6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Жюри таланттар бик күп, тигән ҡарарға килде
17.05.05


       Һалдат гимнастеркалары кейгән ҡыҙҙар, гармун һуҙып моңла ныусы егеттәр, беретын ҡырын һалып, яйлап ҡына тәмәке һурыус ы пулеметсы - быларҙың барыһын да "Студент яҙын" оҙатыу тантанаһында күрергә мөмкин
       ине.
       Юғары уҡыу йорттарында уҡыусы студенттарҙың үҙешмәкәр худ ожество ижады фестивале аҙаҡҡы гала - концертҡа тиклем килеп еткәнсе , "БАШвестЪ" был сараның һәр береһен күҙәтеп барҙы. Һәм бына , ниһайәт, йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте.
       Фестивалде ойоштороусыларҙың һүҙҙәрен ҡабатлап әйтһәк, "С тудент яҙы" - ул студенттың ижади йәһәттән өлгөрөп етеүенә ү ҙенсәлекле һынау ул. Республиканың 22 вузында үткән факультет - ара ярыш һәм конк урстарҙан һуң 20 мең стдент араһынан иң талантлылары һайлап алынды. Улар аҙаҡҡы этапҡа тиклем барып етә алды һәм бына әл еге мәлдә түҙемһеҙлек менән жюри ҡарарын көтә.
       Йәштәр акцияһын ойоштороусы БР Профсоюздар федерацияһы, Р еспублика ректорҙар советы, Башҡортостандың Мәғариф министрл ығы һәм БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты еңеүселәрҙе билдәләү үтә ҡы йын буласаҡ тип күҙаллағайны, шулай килеп сыҡты ла.
       Һәм, ниһайәт, кульминация мәле килеп еткәс, аҙаҡҡы гала -
       концертта республика вуздарында белем алыусы 700 - гә яҡын студент жюр и иң яҡшылар тип тапҡан номерҙары менән тағы бер тапҡыр сығы ш яһаны. Конкурс программаһына үҙешмәкәр сәнғәт жанрҙары өс йүнәлеш буйынса и ндерелде: театр, музыка һәм хореография. Быйылғы "Студент яҙ ының" үҙенсәлеге түбәндә - уның сиктәрендә вуз театрҙарының сығышы айырым ҡар алды. "Иң яҡшы спектакль", "Иң яҡшы режиссура", "Иң яҡшы ирҙәр роле", "Иң яҡшы ҡатын - ҡыҙҙар роле", "Икенсе пландағы иң яҡшы роль" номинац иялары булдырылды. Бынан тыш иң яҡшы хореографик постановка, музыка инструментында уйнау, концерт программаһы өсөн наградалар ҙа
       билдәләнгән ине. Йола буйынса студенттар байрамының эмблема һы авторы ла призға лайыҡ буласаҡ.
       Гала - концертты асып, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе,
       ойоштороу
       комитеты рәйесе Әмерхан Сәмерханов быйылғы "Яҙ" Бөйөк Ватан  һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына арналыуын, һәр сығыштың Вата н һаҡсыларына дан булып яңғырауын белдерҙе.
       - Хөрмәтле тамашасылар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар! Һеҙҙ е "Студент
       яҙы - 2005" тамамланыуы һәм Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы менән ҡотлайым! Ойоштороусыларға беҙгә 35 - се яҙ байрамы бүләк итеүҙәре өсө н рәхиәт. Был ваҡыт эсендә күрһәтелгән номерҙарҙың һаны ғына
       түгел, сифаты ла үҫеүен әйтергә кәрәк. Бында вуз ректорҙарының ҙур өлөш индереүе бил дәле, әлбиттә. Уларға ҙур рәхмәт, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әм ерхан Сәмерханов. - Фестивалдә ҡатнашыусы студенттарға афарин, тормошобоҙҙоң ирт әгә ниндәй булыуы күп өлөштә уларҙан тора. Ә бөгөнгө гала - концерт - байрамдың иң тантаналы мәле. Ҡаршы алығыҙ!
       Тамашасылар берҙәм алҡышлау менән яуап бирҙе, ә "Яҙҙа" ҡа тнашыусылар үҙ сиратында ышанысты аҡларға тырышып, иҫ киткес
       матур һәм йөкмәткеле
       номерҙар менән сығыш яһаны.
       Ижади коллектив етәкселәре әйтеүенсә, һәр вуздың бер көсл ө яғы бар. Ошо номинациялар буйынса уларҙы бүләкләнеләр ҙә и нде. Мәҫәлән, халыҡ бейеүе жанрында "Шатлыҡ" ансамбле (БДАУ) , эстрада бейеүҙәре буйынса "Грация" (БДПУ) һәм башҡалар.
       Таланттар бик күп, тигән ҡарарға килде жюри, шуға күрә бе ренсе, икенсе һәм өсөнсө урын билдәләмәҫкә булдылар. Уның урынына, концерт тамамланғас, иң көслө һигеҙ вуз билдәләнде, улар төрлө номин ацияларҙа
       дипломдарға лайыҡ булды ла инде: Башҡорт дәүләт педагогия у ниверситеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт д әүләт университеты, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Бөрө дәүләт педагогия университеты , БДУ- ның Сибай һәм Нефтекамалағы филиалдары һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал