6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Эшләргә ваҡыт етте
20.05.05


       Кисә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимо в халыҡҡа һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға сираттағы йылл ыҡ Хаты менән мөрәжәғәт итте.
       Хатының башында уҡ, йылға һығымталар яһап, Мортаза Рәхимов:
       "Иң мөһиме, халыҡтың йәшәйеш кимәле күтәрелде", - тип һыҙыҡ
       өҫтөнә алды. Һуңғараҡ был темаға тағы әйләнеп ҡайтты: "Дәүләттең республика халҡы алдындағы төп социаль бурыстары үтәлде". Үткән йылғы Хатында ғы кеүек үк, БР Президенты республиканың власть органдары аг росәнәғәт комплексына күрһәткән ярҙамында туҡталды. Һәм һөҙөмтәләр үҙен көттөрмәй. Башҡортос тан игендең тулайым йыйымы буйынса илебеҙҙең иң һөҙөмтәле э шләүсе биш төбәге иҫәбенә инә, ит һәм картуф етештереү буйынса икенсе, һөт буй ынса - беренсе урын биләй. Әммә аграрийҙарға хәҙер конкрет м әсьәләләр ҙә хәл итергә тура киләсәк. Мәҫәлән, ауыл хужалығы
       продукцияһы етештереү күләмен 2000 йыл кимәленә ҡарата бе р ярымға арттырырға. Президент быны үтәү мөмкинлегендә шиклә нмәй. Яңы техникалар индереү, ауыл хужалығы продукцияһын тәрәнерәк һәм комплекслы эшкәртеүгә саҡырыуҙар ҡабатланды. Ә
       республикала етештерелгән тәбиғи аҙыҡ - түлек продукттарын тышҡы баҙарҙарға сығарғанда, республика башлығы белдекле маркетинг һәм мәғлүм әти яҡлау менән файҙаланырға тәҡдим итте.
       Хаттың сәйәси өлөшө Рәсәй Федерацияһында барған дәүләт ҡо ролошон ябай констатациялау менән генә сикләнмәй. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть башлыҡтарын һәм Федераль Йыйы лыштың Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙың яңы тәртибенә күсеү дәүләт һәм
       йәмғиәт
       мәнфәғәттәренә яуап бирә тип уйлайым, тине Президент. Шул у ҡ ваҡытта
       республика федераль үҙәккә төбәк инициативалары менән файҙа ланырға тәҡдим итә. Улар бишәү һәм Хатта айырым төркөм булып тора:
       - Федерация Советы составын Рәсәй Федерацияһы субъекттары ның закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары етәкселәренән
       төҙөү, был уға төбәктәрҙең мәнфәғәттәрен тулыраҡ кәүҙәләнде рергә мөмкинлек бирәсәк,
       - Федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары араһында вәкә ләттәрҙе һәм идара итеү даирәһен айырыуҙа ҙурыраҡ билдәлелеккә һәм тоторо ҡлоҡҡа
       өлгәшеү,
       - Рәсәй Федерацияһы субъекттарының иң юғары вазифалы кеше ләренә, федераль һәм төбәк власть органдарының вәкәләттәрен ҡабатлау ға юл ҡуймау маҡсатында, федераль министрлыҡтар һәм ведомств оларҙың территориаль органдары эшмәкәрлеген координациялау буйынса айырым вәкәләт тәр биреү, - төбәк бюджеттарының килем өлөшөн уларҙың реаль
       сығым йөкләмәләренә тиң итеп билдәләү,
       - Федерация субъекттарының башҡарма власть органдарын фор малаштырыу принциптарын муниципаль кимәлдә лә яраштырыуҙы тә ьмин итеү.
       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың и жтимағи - сәйәси тормошта роле артасаҡ - парламент алдында
       төбәк закондарын камиллаштырыу йәһәтенән ҙур эш тора. Бының сәбәптәре күп һәм
       улар барыһы ла президент Хатында иҫәпкә алынған. Беренсенән, быйы лғы йыл урындағы үҙидараны үҫтереүҙә хәл иткескә әүерелә. Яңы муници паль берәмектәрҙең власть органдары эшен башлауға әҙерлек ба ра. Урындағы үҙидара органдарына айырым вәкәләттәр биреү тәртибен көйләүсе законд ар һиҙелерлек үҙгәрәсәк. Икенсенән, илдә барған административ р еформа
       мөһим әһәмиәткә эйә. Ул динамикалы идара итеү механизмын бу лдырыуға, бюрократизмға һәм коррупцияға ҡаршы тороуға йүнәлтелгән. Хат ҡа ярашлы, дәүләт һәм муниципаль органдарҙың һәр хеҙмәткәрен баһалау кр итерийҙарын арттырыу, буш торған вазифаларға алыуҙың конкурс
       системаһын индерергә кәрәк. Президент фекере буйынса, хеҙмәткәр үҙ бурыстарын үтә ү өсөн тулы яуаплылыҡҡа, юғары әхлаҡи - этик сифаттарға эйә булырға тейе ш. Өсөнсөнән, төҙөлөш комплексының оҙайлы үҫеш стратегияһын эшләргә кәрәк - Рәсәй Федерацияһының яңы Торлаҡ кодексына ярашлы, республика закон дарын да яңыртыу тора.
       Баш ҡалабыҙ ҙа президент иғтибарынан ситтә ҡалманы - "уны ң системаһыҙ рәүештә төҙөкләндерелеүенә юл ҡуйырға ярамай". Хөкүмәткә ҡала хакимиәте менән берлектә Өфөнөң тарихи мәҙәни әт һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалып, ҡаланың заманса йөҙөн булдырыу буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк. Дүртенсенән, башланғыс һәм урта профессиональ
       белем биреү учреждениеларын республика ҡарамағына тапшырыу норматив база булдырыуҙы, финанслау мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итә. Хөк үмәт был йәһәттән үҙ ваҡытында саралар күрергә тейеш. Идара итеүҙең я ңы механизмын булдырыу, республика иҡтисады һәм социаль өлкә һе тармаҡтары буйынса тейешле кадрҙарға ихтыяжды күҙаллау зарур.
       Хатта әйтелеүенсә, Башҡортостан иҡтисадының үҫеше артабан
       да тулайым төбәк продуктын икеләтә арттырыу мәсьәләләре сиктәренән сығы п ҡараласаҡ. Бында иң мөһиме - иҡтисадтың инвестиция йәһәтен ән ылыҡтырғыслығын һәм конкурентлыҡ һәләтен күтәреү, халыҡты ң реаль килемен арттырыу. Республика Хөкүмәтенә ошо стратеги к документты эшләүҙе һәм уны быйыл ҡабул итеүҙе тәьмин итерг ә кәрәк. Бынан тыш, Башҡортостандың артабанғы үҫешен төбәк
       иҡтисадының инновацион үҫеш принциптарына, заманса фәнни - техник
       сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға нигеҙләнгән яңы моделенә күсеү менән
       бәйләү мөһим. Заманса мәғлүмәти технологияларҙы индереү ифр ат мөһим әһәмиәткә эйә. Хөкүмәткә мәғлүмәтләштереү һәм мәғлүмәт ресур стары тураһында законға ярашлы "Электрон Башкортостан" программаһы н эшләүҙе һәм үтәүҙе, "Электрон Рәсәй" федераль программаһы сараларын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итә торған вәкәләтле орган булдырырға кәрәк.
       Республиканың тотороҡло иҡтисади үҫешенең нигеҙе булып яғ ыулыҡ - энергетика комплексы, химия һәм нефтехимия, машина төҙөү тор ғанлыҡтан, республика башлығының дәүләт милкенә идара итеүҙең тейешле һ өҙөмтә бирмәүе менән ҡәнәғәтһеҙлеге аңлашыла. Был йәһәттән ҡайһы бе р хаталарға юл ҡуйылыуы билдәле. Стратегик йәһәттән мөһим бу лған ҡайһы бер
       предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә контроль һорау аҫтына ҡуйыл ды. "Артабан республиканың хужалыҡ йәмғиәттәрендә ҡатнашыу дәрәж әһен, дәүләт унитар предприятиелары күләмен һәм һанын билдәләүгә я уаплыраҡ ҡарарға кәрәк", тип киҫәтте Мортаза Рәхимов. Әйткәндәй, ул х ужалыҡ итеүсе субъекттарҙың бөлгөнлөккә төшөүөн иҫкәртеү һәм
       уларҙы финанс һауыҡтырыу буйынса саралар күреү йәһәтенән дә
       һорауҙарҙың күп булыуын билдәләне.
       Президент Хатында республиканың ижтимағи - сәйәси тормошо ндағы
       яңылыҡтар ҙа сағылыш тапты. "Беҙ юғары гуманитар стандартта рға, шулай уҡ илебеҙҙең халыҡ - ара хоҡуҡи йөкләмәләренә яра шлы дәүләт сәйәсәтенең
       хоҡуҡ һаҡлау аспекттарын көсәйтергә тейешбеҙ. Дәүләт власы органдарының бөтә сәйәси партиялар, милли - мәҙәни, дини һәм
       башҡа берекмәләр менән
       һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге республикала ижтимағи климатты арта бан яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
       Йәмғиәттә теге йәки был проблемалар булырға мөмкинлеген й әнә бер
       тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Ләкин сәйәси эшмәкәрлек
       ҡәтғи
       хоҡуҡи һәм әхлаҡи - этик сиктәрҙә барырға тейеш. Экстремизм
       һәм көс ҡулланыуға, социаль, бигерәк тә милли һәм дини ыҙғыш тыуҙыры рға маташыуҙарға аяуһыҙ сик ҡуйырға кәрәк". Йәмғиәт һәм власть а раһындағы мөнәсәбәт сиктәрен президент ошолай тип билдәләне.
       Республика үҫешенең 2005 йылға төп йүнәлештәрен йомғаҡлап , Мортаза Рәхимов түбәндәгеләрҙе әйтте: " Беҙҙең йүнәлештәр - ул көслө
       һәм һөҙөмтәле дәүләт власы, урындағы үҙидараны үҫтереү, гра ждандар йәмғиәте институттарының демократик нормаларын һәм эшмәкәрлеген ышаны слы тәьмин итеү, кеше хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау. Был шул ай уҡ иҡтисадтың заманса моделе, граждандарҙың социаль яҡланыуы, м әғариф,
       фән һәм мәҙәниәт өлкәләрендә алға китеш, йәмәғәт тормошонда
       татыулыҡ һәм тотороҡлоҡ". Мөрәжәғәт тапшырылды. Хәҙер эшләргә ваҡыт.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал