6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Өфөлә автомобилдәр күргәҙмәһе асылды
18.05.05


       Күҙ яуын алып, ялтырап торған өр - яңы һуңғы модель автом обилдәр: BMW, MERSEDES, HONDA, SUZUKI, RENAULT, PEUGEOT, DAE WOO һәм башҡа сит ил матурҡайҙары, үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәр, "текә" мот оциклдар, скутерҙар, алдынғы техникаға тап килеп торған көйҙәр, матур ҡыҙҙар... Мин ошо көндәрҙә Өфөнөң Спорт һарайында асылған күргәҙмә тураһын да һүҙ алып барам. Күргәҙмә генә түгел, матур, бик сағыу автошоу үт те бында. Эшлекле телгә күсһәк, "Автосалон. Автотехсервис. Уралтранс -
       2005" Халыҡ - ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылды. Унда Рәсәйҙең төрлө т өбәктәренән килгән 150 - нән ашыу фирма үҙ автомобилдәре мен ән таныштырҙы. Республика тормошонода мөһим ваҡиға булараҡ, ул оло тантанан ан башланды, әлбиттә. Сарала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Валерий
       Вәлиәхмәтов, республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Михаи л Протасов, "БашЭкспо"күргәҙмә үҙәгенең генераль директоры Е вгений Сдобников, БР
       Сауҙа - сәнәғәт палатаһы рәйесе Борис Бондаренко һәм башҡал ар ҡатнашты. Улар Башҡортостан һәм тотош Урал һәм Волга буйы
       өсөн был экспофорумдың әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды,
       күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға
       продукцияны шундай уҡ юғары кимәлдә сығарыуҙы дауам итеүҙәр ен, автокүргәҙмәлә яңы партнерҙар табыуын теләне.
       Күргәҙмәгә килеүселәргә үкенергә тура килмәгәндер тип уйл арға ҡала: экспоненттар Спорт һарайының ике аренаһында урын алды. Башҡо ртостан баҙарында Рәсәй, Япония, АҠШ, Франция, Германия, Кореяның и ң алдынғы модель автомобилдәрен тәҡдим итеүсе барлыҡ фирмалар ҙа ҡатна шты был сарала. Ағымға ҡуйылған төп моделдәрҙән тыш күргәҙмәгә килеү селәр тюнинг башҡарыуындағы үҙ автомобилдәребеҙ һәм сит ил м ашиналары менән танышты. Әммә автоэкспофорумда автомобилдәр, автобус һәм йөк машиналарынан тыш та ҡыҙыҡһынырлыҡ әйбер етерлек булды. "Авт осалондың" тематик диапазоны бик киң. Бында техникаға ҡағылы шы булған бик күп нимә табырға була: автокосметика, майҙар, автосервис ҡорамалдары һәм инструменттар, запас частәр, автошиналар, автомобилде йыуыу ҡорамалдары, автоаксессуарҙар. Быға тағы автостраховкалау, б анк кредиттары линияһын өҫтәгеҙ.
       Белешмә өсөн: "Автосалон" 2001 йылдан башлап Халыҡ - ара күргәҙмә һәм йәрминкәләр ҡарамағы аҫтында үтә, был күргәҙмә эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелеүенә дәлил. Киң йәйелдерелгән
       автоакция, уны ойоштороусылар әйтеүенсә, йыл да 25 меңгә яҡын кеше йыя. Был юлы ла улар аҙ
       булмаясаҡ тип уйларға ҡала: Спорт һарайында автоакция 20 - һенә тиклем барасаҡ. Программала бер нисә презентация, матбуғат конференцияһы, " Баш ҡаланың иң яҡшы автосалоны - 2005" конкурсында еңеүселәр ҙе наградлау, үҙен иң
       яҡшы яҡтан күрһәткән ҡатнашыусыға "Күргәҙмәнең иң яҡшы эксп озицияһы"
       исемен тапшырыу ҡаралған.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал