6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Рәсәй музейҙарының иң боронғоһо Өфөлә урынлашҡан
19.05.05


       Ошо көндәрҙә Халыҡ - ара музейҙар көнө билдәләнә. Өфөл ә Рәсәйҙең иң боронғо музейҙарының береһе эшләүе тураһында к үптәр белмәйҙер ҙә әле. Һүҙ Өфө губерна музейы тураһында бара ( бөгө ул БР Милли муз ейы). Ул 1864 йылдың 23 апрелендә барлыҡҡа килгән. Был көндө
       Өфө статистика комитеты йыйылышында Комитет секретаре, вра ч, ғалим, экономист, тарихсы һәм этнограф Николай Гурвич Өфөлә музей булдырыу тәҡдиме менән с ығыш яһай. Докладында ул "... музей фабрика, завод һәм сәнәғ әт, ауыл хужалығы эшмәкәрлеген, заманса һәм боронғо кейемдәр һәм губерна халҡы н һәм уларҙың йәшәгән урынын һүрәтләүсе башҡа предметтарҙың даими күргәҙмәһе булырға тейеш...", - тип белдерә.
       Ни өсөн Өфөнөң тәүге музейы губернаның статистика комитет ы эргәһендә булдырыла Сөнки статкомитеттар составына экономист - статис тар менән бергә географтар, тарихсылар, табиптар ҙа инә. Һәм улар стат истика менән генә түгел, крайҙы өйрәнеү менән дә шөғөлләнә.
       1864 йылда уҡ Өфөлә йәшәүсе төрлө кешеләрҙән, губернаның урындағы дәүләт һәм йәмәғәтселек учреждениеларынан күп һанлы экспонат тар йыйыла.
       Музей өсөн бина шунда уҡ барлыҡҡа килмәй. Бары тик 1867 й ылда ғына статистика комитетына музей өсөн бер ҡатлы таш бина бүленә.
       Губерна музейын рәсми рәүештә асыу тантанаһы 1886 йылдың 10 июлендә ойошторола. Унда тау - завод, минералогия, археология, палео нтология,
       зоология, ботаника, нумизматика һәм башҡа бүлектәр эшләй.
       Музейҙың беренсе ҡатында китапхана урынлаша.
       1918 йылда Өфө Советының башҡарма комитеты музейҙы дөйөм губерна музейы тип таный. 1920 йылдан башлап музей бер нисә тапҡыр ү ҙенең адресын алмаштыра. 1991 йылда Башҡортостан Республикаһының М илли
       музейы Совет урамы, 14 адресы буйынса урынлаша.
       Әлеге ваҡытта музей фондтарынды Башҡортостан халҡының 120
       меңдән ашыу матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡылары һаҡлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал