6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Янғындар миҙгеле асылды
19.05.05


       Быуаттар буйына үҫкән имәндең янғанын күргәнегеҙ бармы Ул
       бомба кеүек шартлай һәм утлы ағас киҫәктәре осҡондар сәсрәт еп 200 - 300 метрға тарала һәм янғын башҡа, яңынан яңы ағаст арҙы ялмап ала башлай...
       Урман янғыны - ҡурҡыныс күренеш. Бер нисә мең километрға һуҙыла ул, һәм ҡара янған был ерҙә оҙаҡ йылдар буйы бер нинд әй тереклек тә үҫмәй.
       Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 20 гектар тирәһе майҙанда ун
       урман янғыны теркәлгән. Улар араһында иң ҡурҡынысы май байр амдары ваҡытында Баймаҡ районында булған. Ҡояшлы көн халыҡты
       тәбиғәткә, күңел асырға саҡыра. Һөҙөмтә булараҡ - ун гектар урман, ҡиммәтле ылыҫлы ағастар я нып юҡҡа сыға. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы б елгестәре күҙаллауы буйынса, Башҡортостанда урман янғындары май аҙағы - июнь башында уҡ көтөлә. Шуға күрә янғынға ҡаршы көрәшеүселәр бөгөн "ҡыҙыл әтәсте" ту лы әҙерлектә ҡаршылай. Был турала журналистарға БР буйынса А уыл хужалығының территориаль агентлығы етәксеһе Риф Ҡаҙаҡҡол ов белдерҙе. Әҙерлек эштәре урман янғындары башланғанға тиклем үк алып барыла, әлбиттә: кәрәкл е техника һатып алына йәки ремонтлана, янғынға ҡаршылыҡтар ҡуйыла, урм ан зонаһына инеүҙе еңелләштереү өсөн юлдар һалына.
       Бөгөнгө көнгә барлыҡ урман хужалыҡтарында ла тәүлек әйлән әһенә күҙәтеү ойошторолған. Урман хужалығының 2700 - ҙән аш ыу хеҙмәткәре урман янғындарын һүндереү тактикаһы буйынса әҙерлек үткән. Үҙ телә ктәре менән янғынға ҡаршы көрәшкә сығыусылар ҙа бар, бөгөн ундай дружина лар 900 - гә яҡын. БР буйынса урман хужалығы агентлығы белге стәре янғындарҙан
       барлығы биш ярым миллион гектар урман майҙанын һаҡлай, улар ҙың 75
       проценты үтеп инеүе ҡыйын булған таулы ерҙә урынлашҡан.
       Һуңғы биш йылда Башҡортостанда бөтәһе 600 - ҙән ашыу урма н янғыны теркәлгән. Ут өс меңдән ашыу гектар майҙанды ялмаған.
       Риф Ҡаҙаҡҡолов билдәләүенсә, янғындың күп осрағын булдырм аҫҡа ла мөмкин, сөнки күпселек ут кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында ш ашына. Янғын сәбәптәре араһында беренсе урында ауыл хужалығында үтк ән йылдан ҡалған культураларҙы яндырып, ерҙе яңы сәсеүгә әҙерләү эше т ора. Артабан барыбыҙ ҙа яратып ауыҙ иткән шешлектәр ҡурыу килә. Туристар һәм
       тәбиғәттә ял итергә яратыусылар уттарын һүндермәй китеүсән,
       тәмәкене
       һүндермәйенсә ырғытыу осрағы ла йыш ҡына янғынға сәбәп була .
       Урман хужалығының территориаль агентлығы башлығы республи ка халҡын
       урмандарға һаҡсыл ҡарашта булырға саҡыра, үҙ артыңдан утыңд ы һүндереп китеүҙең бер ауырлығы ла юҡ бит, ә күпме күңелһеҙ осраҡтарҙа н ҡотолоп ҡалырағ мөмкин булыр ине.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал