6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ҡиммәтерәк булған һайын яҡшыраҡмы, йәки Героиндың грамы күпм е тора
18.05.05


       Героиндың грамы күпме тора Даналап алғанда, Өфөлә уның өсөн 1000 - 1002 һум бирәләр. Һамарҙа был наркотиктың бер гр амы 200 - 450, Ырымбурҙа - 350 тирәһе. Өфө Эске эштәр идарал ығы начальнигы Урал Аккучуков журналистар менән осрашыу ваҡы тында билдәләүенсә, наркотик хаҡы - наркотиктар менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәшеүселәрҙең мөһим эш күрһәткесе ул. Башҡортостанда героин хаҡы Урал - Волга буйы төбәктәре менә н сағыштырғанда ҡиммәтерәк тороуы уның беҙҙә дефицит булыуы ха ҡында һөйләй. Бында наркотиктар менән һатыу итеүселәргә үҙенең быс раҡ эше менән тыныс ҡына шөғөлләнергә ирек бирмәгән хоҡуҡ һаҡлау орг андарының да өлөшө ҙур. Баш ҡала милицияһының наркотиктарға бәйле енәй әтселеккә ҡаршы көрәше Өфө Эске эштәр идаралығы начальнигы ҡатнашлығын да үткән матбуғат конференцияның төп темаһы булды ла инде.
       Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, беҙҙең милиционерҙарға эш етерл ек. Башҡортостан һәм Өфөнөң наркотраффик күҙлегенән ҡарағанда ге ографик йәһәттән уңайлы урынлашыуынан башлайыҡ. Афғанстан, Ҡаҙағстан , Тажикстан плантацияларынан был ағыуҙы Рәсәйгә индергән төп
       трассалар беҙҙең республика аша үтә. Наркотиктарҙың бер өлөшө беҙҙә тороп ҡал ыуы сер түгел.
       Быйыл ғына баш ҡала милицияһы көстәре менән законһыҙ әйлә нештән туғыҙ килограмға яҡын наркотик тартып алынған. Уларҙы ң 1700 грамдан ашыуы героин. Өфөлә наркотиктарға бәйле биш йөҙгә яҡын енәйәт те ркәлгән - был республикала асыҡланған енәйәттәрҙең өстән бер
       өлөшө. Уларҙың 96 проценты - наркотиктар әҙерләү, һатып алыу, һаҡлау, оҙатыу һ әм һатыуға ҡағыла. Наркотиктар ҡулланырға йәлеп итеү һәм притондар тото уға ҡағылышлы статьялар ҙа әүҙемерәк "эшләй" башланы.
       Наркотиктар йәһәтенән ауыр хәл элеккесә Черниковкала - Ка линин һәм Орджоникидзе райондарында һаҡлана. Милиция быны тап ошо урын да
       сегәндәр - ағыу таратыусыларҙың төп өлөшө йәшәүе менән аңла та. Был диаспора вәкилдәре белем яғынан наҙанлыҡтарына ҡарамаҫтан, з акондарҙағы етешһеҙлектәрҙе бик оҫта файҙалана. Наркотиктар һатыу менән уларҙа башлыса күп балалы әсәләр, ауырлы ҡатындар йәки бәләкәй бала лар шөғөлләнә. Уларҙың барыһын да яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкин т үгел йәки үтә проблемалы. Сегәндәр артынан үзбәктәр һәм тажиктар килә:
       улар беҙгә
       аҡса эшләр өсөн килә тип һанала, әммә уларҙың төҙөлөштә йә ки баҙарҙа эшләүе күп осраҡта күҙ буяу ғына.
       Наркотиктар дозаһының уртаса размеры тураһындағы положени е ағыу һатыу менән аҡса эшләүселәргә ярҙам, ә тәртип һаҡлау сылар өсөн баш ауырыуы ролен үтәй. Наркотик һатыусылар һәм наркомандар хәҙер кеҫәлә
       героин
       йөрөтәргә лә мөмкин икәнлеген тиҙ үҙләштерҙе, бары тик уның
       ауырлығы бер грамдан артмаһын. Был документ ҡабул ителгәнгә
       тиклем яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн 0,1 грамм героин да етә ине.
       - Беҙҙең ҙур ҡыуанысыбыҙға ҡаршы, тиҙҙән был положение яң ынан ҡараласаҡ, - тип билдәләне Урал Аккучуков. - Практика күрһәт еүенсә, был закон милиция эшенә тотҡарлыҡ ҡына яһай.
       Баш ҡала милицияһының алдағы пландары - күңел асыу урында рында эште әүҙемләштереү, уларҙа һуңғы ваҡытта метафтаминдар - дарыу тө ймәһе
       формаһында сығарылған наркотик препараттар популяр була баш лаған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал