6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Шат һәм зирәктәр клубы тураһында
18.05.05


       Араҡынан ҡала рустарҙың милли табышы тип атарлыҡ тағы бер
       күренеш бар, ул да булһа Шат һәм Зирәктәр Клубы. Өфө КВН - ының элекке СССР - ҙа иң атҡаҙанған булып һаналыуы хаҡында күптәр белмәйҙер әле, ә хә ҙер, Одесса сиктең теге яғында тороп ҡалғас, ул Рәсәйҙә иң оҙаҡ уйнаусы клуб та. Өфөлә Юморина тамашасыһы булмаған бер генә студент та ҡалмағандыр, моғайын. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, юмористар командаһы аша Өфөнөң һәр унынсы студенты үткән.
       Өфө КВН - ына 38 йәш, ә уның һеңлеһе Юморинаға - 35. Ул в аҡытта АМИК та, бағыусылар ҙа юҡ ине әле, әммә 70 - се йылда рҙа КВН юмористар командаларының сығышы ғына түгел, рәссамдар, пародистар, ВИА , университет гәзиттәре, бейеү коллективтары конкурстары ла ин е.
       1967 йылда Башҡорт дәүләт университетында ике команда бар лыҡа килә - физмат һәм биофак. Тиҙҙән уларға "коммунизм мәктәбе" лә ҡушы ла: 1970 йылдың 1 апрелендә ВЛКСМ - дың Киров районы комитеты тәүге у йын булған Юморинаны башлап ебәрә - опера һәм балет театры с әхнәһендә БДУ БДМИ - ға (хәҙер БДМУ) ҡаршы көс һынаша.
       Һөҙөмтәлә медиктар еңә. Һәм ике арала башланған ошо ярыш сирек быуат
       дауам итә. 1972 йылда "Клуб 91" (БДУ) командаһы ниңә Өфө ю мористары Масляковҡа бармай - тигән һорауға яуап бирә - университет к омандаһы Мәскәүгә "КВН стадионына" саҡырыу ала. Һәм шунда уҡ тәүге "ш ок": йәрәбә буйынса уларға билдәле команда менән ярышырға ту ра килә. Ул ваҡытта Одесса командаһы өсөн тере легендалар Валерий Хаит, Яник Гел ьман, Игорь Кныллер сығыш яһай, уларға тексты Михаил Жванецк ий үҙе яҙа. Аптырағас,
       өфөлөләр режиссер сифатында Михаил Рабиновичты саҡыра ( бөг өн ул - Башҡортостандың рус академия драма театрының художество етәк сеһе). Ул ваҡытта Рабинович Щукин училищеһында белем ала. Одесситтарҙы ң уйынға әҙерләнеүен ҡарап өфөлөләр тағы бер тапҡыр тетрәнеү кисерә: сәхнә машинаһы кеүек эшләй улар, һәр һүҙ, һәр пауза, интонация - б арыһы ла уйланған. Быны күргәндән һуң, унда ҡатнашыусыларҙың хәтерләү ҙәренән, Өфө командаһы ҡурҡыуҙарынан эскегә һалыша. Һәм бына уйын - и ке конкурс тигеҙ үтә, "разминканан" һуң өфөлөләр хатта бер мәрәйгә алға
       ла сыға. Әммә һөҙөмтәлә одесситтар барыбер еңеп ҡуя.
       1973 йылда Өфөлә Юморина үҙенсәлекле рекорд ҡуя - ул алты
       сәғәт тирәһе дауам итә. 1976 - сы йылда ул тағы популярлыҡ яулай - Юморинала хәҙер тик КВН командалары ғына ҡатнаша. "Юбилей" мәҙәниәт йорто, һуңын ан цирк бинаһы тәртип һаҡсылары, дружинасылар, һыбайлы милиция тараф ынан уратылып алына. Нефть һәм авиация институттары, ауыл хужалығ ы институттары популяр КВН командаларына әүерелә.
       1980 йылда цирк бинаһында үткән уйынды классик КВН тарихы на индерергә мөмкин булыр ине. Шул саҡта күсмә приз - Ағалы - э неле Гамбстарҙың 13 - сө ултырғысы - булдырыла. Почетлы трофей ғә ҙәттә ректор кабинетында һаҡлана. Тик бер ваҡыт ул эҙһеҙ юғала. 90 - сы й ылдарҙа Өфө кавээнщиктарының үҙ символы - алтын ҡарға - барлыҡҡа килә, ә
       КВН беренсе апрель байрамы булыуҙан тыш, ноябрь айында фест иваль рәүешендә лә уҙғарыла башлай.
       1987 йылда Өфө КВН -ы икенсе һәм һуңғы тапҡыр үҙәк телеви дениела сығыш яһай. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығының "Золотой теленок " командаһы исеме аҫтында Мәскәүгә башлыса Өфө вуздары уҡыты усыларынан торған команда йүнәлә. Улар араһында бер генә студент була, уныһы л а бишенсе курста уҡый. Юлда барғанда булған ҡыҙыҡ мәлдәр әле лә хәтерҙ ә һаҡлана :
       - Поезда китеп барғанда күңел асып алырға булдыҡ һәм скри пка һәм эшләпә тотоп состав буйлап йөрөй башланыҡ - балалар йортона ярҙам фондына аҡса йыябыҙ, йәнәһе. Йәмғеһе 167 һум а ҡса йыйҙыҡ. Шунан бер милиционер килде һәм аҡсаны тартып алд ы, уны Балалар фондына тапшырыу тураһында акт та төҙөнө.
       Икенсе уйында беҙҙекеләр еңелә. Хәйер, ул ваҡытта КВН - д а икенсе елдәр иҫә башлай инде, ул аҡрынлап профессиональ һө нәргә әүерелә, Масляков КВН империяһының хужаһына әйләнә бара. КВН уйындарында сәйәс и сатира кәмегәндән кәмей. Цензура социаль юмор талап итеүсе мөхәррир ҙәр диктаты менән алмашына.
       90 - сы йылдар уртаһынан алып Өфө КВН - ы ла үҙгәрештәр к исерә, күберәк тамашаны хәтерләтә башлай.
       Бөгөнгө КВН - ды ҙур индустрия, күп профилле эшҡыуарлыҡ т ип тә атарға була. Аҡыл, зирәклек уйыны көлкөлө шоуға әүерел ә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал