттар тәжрибә уртаҡлаша, ҡала халҡы ла форум менән тан ышыу мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмаған. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә Рәсәй не фть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадия Шмаль ме нән әңгәмәләшеү мөмкинселеге тейҙе.
       Шулай итеп, бындай экспозицияларҙа күп тапҡырҙар ҡатнашыу сы Геннадий Шмаль баһалауы буйынса, төбәк күргәҙмәләре араһы нда Өфө форумы
       күрһәтелгән продукцияның һаны һәм сифаты буйынса беренсе ур ында тора. Бынан тыш бөтә илдән белгестәрҙең бергә йыйылыуы ла һис шикһ еҙ ыңғай күренеш, тине ул, "сөнки беҙҙең нефть һәм газ тармағының бөг өнгө хәлен баһаларға, яңы технологиялар менән танышырға, тәжрибә уртаҡ лашырға мөмкинселек биргән үҙәк юҡ. Быға бәйле күргәҙмәнең әһәмиәте
       бик ҙур, бында беҙ яңылыҡтар менән танышыуҙан тыш, үткән күргәҙмәнән һуң ниндәй алға китештәр булғанын күҙәтә алабыҙ. Ғилми докла д, дискуссия, фекер йөрөтөүҙәрҙең бик юғары кимәлдә булыуын әйтеп китергә теләйе м. Өфөлә мин тәүге тапҡыр ғына түгел, һәм йылдан йыл ул үҙендә күберә к белгестәрҙе ҡабул итә. Ә был, килешегеҙ, Өфө форумының абр уйы үҫә барыуына дәлил".
       Тағы бер мөһим мәл: баш ҡалала ҡарап, тотоп, үҙ етештереү
       кимәленә "үлсәп" ҡарарға мөмкин булған тәбиғи өлгөләр күрһәтелгән. Бы л нефтселәрҙең бөгөн, артабан нисек эшләргә тигән һорау алдынд а торған ваҡытында айырыуса әһәмиәтле. Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтсел әре Берлеге рәйесе һөйләүенсә, үткән йыл илебеҙҙә 458 миллио н тонна нефть табылған.
       - Бер яҡтан, нефткә хаҡтарҙың юғары булыуын иҫәпкә алғанд а, дөйөм Рәсәй иҡтисады өсөн был насар түгел. Икенсе яҡтан, әгәр ҙә беҙ, нефть табыу менән бергә тылдарҙы нығытһаҡ ( мин
       запастарҙы күҙ уңында тотам), борсолоу өсөн сәбәптәр ҙә бул маҫ ине, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
       Шмаль әфәнденең абруйлы фекеренә таянып, был проблеманың ысынлап та көнүҙәк булыуын билдәләйек.
       Һәм, ниһайәт, һуңғы һорау:
       - Башҡорт нефтселәренең эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ
       - Башҡортостан Республикаһы инде оҙайлы ваҡыт буйына нефт ь табыу буйынса юғары кимәлдә тора. Әммә ятҡылыҡтарҙың иҫкереүе һәм һеҙҙең төбәктә яңы асыштар яһау ҡатмарлы булыуын әйтергә кәрәк: зап астар сикһеҙ түгел, ә нефть табыу һәм уны эшкәртеү буйынса Б ашҡортостан менән ярышыуы ҡыйын.
       Хушлашыр алдынан Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре "дириж еры" былай тине: Бөгөн мин барыһын да ҡарап өлгөрмәнем әле, әммә әле үк
       Бөтә Рәсәй масштабындағы сираттағы күргәҙмә уңышлы булды тип әйтә алам" .

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал