6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Телдәрҙе" һанаманыҡ беҙ..."
18.05.05


       Анатолий Гаврилович Головачевҡа - һикһәндән ашы у. Аяҡтары йүнләп тыңламай, күҙҙәре лә элеккесә күрмәй, әммә
       хәтере - иҫ киткес шәп. Һөйләшеп ултырғанда ул полкташтары һәм шәфҡәт туташтарының и сем - фамилияһын, тыуған ҡалаларына тиклем әйтеп бирә. Ҡайһы ваҡыт
       тәҙрәгә төбәлеп тын ҡалып тора ла шым ғына: "Барыһының да йөҙҙәрен я ҡшы хәтерләйем... Күҙ алдымда тора", - тип ҡуя.
       Мин уның үҙе тураһында һөйләүен үтенәм.
       - Тамбов эргәһендә, Рассказово ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуҙым:
       атайым Ҡыҙыл Армия исемендәге буҫтау фабрикаһында эшләне, ә сәйем - хужабикә, биш бала тәрбиәләне. Беҙ берҙәм һәм шат күңелле бу лдыҡ. Осоусы булырға хыяллана инек, шуға күрә 18 йәш тулыу м енән малайҙар күмәкләп Елецк осоусылар училищеһына киттек. Ул көнө, 22 июндә, ҡойоп
       ямғыр яуҙы һәм беҙҙе мунсаға алып киттеләр. Шул ваҡыт радионан хәбәр...
       Мунса ҡайғыһы бөттө - шунда уҡ машиналарға тейәлдек һәм фронтҡа. Ш улай итеп мин Төнъяҡ - Көнбайыш фронтының 268 - се саңғысылар батальон ы һалдаты булып кттем. Көҙ буйы ныҡ физик әҙерлек алып барҙыҡ. Хәйер, был беҙгә бик ауыр ҙа булманы: саңғыла йөрөү малайҙар өсөн б еренсе кинәнес бит инде ул! Ул ваҡытта барыһы ла ГТО нормати втары тапшыра, һуңынан бәләкәй генә түш билдәләре менән ғору рланып йөрөй торғайныҡ, ДОСААФ билдәһе алырға хыялланабыҙ.
       - Анатолий Гаврилович, һеҙҙең өсөн һуғыш нимәнән башланды 
       - 1 ғинуарҙа беҙҙең полк Балагое ҡалаһында ине. Саңғынан төшмәнек тип
       әйтергә була, хатта ашағанда ла саңғыларҙы сисмәй инек. Ста рая Русса ҡалаһы районында немецтар ҡамалышта ҡалды. Гитлер үҙе картал а был нөктәне "Берлинға асҡыс" тип атаған. Ул ҡышын һуғыштар ҡаты булды. Көндәр һалҡын, 40 градусҡа еткән саҡтары бар. Ҡар ҡалын, саҡ
       ҡына ситкә сыҡтыңмы - түштән баттың тигән һүҙ. Ә разведчиктың кем икәнл еген беләһегеҙме Һиҙҙермәй генә үтеп инергә, бер ниндәй атыуһыҙ хәрәкәтләнергә кәрәк, иң һуңғы осраҡта бысаҡ ҡулланырға була ... Беҙ, йәш,
       көслө егеттәр һәр ваҡыт асыға торғайныҡ. Ҡоро паекты самоле ттарҙан нейтраль биләмәләргә ырғыталар. Уға барып етергә кәрәк әле. Ә инде барып еткәс, йыш ҡына төрлө продукттар "бутҡаһына" та п булаһың. Ауылдыҡылар яҡшыраҡ яраҡлашҡан булып сыҡты. Әйтәйек, үткән йылдан ҡалған
       картуфты соҡоп алалар ҙа, тимерҙе утта йылытып уның өҫтөнә һалалар һә м көлсәгә оҡшаған аҙыҡ килеп сыға.
       Разведчик Толя Головачев дүрт ай дауамында хәрби хәрәкәтт әр уртаһында була. Уның ике ағаһы - береһе Балтика флотында хеҙмәт итә, и кенсеһе һуғышты Кенигсбергта тамамлай - бер тапҡыр ҙа яраланмай. Ана толий Гавриловичты тыңлап, ә бына һеҙгә уларҙың өсөн дә яраланырға
       яҙған, ахыры, тип уйлап ҡуйҙым. Ауыр йәрәхәтләнеүҙәренең б ереһе тураһында ул былай тип хәтерләй:
       - Апрель аҙағында мин бүлек командиры урынына ҡалған инем . Һуғыш башланыр алдынан һалдаттарҙың нисек итеп окоп ҡаҙып ятҡандар ын тикшерергә шыуышып киттем. Окоптарҙың береһенә төшһәм, Белор уссиянан килгән Шавров ултыра, башын котелогы өҫтөнә эйгән. Йоҡлап ки ткән инде әллә Яурынына тейгәйнем, егет окоп төбөнә шыуып төштө, маңл айында бәләкәй генә тишек. Күтәрелеп ҡараһам, дошман снайперының пр ицелы ялтырап китте. Икенсе окопҡа һикереп, "кәкүкте алырға" прика з да бирҙем, башыма арттан ныҡ итеп һуҡҡандай булды. Мине дуҫым - яҡташым
       Витька ҡотҡарҙы: ваҡытында табып, иҫкә килтереп, ярамды бәйләгәндән
       һуң "Тиҙ генә санчасть яғына шыуыш" - тип шыбырлап этеп ебәрҙе. Күҙ а лдында уйнаған төҫлө шарҙар аша юлды шәйләп шыуышҡансы, снайпер уны ң ҡулын да яраларға өлгөрә. Аҡ бинттың алыҫтан күренгәнен аң лап, Толя уны бысраҡҡа
       буяй. Башындағы бинттарҙы алғандан һуң врач һыҙғырып ебәрә:
       "Ну, һалдат, эләккән генә бит! Тағы бер миллиметр булһа..."
       Пуля башына үтеп инмәгән, әммә мейе һөйәген онтаған була. Рамушево ауылынан төҙәлеп к илеүселәр өсөн госпиталь торған ергә тиклем 100 километрҙан ашыу араны
       тубыҡтан бысраҡ йырып йәйәү үтергә кәрәк. Йәрәхәт һыҙлай, әгәр ҙә эрг әлә иптәштәр булмаһа, берәй урында йығылып, мәңгелеккә шунда  ятып ҡалған булыр инем, тип хәтерләй ветеран.
       42 - се йылдың июлендә иң ҡыҙыу һуғыштар башлана. Ә Толя Головачевтың йәш организмы ауырыуҙы еңә һәм ул тағы сафҡа әй ләнеп ҡайта.
       Мин ветеранға бер һорау бирмәйенсә тыйыла алманым:
       - Анатолий Гаврилович, нисә "тел" алып ҡайттығыҙ
       - Унлаптыр, моғайын. Беҙ уларҙы һанаманыҡ. Был мөһим дә т үгел ине. Иң мөһиме - ҡушылғанды үтәргә. Дөрөҫ, ефрейторҙы ҡулға төшөрөү бик почетлы һанала, сөнки ул ҡайһы бер офицерҙарҙан да күбер әк мәғлүмәт белә. Быны эшләгәндән һуң мин ғорурландым, әлбиттә. Тик разведчик хистә ргә бирелергә тейеш түгел.
       Тик был юлы ла оҙаҡ һуғышырға яҙмай уға. Бер көнө Толя та ғы йәрәхәтләнә, ярсыҡтар уның башын да, аяғын да яралай. Аяғ ындағы ярсыҡты алалар, әммә гангренаны туҡтатып булмай... Ҡы ҙыл төҫкә ингән, шешенгән аяғы менән һалдат санчастә ята, уның эргәһендә бер ун йәшкә өлкәнерәк с ержантты һалалар.
       - Ул әле генә операциянан сыҡҡан ине, - тип һөйләй Анатол ий Гаврилович, - һәм миңә:" Ҡара әле туғанҡайым, ике аяҡтың да бармаҡтары һелкенәме" - ти. Башымды бороп ҡараһам, уң ая ғы юҡ. Тотлоға - тотлоға, барыһы ла һәйбәт,
       тип әйтергә маташам. Сержант көс - хәл менән башын күтәреп аяҡтарына ҡараны... Ярһыған һалдатты тынысландырырға бер нисә кеше йүг ерешеп килде. Һуңынаныраҡ минең эргәмә йәш кенә врач - Галя килде л ә:"Операцияға әҙерләнегеҙ", - ти. Шәфҡәт туташы кружка килте рҙе, тик спирт еҫен һиҙеү менән мин ҡәтғи башымды сайҡаным:"Юҡ, эсмәйем!".
       Толя госпиталдәрҙә 43 - сө йылдың май айына тиклем яфал ана. Аяғын ҡырҡмайҙар, тик ул ҡыйшайып ҡала. Һуңынан, аҡрынлап, велосип едта йөрөп, күнекмәләр яһап, ул аяғын рәтләп ала. Ә ул ваҡыт та 20 йәшлек һалдатты тыуған яғына ҡайтарып ебәрәләр. Ҡаты ваҡыт ине, аяныслы, әммә ғәҙел ваҡыт, тип иҫәпләй ветеран. Б ына тағы ла Анатолий Гаврилович саңғысылар батальонын хәтеренә төшөрә:
       - Бер егет бар ине, яҡшы егет. Саңғыла сылбыр булып теҙел еп барабыҙ, ул иң арттан килә. Бер ваҡыт теге арта тороп ҡалған, саңғы таяҡ тарына таянған
       да... йоҡлап киткән. Уянып китһә - бер кем дә юҡ. Саңғы юлы
       буйлап беҙҙең
       арттан төшөү урынына ул әйләнгән дә ҡайтып киткән , - тип у фтана әңгәмәсем. Дезертирлыҡта ғәйепләп шунда уҡ аттылар. Ти к күпселек егеттәр бик яҡшы һалдат булды, - тип тамамлай һүҙен Анатолий Гаврилович һәм ҡ аты итеп, - хәҙер ундайҙар юҡ", - тип өҫтәп ҡуя.
       Гәзит өсөн дә ғүмереңдән яҙырға мөмкин булған. Нисектер Т оляның ҡулына юл ыңғай бер гәзит эләгә - тәмәке урарға кәрә к бит. Часть яғына китеп барышлай гәзитте асып ҡарарға башы етә, унда ҙур хәрефтәр ме нән "СССР - Смерть Сталина Спасет Россию" тип яҙылған була. Толя гәзитте йыртып утҡа
       ташлай.
       ... Тыныс томошҡа ҡайтҡас та егет тыныс йәшәй алмай - Ук раина һәм Белоруссияла прокурор - тикшереү эштәренә әҙерлек курстары ү тә. Тик уны эшкә Тамбовҡа тәғәйенләйҙәр. 44 - се йылдың майынан алып ул унда ун йылға яҡын эшләй. Ғаилә бәхетен дә Анатолий шунда та ба. 1956 йылда Головачевты Өфөгә республика прокуратураһының
       өлкән тәфтишсеһе итеп күсерәләр. Һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ул
       үҙ ғүмерен енәйәтселәргә ҡаршы көрәшкә бағышлай.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал