6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Һәр кем үҙен Земфираның бер өлөшө итеп тойҙо
18.05.05


       "Земфираның "Вендетта" тип исемләнгән альбомы дис к етештереүсе заводтарға ғына түгел, бахыр пираттарға ла хәл
       алырға ваҡыт бирмәй.
       Ә Земфира иһә, иң яҡшы стахановсы йолаларында эшләп, үҙен ең концерт турҙарын дауам итә. Земфира Тәлғәт ҡыҙы һәм уның дуҫы - музы кант Корней
       (Владимир Корниенко) сығыштары өсөн һайлаған тәүге бәхетле ҡала - Петрозаводск булды. Гастроль турындағы икенсе ҡала - Ҡазан. Земфираның таланты алдында баш эйеүсе өфөлөләр был ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдыра алманы, билдәле. Мин дә буш ваҡытымда Рамазанованы тыңлайым,
       шуға күрә 13 май көнө үҙемдең дуҫтарым Ксюша һәм Азат менән
       беҙ күрше
       республикаға юл тоттоҡ.
       Zem - чаттың берҙәмлеген билдәләп үтергә кәрәк ( ул беҙҙе ң интернеттағы
       осрашыу урыныбыҙ), уның арҡаһында беҙҙе Ҡазанда ҡабул итерг ә әҙер булған дуҫтар таптыҡ.
       ... 14 майҙа, концерт көнөндә, көндөҙгө сәғәт өстә Бауман
       урамында zem -
       чат ағзалары осрашырға һүҙ ҡуйышҡан ине, уларҙың символы - ал шарҙар. Ә Ҡазанда Бауман урамын Мәскәүҙең Иҫке Арбаты мен ән сағыштырырға була.
       Беҙ универмагта алһыу шарҙар һатып алған ваҡытта, барлыҡ бутиктарҙа ла радиоалғыстар Ҡазандың "Пульс" радиоһы йышлығын тота ине, ул
       бөгөн
       үҙенең 10 йәшен билдәләй һәм ошо уңайҙан Земфираны үҙ студи яһына
       саҡырған икән.
       Земфираның кәйефе шәп ине. Яуаптары "бутербродҡа оҡшаш" булды: юмор телемдәренә "философия" яҡты ул. Йырсынан инде әллә нис әнсе тапҡыр ниңә уның альбомы "Нефть" түгел, ә "Вендетта" тип ата лыуын, Ҡазандан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һоранылар, ун иверситетта уҡыуының нисек барыуы менән ҡыҙыҡһындылар.
       Шарҙар һатып алғас, беҙ уларға маркер менән "Өфө" тип яҙҙ ыҡ. Zem - чат осрашыуына алһыу шар тотоп килеүселәр буйынса Рәсәйҙең карта һын өйрәнергә мөмкин ине: Мәскәү, Питер, Ульяновск, Йошкар - Ола ¬ Ижевск, Һамар, Хабаровск, Нальчик, Яр Саллы, Ҡазан, Өфө һәм башҡалар .
       Беҙ концерт үтергә тейеш булған "Пирамида" мәҙәни - күңел
       асыу комплексына йүнәлдек. Концертҡа тиклем ярты сәғәт ҡалғанда, комплекстың бейеү залы шығырым тулған ине инде. Һауала алһыу шарҙар аҫыл ынып тора.
       Артабан зал "Корней!", "Корней!" тип ҡысҡыра башланы. Сәх нәлә Корней пәйҙә булды - һәм башланды. Ул беҙҙең 40 минут тирәһе "ҡыҙҙы рҙы", тағы бер нисә минутҡа һуҙылһа, вольфрам сымы кеүек янып бөтә инек .
       Земфира килеп сыҡҡас, зал геү килде. Бер кем дә түҙер хәл дә түгел ине, бер нисә кеше илай башланы. Өфө секторында Башҡортостан фла гы күренә.
       Земфира үҙенең ҡабатланмаҫ тауышы менән йыр башланы. Ул н ервыларға үтеп инә. Зал бер минут та тын ҡалманы: беҙҙең алдыбыҙҙа йыр сы алиһә сығыш яһай ине. Артабан Земфира йыйылыусыларҙың барыһын да т әбрикләне, Ҡазанды 1000 йыл тулыуы менән ҡотланы, татарса бе р нисә һүҙ әйтте.
       Шоу дауам итте. Земфира "Вендетта" альбомындағы, шулай уҡ
       "Хочешь", "ПММЛ", "Знак Бесконечность", "Скандал", " - 140"
       йырҙарын йырлап ишеттерҙе.
       Аҙаҡҡы йырҙары алдынан Земфира шарҙарҙа яҙылған ҡала исем дәрен уҡып сыҡты: "... Ульяновск, Мәскәү, Питер, Һамар, һәм, әлбит тә, Өфө!". Ул ҡулын һуҙып, "Өфө" шарын үҙенә алды.
       Һуңғы "Блюз" йыры һәр беребеҙгә арналған ине. Зал бәхет енән ярым ятты тип әйтергә була, быны "ләззәт өйәнәге"тип әй тергә булалыр, моғайын. Һәр
       кем үҙен Земфира исемле ҙур организмдың бер күҙәнәге итеп тойҙо.

Лариса Парфентьева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал