6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Көйәрмәндәрҙе шатландырып
24.05.05


       Башҡортостандың икенсе лига футбол клубтары һуңғы турҙа үҙ ҙәренә ҡаршы уйнаған командаларҙы 4 : 0 иҫәбе менән еңде. Ә гәр ҙә "Содовик" һәм "Нефтяник" үҙ көйәрмәндәрен ошондай сағыу һөҙөмтәләр менән й ышыраҡ ҡыуандырһа, был командаларҙың үҙебеҙҙә үткән матчтарына йөрө үселәр ҙә артыр ине - көйәрмәндәр еңеү байрам итергә ярата бит ул.
       Игнатенконың хатаһы
       Беҙҙең гәзиткә биргән бер интервьюһында "Содовиктың" ба ш тренеры Александр Игнатенко:
       - Барыһын да 4 : 0 иҫәбе менән еңербеҙ тип көтмәгеҙ. Арта бан еңел еңеүҙәр булмаясаҡ, - тип киҫәткән ине.
       Хөрмәтле Александр Викторович, барыһын да ошондай иҫәп ме нән еңерһегеҙ тигән уй башҡа ла инеп сыҡмай ине. Кемгәлер аҙыраҡ , кемгәлер
       күберәк туп индерергә лә мөмкин бит. Әммә һеҙ әйткән иҫәп " Содовиктың" Силәбе "Зенитына" ҡаршы уйынында тағы ҡабатланды. Ә һеҙҙеңсә , бындай сағыу һөҙөмтә көтөргә кәрәкмәй ине. Ә бындай хәл тағы ла ҡаб атланһа Ул саҡта, Александр Викторович, һеҙ хаталанаһығыҙ килеп сыға. Т ик был хата
       тамашасылар өсөн ҡыуаныс ҡына килтерә. 4 : 0 иҫәбе "Содовик тың" стиленә әүерелергә тейеш. Был иҫәп Стәрлетамаҡ коллекти вының юҡҡа ғына икенсе
       лигала булыуы хаҡында һөйләй, уға кәм тигәндә инде ике миҙг ел юғарыраҡ дивизионда уйнарға кәрәк. Һәм 4 : 0 иҫәбе тураһында нимә әйт ерһегеҙ
       - Беләһегеҙме, иҫәп 6 : 0, хатта 7 : 0 дә була ала ине. Б еҙ бик күп уңайлы мәлдәрҙе ҡулдан ысҡындырҙыҡ. Дөрөҫ, һәр осрашыуҙа бындай иҫә пкә өлгәшеүе ауыр. Әммә был матч - һөҙөмтә лә, команданың уйнауы
       ла тулыһынса ҡәнәғәтләндергән һирәк осраҡ. Шундай хәлдәр ҙә бул а, еңеүен еңәһең, әммә уйын барышынан ҡәнәғәтлек алмайһың. Был юлы бар ыһы ла ҡәнәғәтләндерҙе, хатта беренсе таймдан һуң иҫәп 0 : 0 булһа ла. Был бары
       тик уңайлы мәлдәрҙе файҙалана алмау һөҙөмтәһе.
       Тимәк, үткән йәкшәмбе көнө матчында төп геройҙарының исем  ­ шәрифтәрен хәтерҙә ҡалдырайыҡ - Басков (59 - сы минут), И ванов ( 66 - сы минут) һәм Зацепин ( 89 - сы минут).
       Әбделхалиҡовты күберәк әрләргә!
       Өфөлөләр шулай уҡ үҙ көйәрмәндәрен шатландырҙы. Улар бер матч эсендә үткән беренселектең биш осрашыуы менән сағыштырғ андан да күберәк гол индерә алды. 4 : 0 һәм Суренскийҙың командаһы турнир таблица һында бер аҙ өҫкә күтәрелә. "Нефтяниктарҙың" тренеры команда
       үҙ көсөнә ышаныс тойһон өсөн тәүге тупты индерергә кәрәк ти п дөрөҫ әйткән.
       Башта уйын һүлпәнерәк барҙы. Әммә 25 - минутта, Ханов туп ты ҡаршы яҡ ҡапҡаға индергәндән һуң, барыһы ла үҙгәрҙе. Икенсе периодта Завьялов менән Алексей Әбделхалиҡов иҫәпте арттырҙы. Әбделхалиҡов үтк ән матчта
       физик йәһәттән әҙерлекһеҙ булып күренгән ине. Һөҙөмтәлә там ашасыларҙың береһе матч буйына уны ҡысҡырып әрләп ултырҙы, б ыл уйынсыны алмаштырмаған өсөн Юрий Суренскийға ла эләкте. Әрләүҙең трен ерға артыҡ
       тәьҫир итмәүе яҡшы, ул Әбделхалиҡовҡа тағы бер мөмкинселек бирҙе һәм һөжүм итеүсе уның ышанысын аҡланы. Бәлки Әбделхалиҡовты күбе рәк әрләргә кәрәктер, кем әйтмешләй, профилактика өсөн.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал