6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Наркоман ата - әсә бәләкәй балаларын енәйәт ҡылыуҙа файҙалан ған
23.05.05


       Өфөлә йәшәүсе йәш ата - әсә - исемдәрен Вадим һәм Регин а тип алайыҡ - оҙайлы һәм әүҙем рәүештә наркотиктар һатыу ме нән шөғөлләнә. Енәйәтсел эшҡыуарлыҡта наркоман ата - әсә үҙҙәренең ике бәләкәс ҡыҙын файҙаланыуҙан да оялмай.
       Тәүге ҡыҙын Регина 2003 йылда таба, бер йылдан икенсе ҡыҙ ы ла донъяға килә. Ике сабыйҙың да сәләмәтлеге шәптән түгел, Сәбәбе - әсә ләренең инде тиҫтәләп йылдар энәлә ултырыуы. Регинала балаларына ҡарата һ өйөү хисе һиҙелмәй, уның ҡарауы ул ҡыҙҙарын үҙ мәнфәғәттәрендә рәхәтлә неп файҙалана. Ире менән бергә улар Өфөгә даими рәүештә героин ҡ айтарыу менән шөғөлләнә. Ағыу алырға Салауат ҡалаһына ғаилә менән ба ралар: героинды ата - әсә ҡыҙсыҡтарҙың кейеменә йәшерә.
       Быйыл ғына ла улар Салауаттан Өфөгә унлап рейс яһай. Һәм һәр ваҡыт наркотик алып ҡайталар. Әммә бер матур көндә улар ҙа тотола.
       Сираттағы
       партия артынан барғанда, был ғаиләнең машинаһын наркоконтро ль хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Һәм тикшереү үткәргән ваҡытта тәртип һаҡсыһы ҡыҙыҡайҙың кейемендә йәшерелгән ун грамм героин таба.
       Вадим ғәйепте тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Әммә уның ҡулға ал ыныуы ҡатынын артыҡ борсомай. Бер аҙнанан ул тағын Салауатҡ а юл тота һәм был юлы инде 30 грамм героин менән тотола.
       Наркотиктар менән һатыу итеү буйынса ир һәм ҡатынға ҡарат а енәйәт эше
       асыла. Вадим да, Регина ла законды тәүге тапҡыр ғына боҙмай . Был йәһәттән ҡатын кеше тормош иптәшенән дә уҙҙырған, бурл ыҡ һәм урланған әйбер
       һатыу өсөн ул инде ун йылға яҡын ғүмерен рәәшткә артында үт кәргән. Мәғлүмәттәр буйынса, тап Регина был енәйтсел синдикаттың баш ында торған да инде. Һәм наркотиктар һатыуҙан тыш уларға енә йәтсел төркөм төҙөгән өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал