6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ысын полковник
19.05.05


       Сарҙаҡта урамға ҡарағанда йылыраҡ, буран да уйнамай. Тик шулай булһа ла һыуыҡ һөйәктәргә үтеп инә. Ике малай һалҡын к ерамзит иҙәнгә тубыҡланып ултырған да, йылынырға тырышып, бер - береһенә һыйынған. Күг әрсен тиҙәге еҫе аңҡый. Ә аҫта көлөшкән тауыштар ишетелә, му зыка яңғырай. Кем әйтмешләй, беҙгә был тормош байрамында урын юҡ.
       Степканың эсендә бүреләр олой. Бына ул ҡымшанып ҡуйҙы һә м тубыҡтарын ҡулдары менән ҡосаҡлап ултырҙы.
       - Бөттө, Мишук, түҙә алмайым башҡа. Әйҙә, фатирҙар буйлап
       киттек, бәлки ашарға берәй нимә бирерҙәр.
       Иҫке куртка һәм ыштан кейгән оҙон буйлы Мишка ла уңайлап ултырҙы, ауыҙына тәмәке төпсөгө алып ҡапҡас, уҫал йылмайып ҡуйҙы:
       - Бирҙеләр ти, көтөп тор.
       - Туҡта әле һин. Иҫке Яңы йыл бит, кешеләр эскән. Асыҡтыр ҙы бит, эсәктәр арҡаға йәбеште инде.
       ... Ишеккә кемдер ҡыйыуһыҙ ғына шаҡыны. Ҡунаҡтар көтмәгән
       Виктор телевизор тауышы аша ла шаҡыған тауышты шунда уҡ ишетте, Ише к алдындағы майҙанда ике малай тапана ине. Виктор ишекте асты һәм һораулы ҡарашын малайҙарға төбәне. Буйға бәләкәйерәге, ҡ ыйыуырағы ла, күрәһең, кәрәгенән артыҡ әҙәпле итеп:
       - Борсоғаныбыҙ өсөн ғәфү итегеҙ, һеҙҙә ашарға берәй нимә табылмаҫмы
       икән - тип һораны.
       Һәм икеһе лә тупаҫ яуап көтөп, урындарынан тороп ҡасырға әҙерләнгәндәй хәрәкәт яһаны. Урамда хәйер һораусыларға Викто р принцип буйынса аҡса бирмәй. Тик бында эсендә нимәлер өҙөлгәндәй булды: аҡса һора майҙар бит, ашарға. Бүреләй асығыуҙары күҙҙәрендә яҙылған. " Хәҙер" тине лә ишекте япты ир кеше. Кем белә, ана гәзиттәрҙә көн дә тиерлек яҙалар : изге күңелле кеше ошондай малай - шалайҙы йортона индерә лә, ул ашарға әҙ ерләгәнсе тегеләре ярты фатирын һыпырып ҡаса.
       Һыуытҡыстан колбаса, икмәк һәм өс мандарин алып пакетҡа һ алды ла, Виктор малайҙарҙың бәләкәйенә тотторҙо. Танауын тартып ҡуйҙы
       тегеһе:
       - Рәхмәт...
       Ишекте япҡас, Виктор ишек төбөндә бер аҙ тыңлап торҙо. Та ғы ҡараны. Малайҙар шунда уҡ ашарға йәбеште. Бысраҡ ҡулдары менән бүлге ләп аҙыҡтың барыһын да шунда уҡ йоттолар, ә мандаринды ҡабығына н да әрсемәй ауыҙҙарына тыҡтылар, буғай.
       Бер минут самаһы күҙәткәс, Виктор ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, йо ҙаҡтарын шалтыратып ишекте асҡан тауышҡа малайҙар ҡурҡышып әйләнеп ҡа раны.
       - Килегеҙ бында.
       - Ә нимәгә
       - Килегеҙ, тим бит... Инегеҙ.
       Тирә - яҡҡа ҡарай - ҡарай ҡыйыуһыҙ ғына атлап фатирға үтт е малайҙар. Виктор береһенең иҫке курткаһын һалдырҙы.
       - Бына нимә. Кейемегеҙҙе сисегеҙ. Әйҙә, әйҙә. Кухняға үте геҙ, бер тапҡыр булһа ла кешеләрсә ашап алығыҙ, исмаһам.
       Бер - береһенә ҡарашып алғас, малайҙар команда ишеткән ке үек тиҙ генә куртка һәм ботинкаларын һалды һәм бысраҡ нәскиҙәре менән таҙ а иҙән буйлап үтергә ҡыймай туҡтап ҡалды. Виктор тағы көрһөнөп ҡуйҙ ы:
       - Егеттәр, әйҙәгеҙ әле башта йыуыныу бүлмәһенә. Сепрәктәр егеҙҙе бында сисегеҙ. Ну, тиҙерәк!
       Йыуынып алған малайҙарға Виктор үҙенең спорт костюмдарын кейҙерҙе, өҫтәл әҙерләне һәм тегеләрҙең ашағанын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Б ер ҡат бысрағын йыуып төшөргән бәләкәй малай һары сәсле, һипкелле б улып сыҡты. Өҫтәүенә ҡыҙыҡһыныусан да булырға оҡшаған. Сәнск еһен йөрөткән арала ялт - йолт итеп тирә - яғына күҙ һалырға
       ла өлгөрә. Оҙон буйлы ябығы сегәнгә оҡшап тора, тик ни өсөндөр һүлпән һәм һөйләшеп тә бармай. Сә йен эсә - эсә Виктор һорай ҡуйҙы:
       - Исемегеҙ кем һуң
       Бәләкәс яуапты көттөрмәне:
       - Мин Степка, ул Мишук.
       - Ул сегәнме әллә
       - Юҡ, уның атаһы грек.
       - Ә атаһы меәнн әсәһе ҡайҙа һуң
       - Әсәһе эскесе уның. Ә атаһы Грецияла. Бында авиация инст итутында уҡыған, Мишканы эшләгән дә үҙенең Афинаһына самолеттар төҙөр гә ҡайтып
       киткән.
       - Аңлашыла... Ә һин кем балаһы
       - Мин бер кемдеке лә түгел. Үҙ алдыма шунда. Ә һеҙҙең исе мегеҙ нисек
       - Виктор Николаевич. Витя ағай тиһәгеҙ ҙә була.
       Степка сәнскеһе менән стеналағы фотоға төртөп күрһәтте:
       - Һеҙ осоусымы
       - Һынаусы. Элекке. Хәҙер пенсияла.
       Ә ҡатынығыҙ ҡайҙа Килеп инһә беҙҙе ҡыуып сығармаҫмы тип әйтергә уйлағайным.
       Сынаяғын кран аҫтында сайҡаған Виктор уны тынысландырҙы:
       - Ҡыумаҫ. Мин дә бер кемдеке лә түгел. Тол ҡалдым. Ә һин ниңә шымдың,
       грек
       - Мишка ашауынан туҡтап йоҡоло күҙҙәре менән Викторға ҡар аны:
       - Мин шымманым, Витя ағай, мин ашайым.
       - Тәрән мәғәнә, - тип йылмайҙы Виктор. - Әйҙә, аша - аша. ..
       Малайҙар услап кәнфит ҡушып сәй эскән арала Виктор үҙ уйҙ арына сумды. Хәҙер урамға сығарып ебәрергә йәл, үҙеңдә ҡалды рһаң - кем белә... Шулай ҙа хәл итте.
       - Бына нимә күгәрсендәр. Бөгөнгә миндә ҡунығыҙ. Иртәгә кү ҙ күрер.
       Ә нимә күрәһең инде. Бөтөнләйгә үҙендә ҡалдыра алмай у л. Өй
       шарттарында йоҡо туйҙырырҙар ҙа, артабан инде үҙҙәре белә.. .
       Шулай ҙа киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты:
       - Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мин һаҡ йоҡлайым. Хушлашмайынса китер гә уйламағыҙ. Мин һеҙгә аҙыраҡ кейем таптым, сепрәктәрегеҙҙе
       иртәгә сүплеккә ырғытырһығыҙ. Иртә менән ашап китерһегеҙ, юлға ла бирермен.
       Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, йоҡлайыҡ...
       Һалдаттарса йоҡлауы менән маҡтанһа ла, ауыр йоҡланы ул б өгөн. Һуңғы
       ваҡытта йышайған ҡурҡыныс төштәр бөгөн дә инде. Росстань я нында үткән
       һынауҙар ваҡытында асылмаған парашют...
       Һалҡын тиргә батып уянды Виктор. Тәҙрә артында ҡараңғы. Т ышта буран уйнай. Валидол алып ҡапты. Уға бер нисә тамсы нитроглицерин өҫтәне. Фатир эсендәге тынлыҡҡа ҡолаҡ һалды. Һәм көс - хәл м енән күтәрелеп, залға сыҡты һәм һүгенеп ебәрҙе.
       Диван буш, урын - ер йыйылған, малайҙарҙан елдәр иҫкән. А уыр тойғо менән шкаф ишеген асып ебәрҙе. Һаҡлау кенәгәһе лә, уның эсен дә ятҡан аҡса ла юҡҡа сыҡҡан. Франциянан алып ҡайтҡан һырлы ҡумта ла
       урынында түгел. Уның эсендә наградалар һәм хаттар һаҡлана ине. Хаттар ... Тормошонда ҡалған иң ҡиммәтле ҡомартҡы. Викторҙың күҙ ал ды ҡараңғыланды, үпкәләре шартларҙай булып ҡыҫылды...
       Аңына килгәндә ҡаты карауатта ята ине. Өҫтөнә һары йәймә ябылған. Ҡаршыла тағы бер карауатте кемдер ята. Тамырына ҡаҙалған энә не күреп ҡалғас ҡына үҙенең реанимация бүлмәһендә икәнлеген аңланы.
       Бер нисә минуттан врач та күренде. Андрей Терехов, элекке  танышы. Ҡалпағын еләһенә төшөрөп маңлайын ыуҙы ла киң йылмайҙы:
       - Хәйерле иртә, Виктор Николаевич. Хәлдәр нисек
       - Ярарлыҡ. Тик бына ҡул ғына иҫ белмәй.
       - Икенсе тәүлек китте бит инде. Йышланығыҙ һеҙ беҙгә, ипт әш полковник. Биш йыл эсендә өсөнсө инфаркт. Күп булып китмәйме
       Виктор уңайлабыраҡ ятты.
       - Бер нимә лә хәтерләмәйем. Нисек килеп эләктем мин бында 
       - Бригада алып килде. Күрше ҡатын фатир ишегегеҙҙең асыҡ торғанын күреп ҡалған. Инһә, һеҙ ятаһығыҙ. "Тиҙ ярҙам" саҡыр тҡан да инде. Әйткәндәй, бына һеҙгә күстәнәс килтерҙеләр. Ике малай килде. Һеҙҙең ҡыҙ ығыҙҙан башҡа туғандарығыҙ юҡ бит, буғай.
       Терехов пакетты карауат ситенә һалды.
       - Бәлки ҡыҙығыҙға хәбәр итергәлер
       - Кәрәк түгел. Ерләргә иртәрәк әле. Бушҡа ниңә борсорға у ны
       Терехов сыҡҡас, Виктор пакетты үҙенә яҡыныраҡ алды. Ул ыс ҡынып китеп, бишләгән мандарин төрлө яҡҡа тәгәрәште. Һаҡлау кенәгәһе менә н аҡса килеп төштө. Ҡумта ла бында. Иң төптә бысранып бөткән
       дәфтәр бите ята. Буш ҡулы менән ҡумтаны асып, хаттарҙы, наг радаларын күргәс, Терехов еңел һулап ҡуйҙы. Бәләкәй генә ҡумтала "Алтын Йондоҙ" тоноҡ ҡына ялтыра й. Дәфтәр битен асты. Бер ниндәй өтөрһөҙ, хата тулы хат ине ул. "Витя ағай, беҙҙе ғәфү итегеҙ. Беҙ белмәнек. Һеҙ Советтар Союзы Ге ройы икән, ә беҙ ҡәбәхәттәр. Беҙ бер аҙ аҡсаны тотондоҡ, әммә мотлаҡ кире ҡайтарасаҡбыҙ. Һеҙҙе алып киткәндәрен күрҙек, беҙ бит күрше йортта, сарҙаҡта. Ә ҡатыны ғыҙҙың хаттары бик матур. Беҙ уҡып иланыҡ. Степка һәм Мишук.
       Иртәгә тағы ла киләсәкбеҙ."
       Мишка менән Степка ысынлап та тағы ла килде. Тик өс көндә н һуң. Палатаға үтергә маташманылар, врач сыҡҡанын сабыр ғын а көттөләр. Уларҙы күргәс,
       Андрей Терехов үткәндәге кеүек йылмайманы.
       - Полковниккамы Туғандарымы
       Степка алға сығып баҫты:
       - Эйе, беҙ бына күстәнәс...
       - Алдайһығыҙ һеҙ. Мин Виктор Николаевичты яҡшы беләм, уны ң ҡыҙы ғына бар. Теләһәгеҙ, уның менән иртәгә ерләү ваҡытында таныша ала һығыҙ.
       Степканың күҙҙәре түңәрәкләнде:
       - Ниндәй ерләү
       - Шундай... Үлде Виктор Николаевич, өсөнсө көн төндә. Йөр әге сыҙаманы.
       Степка муйынын эскә тартып, тағы ла бәләкәйеп ҡалғандай б улды.
       - Ул һынаусы булған...
       - Бер нимә лә белмәйһегеҙ һеҙ! Ул ябай һынаусы түгел, кат апульталар һынаусы. Ундағы көсөргәнештән тимер ҙә ҡағыҙ кеүек йыртыла. Кеше тураһында әйтергә лә түгел.
       Мишка менән Степка урамға өнһөҙ сыҡтылар. Биш минут самаһ ы бер - береһенә ҡарамайынса барҙылар. Мишка ҡапыл туҡтаны ла асыу м енән:
       - Ҡәбәхәт һин, Степка. Барыһына ла һин ғәйепле , - тине.
       - Мин!
       - Һин! "Әйҙә алайыҡ" тип кем әйтте һуң
       - Ә кем аҡсаһын һөйрәп сығарҙы
       - Ә ҡумтаны кем алды
       Степка ҡапыл йоҙроғо менән Ишканың танауына ҡундырҙы. Оҙо н малай ҡарҙы ҡанға буяп көрт өҫтөнә тәгәрәне. Тороп ултырҙы һәм туб ыҡтарын ҡулдары менән ҡосаҡланы. Дуҫына яуап бирергә уйында ла юҡ ин е уның. Минут самаһы баҫып торғандан һуң Степка ла Мишка эргәһенә ул тырҙы һәм уның яурынына терәлеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Бер ҡулы менән уны
       ҡосаҡлаған, икенсе ҡулы менән танауынан аҡҡан ҡанды һөрткән
       Мишка ҡарашын алыҫҡа төбәне. Ә унда әллә томан йәйелгән, әллә Мишк аның
       күҙҙәрен йәш пәрҙәһе ҡапланы...

Алексей Кленов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал