6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Беҙҙең һөжүм итеүселәргә башҡарыу оҫталығы етмәй"
23.05.05


       Стәрлетамаҡ "Содовигы" беренселектең һуңғы матчында
       еңеп, юғалған мәрәйҙәр буйынса "Урал - Волга буйы" зонаһыны ң алдынғылары иҫәбенә сыҡты. Өфө"Нефтянигы" был йәһәттән бик уңманы, сөнки был ком анданың һөжүм итеүселәре бер нисә тапҡыр отошло урындарҙан тороп та тупты ҡапҡаға индерә алманы.
       Стәрлетамаҡ командаһынан башлайыҡ. Магнитогорск ҡалаһының
       бирешергә теләмәгән "Металлург - Метизник" командаһына ҡарш ы матчтың 3 : 0 иҫәбенә тамамланыуы үҙе үк күп нимә тураһ ында һөйләй. Игнатенконың дружинаһы был ныҡыш клубтың һағын асыу өсөн асҡыс таба алды. 30 - сы һәм 71 - се
       минуттарҙа Зерновтың индергән голдары Стәрлетамаҡ "машинаһы ның"
       еңеүен тәьмин итте, матч тамамланыр алдынан Ивановтың индер гән тубы осрашыу иҫәбен бик матур итеп тамамларға мөмкинселек бирҙе. Әлегә турнир таблицаһында "Содовик" өсөнсө урында тора. Икен се башҡорт командаһы "Нефтяниктың" эштәре бик йүнле түгел. Был коллектив яҡшы уйы н күрһәтә, әммә бер генә нимә - уңайлы мәлдәрҙе файҙалана белмәү - футб олсыларҙың бар тырышлығын юҡҡа сығара. "Нефтяник" бөгөн "Урал - Волга б уйы" зонаһының 19 командаһы араһында 15 - се урында бара. Өфө клу бы тренеры Юрий Суренский юҡҡа ғына "һөңгөнөң осо", йәғни го л индереүсе һөжүм итеүсе булмауына зарланмай торғандыр. Яҡшы бомбардирһыҙ Баш ҡортостан клубы үҙенең был мәсьәләһен хәл итә алмаясаҡ.
       Һуңғы матчты "Нефтяник" үҙ яланында үткәрҙе. Ҡунаҡҡа Силә бенән "Зенит" командаһы килде. Башта ямғыр аҫтында уйнарға т ура килде. "Нефтяниктың" стадионын тигеҙ тип әйтеүе ҡыйын, был да уйындың йылдам бары уына
       ҡамасаулыҡ тыуҙырҙы. Өфөлөләр "Зенит" ҡапҡаһына йыш туп инд ерергә
       тырышты, тик теләккә ирешеүселәр һирәк булды. Ҡайһы ваҡыт т упҡа типмәҫ элек үк уның һауаға осасағы билдәле ине.
       Матчтан һуң беҙ тренерҙарҙың уйындан алған тәьҫораттары м енән уртаҡлашыуын һораныҡ. Сергей Кузнецов, "Зенит" футбол клубы тренеры:
       -Хужаларҙың ҡапҡаһы эргәһендә ике тапҡыр ғына уңышлы мәл булдырыуға ирештек. Уның ҡарауы беҙҙең оборонаға һүҙ тейҙерерлек түгел.
       Клуб хәл
       итергә тырышҡан мәсьәләләргә килгәндә, әле беҙ алдағы алты клуб иҫәбенә инеү маҡсаты менән янабыҙ. Был беҙгә беренсе ли гаға инергә мөмкинселек бирәсәк.
       Юрий Суренский, "Нефтяник" футбол клубы тренеры:
       - Беренсе таймда беҙ ялан уртаһын отторҙоҡ. Баш менән уйн ауға килгәндә, "Зенит" беҙҙән яҡшыраҡ күренде. Беҙҙең һөжүм итеүселәргә башҡарыу оҫталығы етмәй.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал