6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Пьянов Багметовты "айнытты"
20.05.05


       Волейбол буйынса Рәсәй Кубогы этабы алдынан үткәрелгән уйындың беренсе туры үтте. Уның һөҙөмтәләре түбәндәгсә билдә ләнде: "Нефтяник Башкортостана" артыҡ тир түкмәйенсә "Локомотив - Изумруд" (Е катеринбург) командаһын еңде, 3 : 0, ә "Энергетик", күптәрҙе
       ғәжәпләндереп, майҙан хужаһы "Нефтехимикты" тар - мар итеп ташланы.
       Икенсе көндә үткән матчтар ҡыҙыҡһындырырлыҡ булды. Башта
       иң көслө командалар, "Урал төркөмө" алдынғылары "Локомотив - Изумруд"
       һәм "Нефтяник Башкортостана" командалары осрашты. Осрашыу тураһы нда Өфө клубының матбуғат секретаре Максим Балобанов һөйләй:
       - "Локомотив - Изумруд" составында бер нисә төп волейболс ы уйнаманы. Серб Вушурович, рәсәйлеләр Апаликов һәм Александрович йыйылм а командаларға саҡырылды, Назинцев йәрәхәт алыу сәбәпле уйнама й. Уның
       ҡарауы екатеринбургтар өсөн ике атҡаҙанған спорт мастеры Ге расимов менән Горюшев сығыш яһаны. Беҙҙең иһә Гуанторена менән баш т ренер Юрий Маричев булманы. Тәүге партияла өҫтөнлөк "нефтсел әр" ҡулында булды, улар 25 : 19 иҫәбе менән еңде. Икенсе өлө штә беҙҙекеләр бер аҙ биреште, шулай ҙа һөҙөмтәлә еңеүгә өлг әшә алдылар. Тайм - аут алыу һәм Быхаловтың тапшырыуы ярҙам итте. Һуңғыһы өс тапҡыр тупты уйынға уңышлы индерҙе һәм өфөлөләр өс мәрәй ота алды. Артабан командаға ең еүҙе Артем Заковоротный алып килде.
       Һуңғы өлөштә өфөлөләрҙең өҫтөнлөгө бәхәс тыуҙырманы - 25 : 20. "Нефтяник Башкортостана" ышаныслы еңеүгә өлгәште. Самсонов һ әм Николай Ивановтың яҡшы уйнауҙарын билдәләргә теләйем.
       Киләһе матчта "Уралсвязьинформ" (Пермь) ҙур ҡыйынлыҡ менән Ырымбурҙан килгән ТНК - ВР командаһын еңде. "Нефтселәр" элем тәселәргә ҡарағанда теремегерәк күренде, әммә уларға уйын аҙағында тәж рибә
       етеңкерәмәне, күрәһең.
       Көндөң аҙаҡҡы матчы "Нефтехимик" (Салауат) - "Энергетик" (Өфө)
       турнирҙың иң "ҡыҙыу" уйындарының береһенә әүерелде. Уйынды ҡарарға бары биш йөҙләп кенә тамашасы килеүе сәйер, ғәҙәттә Салауатт а юғары
       лига уйындарына дүрт - алты тапҡыр күберәк көйәрмәндәр йыйы ла. Валерий Багметов үҙ тәрбиәләнеүселәренең өфөлөләрҙе "бер
       бармаҡ менән генә"
       йығасағына шикләнмәүе тураһында яҙғайныҡ инде, сөнки күптән
       түгел "Энергетиктан" тәжрибәле уйынсы Станислав Каравецкий китте. Әммә клуб рәйесе Леонид Пьянов һәм команданың баш тренеры Макаров үҙ тәрбиәләнеүселәренең "Нефтяник Башкортостана" командаһынан б арлыҡ статьялар буйынса еңелеүенең шаһиты булғайны инде. Икенсе та пҡыр рәттән оятҡа ҡалырға теләмәйенсә, улар хаталар өҫтөндә етди эш башҡарҙы.
       "Энергетик" (Өфө) клубы рәйесе Леонид Пьянов һөйләй:
       - "Нефтяник Башкортостана" командаһы менән осрашыуҙа еңел гәндән һуң беҙ команда менән профилактик әңгәмә үткәрҙек. Хаталарҙы тик шерҙек, "Нефтехимиктың" көсһөҙ урындарын барланыҡ. Салауат командаһы
       менән уйнағанда уларҙың тәжрибәле уйынсыларының хәлдән тайыуы ярҙ ам итер тип өмөтләнгәйнек. Шулай килеп сыҡты ла.
       Егеттәр араһында береһен дә айырып ҡына әйтә алмайым - ба рыһы ла һәйбәт уйнаны. Тәүге партияла беҙ 25 : 19 иҫәбе менән еңелде к, әммә артабан "Нефтехимик" командаһына бер ниндәй өмөт тә ҡалдырма ныҡ - 17 : 25, 14 : 25, 21 : 25.
       Салауат командаһы остазы Валерий Багметов өсөн был еңеле ү һалҡын һыу менән ҡойондороуға тиң булды. Ул үҙ командаһыны ң еңелеүен былай тип
       аңлата:
       - Улар һәр ваҡыт беҙгә ҡаршы ныҡ әҙерләнә, беҙ - уларға ҡ аршы. Тик был юлы минең егеттәрҙең кәйефе икенсерәк булды, иртәгә контракт
       тамамлана, улар үҙҙәренә ҡайтып китергә әҙерләнә. Ә "Энергетик" бик яҡш ы уйнаны. Тик был еңелеү беҙгә киләһе осрашыуҙарҙа ҡамасаула ясаҡ тип уйларға ярамай.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал