6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Башыңа төшһә, кәзә тәкәһенә лә ғашиҡ булырһың...
19.05.05


       Мөхәббәт - бик ҡатмарлы тойғо тиер инем мин. Башыңа төш һә, кәзә тәкәһенә лә ғашиҡ булырһың тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Һәм уны ғына ла түгел, еҙҙең йомарт күңелдәребеҙ эт һәм
       бесәйҙәрҙе, тутыйғоштарҙы, ҡарға һәм өлкөләрҙе, хатта йылан
       менән крокодилдарҙы ла ярата.
       Минең бер танышым фатирында унлап төрлө йыдан тотто, арал арында ун меңгә һатып алынған күҙлекле йылан да бар ине. Толя Ивановты ң буйҙаҡтарса йыһазландырылған ябай ғына фатирында улар ирке нләп йәшәне. Дөрөҫ, ҡайһы ваҡыт был һөйрәлеүсе мәхлүҡтәр коридорға сығып, күршел әрҙең ҡотон ала ине. Бер ваҡыт мин дуҫтарым менән Анатолийға
       индем. Беҙҙе төп Аждаһа - Толя Иванов етәкселегендә тулы й ыландар ғаиләһе ҡаршы алды. Хужа был йән эйәләренең бер ҙә ҡурҡыныс булмауын нисек кенә иҫбатларғ а тырышмаһын, беҙҙең беребеҙ ҙә уның тупһаһын аша атлап үтергә
       баҙнат итмәне. Ә бер ваҡыт, хужа өйҙә булмағанда, билдәһеҙ әҙәмдәр уның фатирына ғәҙәти булмаған алым - ҡаҙау һурғыс һәм балта ярҙам ында инергә маташҡан. Бахырҙарҙың ҡото осоп ҡысҡырған тауыштары урамға и шетелгән тиҙәр.
       Дөрөҫ, йыландар менән күрше йәшәргә һәр кем булдыра алмай , ә бына тауыҡ менән ябай "хрущевкала" ла бына тигән итеп көн күрергә
       мөмкин. Хәйер тауыҡ тигәнем башта тыуған көнгә бүләк ителгән себеш к енә була. Әммә был уйынсыҡ аҡрынлап матур, һәр әтәс ғашиҡ булырлыҡ сыб ар тауыҡҡа әүерелә. Һәм уның хужалары - минең дуҫтарым - үҙҙ әренең тәрбиәләнеүсеһен үлеп яраталар, уға барлыҡ шарттар ты уҙыралар ине. "Тауыҡ мейеһе" тигән фекерҙе кире ҡағып, тауыҡ та бик башлы булып сыға, хужаларын
       һәр көн ҡыуаныслы ҡытҡылдап ҡаршы ала, ҡаршыларына йүгереп килә, ҡай һы ваҡыт
       яурындарына ҡунып үҙенең хәбәрҙәрен дә һөйләй. Ҡоштоң таҙал ыҡ яратыуы ла иҫең китерлек, ул иҙәндә бер бөртөк иген ҡалд ырмай. Хатта, ғәфү итегеҙ, бәҙәфкә сығарыуҙарын да суҡышы ме нән ишеккә ҡағып һорай торғайны. Иң мөһиме - ул шул тиклем тәмле йомртҡалар һала ине, миңә лә бе р нисә тапҡыр һыйланырға тура килде.
       Тик сыбар тауыҡ тураһында ни тиклем хәстәрлек күреүҙәренә
       ҡарамаҫтан, бер мәл ул ауырый, ҡанаттары ҡойола башлай һәм уны ауылға ал ып барырға
       тигән ҡарар ҡабул ителә. Ауылда ул күҙгә күренеп һауыға.
       Тағы ошондай хәл тураһында ишетергә тура килде. Бер пенси онер йыуыныу бүлмәһендә сусҡа тотҡан. Был йортта йәшәүселәр фатирҙан ауыр еҫ сығыуына зарланып, ҡайҙа ғына хат яҙмаһында р, файҙаһы теймәгән. Сусҡа иһә үҫә биргән. Йорттағы сусҡа һарайы осраҡлы рәүештә асыҡлана. Йыуы ныу бүлмәһендә кран боҙола һәм сантехниктар саҡыртырға тура килә ... Ә бына кәзә тәкәһенә кире ҡайтһаҡ, мин уны фатирҙа тотоп булалыр ти п күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Яңылышҡанмын. Бер көнө урам буйлап ки теп барғанда, бер йорт балконында ҙур мөгөҙлө кәзә тәкәһен күрҙе м...

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал