6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ференц Лист Владислав Мортазин күҙҙәре менән
20.05.05


       Бөйөк венгр композиторы, романтизм йүнәлешенең сағыу вә киле, пианист, дирижер, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Ференц Лист тураһында әле лә күп төрлө легенда һәм хәбәрҙәр йөрөй. Иң сағыу тарихтарҙың береһе буйынса, 1842 йылда музыкант батша ҡушыуы буйынса 24 сәғәт эсендә Пет ербургтан сығып китергә һәм бер ҡасан да Рәсәйҙең баш ҡалаһына килмәҫк ә тейеш була.
       Эш түбәндә: Листтың Петербургтағы сығышына иң нәзәкәтле т амашасылар йыйыла, залда император Николай беренсе лә була. Концерт барышында батша үҙенең адъютанттары менән ҡысҡырып һөйләшә башлай. Лис т уйнауынан туҡтай. "Эш нимәлә Ниңә уйнауҙан туҡтанығыҙ" - т ип һорай Николай һәм ҡулын һелтәй: - "Дауам итегеҙ". "Батша һөйләшкән дә башҡалар шымырға тейеш, ғәли йәнәптәре", - тип яуап бирә Лист. Император концертты һөйләшмәйенсә тыңлап бөтөрөргә мәж бүр була. Әммә концерт тамамланыуына үтә тәүәккәл музыкантты полицмейстер көтөп тор а...
       Өфөлә Листтың музыкаһы менән таныш түгелдәр тип әйтергә б ула, шуға күрә БР атҡаҙанған артисы Владислав Мортазиндың был композит ор ижадына арналған концерт биреү идеяһыһын тамашасы ҡыҙыҡһы нып ҡаршы алды. Бынан тыш бер үк башҡарыусы пианист та, органист та булып сы ғыш яһаған программалар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә һирәк осрай.
       - Миңә, Ференц Листтың сағыу, күп яҡлы шәхесенә ҡағылған музыкант
       булараҡ, бер үк концертта фортепиано һәм органда уйнау ҡыҙы ҡлы, - ти Владислав Мортазин. - "Туған" булыуарына ҡарамаҫтан, фортепи ано һәм орган бер - береһенән ярайһы уҡ ныҡ айырыла. Был ике инструм ент Листты төрлө яҡлап аса. "Восхождение" программаһын бик күп йылдар э лек мин Францияла башҡарғайным. Бөгөн үҙемдең тыуған яғымда уға әйлә неп ҡайтырға теләйем. Өҫтәүенә күптән инде Рәсәйҙә пианист сифат ында сығыш яһағаным юҡ.
       Музыканттың һүҙҙәре буйынса, концерт программаһы үҙ исеме н юҡҡа ғына алмаған. Унда бәләкәй венгр малайының оҫта, вирт уоз пианист булып үҫеү
       юлы сағыла. Лист 78 йәшендә вафат була, 19 быуат композитор ҙары өсөн был ярайһы уҡ күп һанала.
       Концерт тамашасылар менән әңгәмә рәүешендә ҡоролдо: алып барыусы Ләйлә Шаһиева композиторҙың ҡатмарлы тормошо хаҡында бәйән и тте. Гримм әкиәттәренә оҡшаш легенда буйынса, йәш Лист Венгриянан
       киткән ваҡытта күрәҙәсе уға "һин бында алтын каретала әйләнеп ҡайта саҡаһың", - ти. Һәм ысынлап та, 15 йылдан һуң Венгрия Листты
       милли герой итеп ҡаршы ала. 37 йәшендә Лист пианист карьера һын ташлай һәм орган өсөн әҫәрҙәр яҙа башлай. 54 йәшендә аббат санын ҡабул итә.
       - Композитор - Листты башҡарыусы - Листтан айырып ҡарау м өмкин түгел, - тип аңлата Владислав Мортазин. - Гениаль комп озитор булараҡ, ул фортепианоның яңғырауын яңырта. Лист иҫ китерлек техникаға э йә була, ә уның көйөнөң принцибы - программалылыҡ була: көй аша ул Дант е, Петрарка, Гете әҫәрҙәрен сағылдыра, Рафаэль, Микеланджело
       скульптураларын йөкмәткеһен ноталарға һала. Классик жанр һәм формаларҙы үҙгә ртеп, ул яңы жанр - симфоник поэма булдыра.
       Владислав Мортазиндың ҡатмарлы концерты алҡышлауҙар һәм г өлләмәләр менән тейешенсә баһаланды. Тамашасылар Ференц Лист тың "фортепианоның новаторҙарса трактовкаһын" үҙәрендә тойҙо
       тип әйтергә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал