6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Металл һыныҡтарының икенсе тормошо
24.05.05


       Энергия һаҡлау законы буйынса тәбиғәттә бер нимә лә юҡтан барлыҡҡа килмәй һәм юҡҡа сыҡмай. Беҙҙең заманда, бөтә
       донъя индустрия үҫеше барышында файҙалы ҡаҙылмалар кәмегәндә, металл һыныҡтары әҙе рләүселәр өҫтә әйтелгән законды әүҙем файҙаланырға өйрәнде.
       "Башҡорт сауҙа йорто" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте металл ба ҙарында инде бер нисә йыл эшләй. Һәм ошо ваҡыт эсендә ул "Ба швторметтан" һуң икенсе урынға сыҡты. Бик перспективалы өлкә булараҡ билдәле ул: рес публикала металл һыныҡтары етерлек. Шуның менән бергә, ул тирә - яҡ мө хиткә зыян килтереүселәрҙең береһенә әүерелә. Тимәк, килем алыу менән б ергә әҙерләүселәр тирә - яҡ мөхитте таҙартыу буйынса ла эш башҡар а.
       Республикала металл һыныҡтары йыйыу менән шөғөлләнгән 72 предприятие иҫәпләнә. Был өлкәлә конкурентлыҡтың да көслө бу лыуы аңлашыла. Артта
       ҡалмаҫ өсөн тәҡдим ителгән варианттарҙың береһе - етештереү ҙе үҙгәртеп ҡороу. Мәҫәлән, ташыған ваҡытта таралмаһын өсөн уңайлы итеп көпләнгән
       металл һыныҡтарын металлургия предприятиелары теләп ҡабул и тә.
       Ошо сәбәпле Башҡорт сауҙа йорто бынан ике йыл элек Европ ала
       металлургия сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереүсе "AKROS" фр анцуз фирмаһы менән килешеү төҙөнө. Ике ай элек 15 металл базаһыны ң береһендә "AKROS" етештергән пресс урынлаштырылды. Хәйер, ун ың махсус рәүештә әҙерләнгән майҙанға мохтажлығы юҡ, престы ер ҙә урынлаштырырға һәм базанан базаға күсереп йөрөтөргә мөмкин. Был да бик әһәмиәтле күрһәткес. Металды преслағандан һуң щыйыҡ продуктт ар (мазут, машина майы, яғыулыҡ ҡалдыҡтары) ергә түгелер тип ҡурҡа торғ ан түгел, уның өсөн ҡорамалда махсус урын ҡаралған.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, икеләтә экология. Ни өсөн икеләтә  Башҡорт сауҙа йорто директоры Александр Филиппов әйтеүенсә , пресс еңел ауырлыҡтағы металды ( ваҡ тимер һыныҡтары) эшкәртергә лә һәләтле, был ма териал
       ғәҙәттә әҙерләүселәрҙә һорау менән файҙаланмай, сөнки уны т ашыуы мәшәҡәт тыуҙыра, ә бына металлургия комбинаттарында киреһенс ә, ул ҙур һорау менән файҙалана.
       - Престың нисек эшләгәнен ҡарағыҙ һәм уны алып Башҡорт са уҙа йорто
       республиканың металл баҙарында алға табан бер аҙым атлауын аңларһығыҙ, - ти "AKROS" компанияһының Рәсәй һәм БДБ буйынса
       директоры Киту Мажумджер.
       Престың көсө, ҡеүәте һәм шул уҡ ваҡытта һиҙелерлек еңелле к менән эшләүе ғәжәпкә ҡалдыра. Бына тейәгес "Москвичтың" йәмшәйеп б өткән кузовын еңел генә күтәреп пресҡа һала, һәм биш минуттан һеҙҙ ең күҙ
       алдында ул ҙур булмаған тимер пакетҡа әйләнә. Тотҡосо булһа , кеше лә күтәреп алырға мөмкин һымаҡ.
       - Ә һеҙ күтәреп ҡарағыҙ, - тип көлә Александр Филиппов ме нән Киту
       Мажумджер. Ул арала тейәгес икенсе партияға тотона. Бәләкәй
       генә тимер киҫәктәре, тимер сымдар, ғөмүмән, юл буйында, сүплектәрҙә би к күп күрергә мөмкин булған тимер - томор тағын шундай уҡ йы йнаҡ тимер пакетҡа әйләнә. Һәм был ҡорамалдың тотош республи ка өсөн дә ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңлай башлайһың. Прес ҡа тотонолған 186 мең евроның үҙен аҡлаясағы ла шик тыуҙырмай. Әлеге ваҡытта, Александр Филипповтың һүҙҙәре буйынса, республикала йылына 500 - 600 мең тонна ҡара "лом" йыйыла. Б ашҡорт сауҙа йортоноң өлөшөнә 100 - 150 мең тонна тура килә.
       Әммә был күләмгә әлеге еңел ауырлыҡтағы металл инмәй. Пресс һатып алыу етештереү кү ләмен һиҙелерлек арттырасаҡ, тимәк партнерҙар - Силәбе, Ырымбур һ әм башҡа өлкәләрҙәге металл комбинаттары кәрәкле сеймал менән үҙ ваҡ ытында тәьмин ителәсәк.
       Үҙең үҫешкәндә, башҡаларға ла ярҙам ит. Ошо принципҡа тая нып, "Башвтормет" һәм Башҡорт сауҙа йорто республиканың барлыҡ ме талл әҙерләүселәренә үҙҙәренең "Башвторметаллторг" ассоциацияһы б улдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал