6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Донъяны матурлыҡ ҡотҡарасаҡ, тик журнал тышындағыһы түгел
23.05.05


       Нимә ул матурлыҡ темаһына фекер йөрөтөүҙәр бик күп т өрлө. Тик әлегә ҡәҙәр кешеләр уртаҡ бер фекергә килә алмай. Гүзәл тәбиғәт күренешен йәки сибәр ҡыҙҙы күреп күптәр "Эйе, был бик матур!" тип һоҡланыуы мөмкин, әммә үҙҙәренең ни өсөн
       улай тип уйлауын аңлатып бирә алыусылар һирәк.
       Анатолий Юрьевич Войнов - гүзәлекте баһалай белә, ул фото рәссам һәм үҙ эшенең оҫтаһы. Был уның күп өлөшө ҡатын - ҡыҙҙарҙың фотопорт реттарынан торған әҫәрҙәренә бер ҡарағанда уҡ аңлашыла.
       Маҡтау һүҙҙәрен артыҡ юғары тип баһалаһа ла, автор үҙенең
       фотоларының үҙенә бер төрлө булыуы һәм башҡа оҫталарҙың эше нә оҡшамауын таный. Бынан тыш ул матурлыҡ нимә ул тигән һорауға ла аныҡ генә яуа п бирә ала.
       - Минең өсөн матурлыҡ - эске донъя, үҙенә йәлеп итеүсе ни ндәйҙер көс ул. Был көс ысынлап та донъяны ҡотҡара ала. Мәҫә лән, ҡайһы бер ҡатын - ҡыҙҙы журнал битенән төшкән матурҡай тип атайбыҙ. Әммә кешелә булған эске нур тышҡы матурлыҡты ҡаплауға һәләтле, һәм ул саҡта тәү ҡарашҡа ябай ғына
       булып тойолған йөҙ ҙә донъяла иң матуры булып күренергә мөм кин. Һәм ошо күренеште фотола күрһәтә белеү - иң юғары пилот аж тип әйтер инем.
       - Әгәр фотола һеҙ әйткән нур сағылмаһа
       - Тимәк, фото ла юҡ. Бары синтетика, тышҡы күренеш кенә.
       - Ә журнал биттәрендәге сибәркәйҙәр һуң
       - Журналдарҙың маҡсаты икенсе - башлыса тышҡы форма баһал ана. Эске донъяны күрһәтергә тырышмай ҙа ул.
       - Ә һеҙҙең өсөн был иң мөһимеме
       - Шулайҙыр, моғайын. Юҡһа фотография буш килеп сыға. Бына
       һынлы
       сәнғәттә лә күп кенә рәсамдар өсөн иң мөһиме - кешенең кәүҙ әһен түгел, күңелен һүрәтләү. Фотографияла ла мин ошоға ынтылам.
       Анатолий Юрьевич үҙе тураһында һөйләмәй тип әйтерлек, уны ң ижады һәм эске донъяһын төшөргән эштәре аша ҡарап белеүҙәрен хуп күрә.
       Үҙе тураһында һөйләүҙе үтенгәс, ул йылмайҙы ла былай тине:
       - Һуң фотоға төшөрҙөм дә, төшөрҙөм нде. Уның бер нимәһе л ә юҡ. - әммә бер нисә минуттан һуң был темаға тағы әйләнеп ҡайтты.
       Фотокамера менән Анатолий Войнов өлкән синыфтарҙа уҡығанд а таныша - яңы уйынсыҡ малайға мауыҡтырғыс күренә. Һәм был һөнәренә ул ahx йыл элек тағы әйләнеп ҡайта.
       - Фотокартинаны нисек барлыҡҡа килтерәһегеҙ
       - Баһалауҙың иң төп критерийы - мин үҙем. Мин фотоның дөр өҫ, гармониялы һәм матур икәнлеген тойһам, мин үҙемә ышанам.
       Әгәр ҙә минең тырышлыҡтарыма ҡарап башҡалар ҙа һоҡлана икән, эшем ун тапҡы р күберәк ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тыуҙыра.
       - Һеҙгә нимә илһам өҫтәй
       - Илһам өҫтәүҙән бигерәк этәргес көс бирә - ул фотоға төш өрөү теләге. Ошо эстәге бәләкәй генә мотор тынғы бирмәй: Вой нов, тор, йүгер, төшөр! - ти ҙә
       тора.
       Үҙенең эштәрендә фоторәссам компьютер технологияларын фа йҙаланмай, бары тик ҡул аҫтында булған мөмкинселектәрҙе генә
       ҡуллана.
       Анатолий Войновтың ҡатын - ҡыҙ портреттары төрлө, бер - б ереһенә оҡшамаған, ә серле ҡатын - ҡыҙ образында күп осраҡта
       күрше ҡыҙы Настя төшкән. Ул фотографтың төп моделе тип әйте ргә була.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал