6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Китап йортонда йома - ижади көн
24.05.05


       Өфөнөң "Белая река" Китап йортонда ижади йомалар үтк әреү китап яратыусылар өсөн матур йолаға әүерелә бара. Был юлы нәшриәт БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия ида ралығы менән берлектә "Ватаным хаҡында йырым" тип аталған ки сә ойошторҙо. Патриотик байрам Китап йортонда балаларҙың хәрби тематикаға һүрәттәр төшөрөү конкурсында ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Уны "Белая река" нәшриәте
       Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәрҙең ижад фестивале - конкурсы сиктәрендә уҙғарҙы.
       Конкурс йәш быуындың илебеҙ тарихын белеүе, атай - олатай ҙарҙың иҫтәлеген күҙ ҡараһындай һаҡлауын раҫланы.
       БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы начальнигы урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев Бөтә Рәсәй конкурс - фе стивалендә республиканың барлыҡ районынан да мәктәп уҡыусыл ары ҡатнашыуын билдәләне. Өфөнөң 2 - се сәнғәт мәктәбе, Благовар районы, Яз ыково ҡасабаһындағы йәкшәмбе мәктәбе, Асҡын районы уҡыусылары айы рыуса әүҙемлек күрһәтте, тине ул.
       Сараны ойоштороусылар почетлы урындар билдәләмәҫкә булды,
       лайыҡлы тип табылған эш авторҙары диплом һәм приз - фотоальбом һәм "Рәсәй тарихы" серияһынан китаптар менән бүләкләнде.
       Ижади йоманы тамамлар алдынан "Белая река" нәшриәте дирек торы Олег Лищенко яңы конкурс иғлан итте. Совет районы хакимиәте менән
       берлектә ул балаларҙы "Наркотикһыҙ тормош" тип аталған һүрә ттәр конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы.
       Һүрәттәрҙе "Белая река" нәшриәтенә Өфө, Киров урамы, 109 йәки Совет районы хакимиәте - Революция урамы, 111 адресы буйынса ебәре ргә була.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал