6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өс дан ордены кавалеры
23.05.05


       Хәрбиҙәр һәм хәрби тормошҡа ҡағылышы булмағандар өсөн дә Дан ордены
       айырыуса юғары награда булып тора. Беҙҙең яҡташыбыҙ, Әҙһәм
       Ғәли улы Әлибаев (1925 йыл, 20 май - 1951 йыл, 12 август) Бөйөк Ватан
       һуғышында
       күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс Дан ордены менән наградлана.
       Өҙлөкһөҙ үтенестәре менән хәрби комиссариат тупһаһын тапа п, ниһайәт хәрәкәт итеүсе армия сафтарына оҙатылғанда комсомол ағзаһы Ә либаевҡа ун һигеҙ генә йәш була. Хәрби юлын ул Сталинградта башлай Берлинда тамамлап ҡуя. Ошо ваҡыт эсендә һигеҙ тапҡыр йәрәхәтләнә, тиҫтәләгән фашистың башына етә.
       Уңың ҡыйыулығы хаҡында китап яҙырға мөмкин булыр ине. Б ына уның фронттағы тормошонан алынған ике генә эпизод.
       ... Берлинға инеү юлында һуғыштар бара. Гайденбург эргәһе ндә дошман
       көслө контратакаға күсә. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә 616 - с ы айырым миномет полкы командиры менән алдынғы күҙәтеү пункты араһынд а элемтә
       өҙөлә. Полк командиры старшина Әлибаевты саҡырта һәм мәсьәл әне тиҙ арала хәл итергә ҡуша. Әҙһәм телефон кабеле яҡын - тирәлә өҙ өлгәндер тип уйлап, линия буйлап бер үҙе генә китә. Ярты километр тирәһе араны йүгереп үткәс, ни күрә - ут позицияларының тылына бер төркөм фашиста р яҡынлаша. Нимә эшләргә. Кире ҡайтып иптәштәрен киҫәтер ин е, полк командирының әмере үтәлмәй ҡаласаҡ. Әҙһәм дошманды көтмәгәндә ут асып ҡар шыларға ҡарар итә.
       Юл буйындағы канауға ятып, Әҙһәм гитлеровсыларҙың яҡынайғ анын көтә башлай. Йөҙ аҙым тирәһе ара ҡалғас, автоматтан ут аса. Быны көтмәгән
       фашистар юғалып ҡала һәм асыҡ ялан буйлап йүгерешергә тотон а.
       Ике - өс минуттан Әлибаев фашистар уның бында бер үҙе икә нлеген белмәһен өсөн ҡысҡырып бойороҡтар бирә башлай.
       Атыш минометсылар өсөн хәүеф сигналы булып яңғырай. Ҡалға н фашистарҙы улар инде күмәкләп ҡыра. Әҙһәм тағы линия буйлап китә һәм тиҙҙән өҙөлгән урынды табып ялғай ҙа кире үҙенекеләр янына ҡ айта.
       ... Совет ғәскәрҙәре Берлинда баҫып инә. Ҡаланың үҙәк рай онында үтә ҡаты
       бәрелештәр бара. Йорттоң һәр ҡаты, һәр урам өсөн алыш бара.
       9 - сы полк атышсылары көньяҡтан һөжүм итеп, ҙур булмаған
       бер майҙанға
       барып сыға. Һәм дошмандың пулемет уты аҫтына эләгә.
       Старшина Әлибаевҡа үҙ һалдаттары менән күрше йорттоң түб әһенә менеп, фашистарҙың пулеметтары урынлашҡан урынды асыҡл арға һәм уларҙы юҡ итергә тигән бойороҡ бирелә.
       Һалдаттар мөйөштә торған йорттоң сарҙағына үрмәләй. Бер б үлмәнең ишеген асып ебәрһә, Әлибаев дошман офицеры менән күҙгә - күҙ
       осраша. Беренсе булып автомат курогына совет һалдаты баҫып өлгөрә. Ҡ айҙалыр яҡында ғына тағы бер пулеметтың туҡтауһыҙ тыҡылдауы ишетелә.
       Ул бер ҡат түбәнерәк урынлашҡан була. Старшинаның командаһы буйынса унд а гранаталар оса. Һуңғы пулеметтың өнө тығыла. Әҙһәм тәҙрә төб өнә баҫа ла бар көсөнә ҡысҡырып ебәрә:
       - Алға, иптәштәр! Юл асыҡ!
       Шул ваҡыт уға дошман пуляһы тейә. Был уның һигеҙенсе йәрә хәте була. Ҡоралдаштары уны яу яланынан алып сыға.
       Ун көн дауамында врачтар уның ғүмере өсөн көрәшә. Иҫенә к илгәс, Әҙһәм:
       - Доктор, дөрөҫөн әйтегеҙ, мин тере ҡаласаҡмынмы - тип һ орай.
       - Һеҙ дошманды еңдегеҙ, һеҙ йәшәргә тейеш!
       Һәм Әҙһәм тере ҡала. Көҙөн ул тыуған яғы Баймаҡҡа ҡайта һ әм эшкә тотона, балаларҙы уҡыта, үҙе лә белемен арттыра...
       Үҙенең еңел булмаған яҙмышы хаҡында Әҙһәм Әлибаев көндәле генә яҙып бара. Уны баҫыуға яугирҙың ҡыҙы Светлана Әлибаева әҙерләп та пшыра. Ул ике тапҡыр Мәскәүҙә, "Комсомол ағзаларының көндәлектәре һәм
       хаттары" йыйынтығында баҫылып сыға.
       1987 йылда Дан орденының тулы кавалеры Әҙһәм Әлибаевтың т ыуған ауылы Йомашта һәйкәл асыла. Уны скульптор, Салауат Юла ев исемендәге премия лауреаты Лев Кузнецов эшләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал