6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яҡташыбыҙ - Чернышевскийҙың дуҫы
20.05.05


       Был кеше тураһында мәғлүмәтте Я. Гроттың Санкт - Петербур гта 1873 йылда сыҡҡан "В. И. Даль һәм П. П. Пекарский тураһы ндағы иҫтәлектәрендә", ошо уҡ йылда баҫылған "Өфө губернаһының хәтер китабында" бирелгә н "Өфө дворяндары Пекарскийҙар тураһында хәбәрҙәрендә" табырға була .
       Петр Петрович Пекарский ( 1827 йыл, 19 май - 1872 йыл, 24
       май), рус тарихсыһы, библиограф, Петербург Фәндәр академияһы академигы , Өфө янында, Базилевкала, помещик ғаиләһендә тыуа ( бөгөн Өфөнөң Калинин районы). Атаһы аҡсаны иҫәпләмәй тотона һәм тиҙҙән ғаиләһен б ер тинһеҙ ҡалдыра.
       Петр Пекарский Өфө гимназияһын, артабан Ҡазан университет ының юридик факультетын тамамлай.
       Хеҙмәт эшмәкәрлеген Пекарский Өфөлә 1848 йылда провинциал ь чиновник булып башлай, артабан Ырымбур губерна идаралығында, Һамарҙа эшләй.
       Егет дуҫтарынан уңа. Улар араһында Чернышевскийҙың дуҫы, шағир, тәржемәсе, публицист Михаил Ларионович Михайлов та була. Уны ң аша Петр Николай Васильевич Чернышевский менән таныша, "Со временник" түңәрәгенә йөрөй башлай.
       Белеме буйынса юрист, һөнәре буйынса чиновник Пекарский ғ илми эш менән мауыға. Уны уратып алған әҙәби мөхит, Чернышевский мен ән аралашыу ҙа быға йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә.
       Эшенән буш ваҡытын Өфө егете китапханала уҙғара, рус теле
       һәм әҙәбиәте тарихы буйынса материалдар йыя һәм өйрәнә, "Со временникта" мәҡәлә һәм рецензиялар баҫтыра. Эш һөҙөмтәһе булып ике томлыҡ "Бөйөк Пе тр заманында Рәсәйҙә фән һәм әҙәбиәт" тип исемләнгән хеҙмәте то ра. Был хеҙмәткә 18 быуат башында мәғарифтың торошо тураһында бик ҙу р документаль материал, Рәсәйҙә 1698 - 1725 йылдарҙа баҫылған китаптарҙың
       ентекле библиографияһы инә.
       П. П. Пекарскийҙың биографы М. В. Машкова раҫлауынса, 18 быуат
       китаптарын өйрәнеү һәм ғилми һүрәтләүҙә совет фәне һәм сов ет
       библиографияһының алға ҙур аҙым яһауында Пекарскийҙың тәжри бәһе һәм хеҙмәтенең роле баһалап бөткөһөҙ.
       Я. Грот Петр Петровичтың нисек эшләүе тураһында яҙа:
       "Пекарский иҫ киткес эшһөйәр кеше, арымай - талмай эшләү һәләтенә эйә. Ул үҙенең һөнәре буйынса яҙылған әҙәбиәтте күҙ әтеп бара, бер генә күренеш тә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай , ҙур түҙемлек менән Петр Петрович был өлкәгә ҡағылған китап, брошюра һәм мәҡәләләрҙе йыйып бара. Т улылығы һәм тәртибе менән генә түгел, ҡупшылығы менән дә айы рылып торған китапханаһы Рәсәйҙең иң яҡшы китапханалары иҫәб енә инә. Унда бик һирәк осраған материалдар табырға мөмкин. Журнал һәм гәзиттәрҙән ҡырҡып ал ынған айырым мәҡәләләр коллекцияһы айырыуса мөһим..." Әле лә П. П.
       Пекарский
       иң күренекле рус библиографтары иҫәбендә ҡала.
       Әммә һуңғы йылдарҙа ул йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнмәй . 1859 - 1861 йылдарҙағы революциянан һуң реакция көстәре һө жүмгә күсә. Михайлов ҡулға алына һәм Себергә ебәрелә, Чернышевскийҙы ла ошондай у ҡ яҙмыш көтә...
       Пекарский тулыһынса ғилми эшкә сума, уны Сит ил эштәре ми нистрлығы архивындағы хеҙмәте менән аралаштырып алып бара.
       Уның эшмәкәрлеге иғтибар йәлеп итә. Пекарскийҙы 1863 йылд а Фәндәр
       академияһына рус теле буйынса адъюнкт итеп һайлайҙар һәм Ак адемия тарихын төҙөүҙе йөкмәтәләр. Күп йыллыҡ хеҙмәттән һуң "Петерб ургта император Фәндәр академияһы тарихтарының" беренсе томы тамам лана ( 1870 й.), икенсе том баҫылырға әҙерләнә, тик Пекарскийға у ны күрергә яҙмай. Ҡырҡ биш йәшендә ул Павловскиҙа холера ауырыуынан ваф ат була.
       Үҙ тарихын Өфө малайҙар гимназияһы булып башлаған 11 - се
       гимназияның крайҙы өйрәнеү музейында был мәктәп сығарылыусы ларының береһе Петр Петрович Пекарский тураһында бай материал тупланған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал