6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Еңеү көнөн Монголияла ҡаршы ала
17.05.05


       Смоленск ҡалаһы ла фашистар үҙҙәренең тәүге аяуһыҙ бомбала рын яуҙырған ҡалалар исемлегендә була. Бомба "ямғырынан" ҡас ып, ул ваҡытта Смоленск медицина институтының өсөнсө курс ст уденткаһы Римма Кондрашова башҡа ҡасаҡтар менән бергә үҙенең туған ҡалаһы Жиздраға барып етә.
       Ҡала был
       ваҡытта яралылар менән тулы була. Урындағы дауахана медсанб атҡа әйләнә.
       Римма Александровна үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. Уны санита рка итеп алалар. Медсанбат менән бергә ул Брянск ҡалаһына барып етә. Батальон начальнигы ҡыҙҙы уҡыуын дауам итергә өгөтләгәс, ул Пермь мед ицина институтына уҡырға инә. 1943 йылда Римма юғары белем т ураһындағы диплом алыу менән бергә Воронеж ҡалаһының дәүләт санинспекторы итеп тә тәғәйенләнә. Тик ул алдан уҡ хәл итеүе
       буйынса, бары тик фронтҡа ашҡына, йылдар буйына бәйләнешен өҙмәгән "үҙенең" медсанбатына эләгергә хыяллана. Тик Свердловск ҡалаһында курстар тамамлағандан һуң, уны яҙмыш Ал ыҫ Көнсығышҡа илтеп ташлай.
       Шулай итеп Римма Монголияға, чумаға ҡаршы көрәшеүсе отряд
       сафына барып эләгә. Ул яҡтарҙа кимереүсе хайуандар күп булғанлыҡтан , һәр ваҡыт чума сиренең көсәйеп китеү ҡурҡынысы һаҡлана. Белгестәр етеш мәй, әлбиттә. "Ни өсөн миңә бындай яза" - тип йыш ҡына күҙ йәштәрен түгә йәш врач. Ул дошмандарға ҡаршы һуғышырға хыялл ана ине, бында ... ҡомаҡтарға ҡаршы көрәшеп ваҡыт үткәр инде. Сираттағы аттестация ваҡытында ул үҙен бик яҡшы итеп күрһәтеүгә өлгәшә һәм, ниһайәт, комиссия уға эшен алмаштырырға рөхсәт бирә. Римма Александровна яртылаш булһа
       ла үҙ хыялына яҡынлаша - армияла хеҙмәт итә башлай. Еңеү кө нөн Чойбалсанда ҡаршы ала.
       Тик чумаға ҡаршы отрядта хеҙмәт итеүҙең дә бик ҡатмарлы һ әм яуаплы эш булыуын билдәләп үтеү кәрәктер. Советтар Союзы сиктәре янынд а бер нисә
       йыл буйы бактериологик ҡорал булдырыу менән шөғөлләнгән мах сус бүлек эшләүе киң йәмәғәтселеккә күптән түгел генә билдәле булды. Б ер нимә һиҙмәгән аманаттарҙы ошо, асылда, концентрацион булған лагер ға килтереп, ҡурҡыныс ауырыу вирустарын йоҡторалар һәм сирҙе ң нисек үткәнен күҙәтәләр. Ошонда уҡ совет иле биләмәләренә ебәреү өсөн чума  менән
       зарарланған ҡомаҡтар үрсетелә. Дөйөм алғанда, япон милитари старының планы фашистарҙыҡынан бер ҙә кәм булмай. Бәхеткә ҡаршы, улар
       тормошҡа
       ашырылмай ҡала. Тик хәрби хеҙмәткәрҙәргә был факт мәғлүм бу лмай,
       әлбиттә.
       Һәм бына Римма Александровна йүнәлтелгән 61 - се танк див изияһы Алыҫ Көнсығышта хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Һәр һуғыш үҙенән һуң бик күп яралылар ҡалдыра. Медиктарҙың үҙ - үҙен аямайынса эшләүе ула рҙың күбеһен ҡотҡарып ҡала. Шул ваҡыттарҙа хәрби врач Кондра шова үҙенең төп наградаларының береһе - Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була ла инде.
       Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғас, ул Порт - Артурға э ләгә. 1948 йылға тиклем ошонда эшләй. Тиҙҙән кейәүгә сыға һәм медицина хеҙмәте капитаны дәрәжәһендә демобилизациялана. Ҡала дауаханаһына те рапевт
       булып эшкә урынлаша, ҡытай коллегалары менән бергә хеҙмәт и тә. 1955 йылда улар тормош иптәше менән Өфөгә күсәләр, ул һәм ҡыҙ тәр биәләп үҫтерәләр. Федор Григорьевичтың ейәндәрен күреп ҡыуана алмау ы ғына йәл. Кондрашовтарҙың дүрт ейәне бар һәм һәр береһе бы л донъяла үҙ юлын тапҡан. Ике ейәндәре, мәҫәлән, Шотландияла йәшәй. Береһе, ӨД НТУ
       аспиранты, Англия вуздарының береһендә уҡыуға грант алған. Ҡыҙҙары Мария - экономист, Чехияла йәшәй. Улдары Олег нефть универси тетында эшләй.
       Армияла хеҙмәт иткәндән һуң Римма Александровнаның хеҙмәт биографияһы ҡайһы яҡҡа үҙгәргән тиһегеҙме Өфөлә ул башта те рапевт, һуңынан 19 - сы дауаханала баш врач урынбаҫары булып эшләй. 1967 йылдан алып уның яҙмышы ӨДНТУ менән бәйле, ул 25 йыл бу йына ошо вуз студенттары һәм хеҙмәткәрҙәренең һаулығы тураһында хәстәрлек
       күрә.
       Хәбәрсе менән һөйләшкән ваҡытта, Римма Кондрашова Бөйөк Е ңеүҙең 60 йыллығына әҙерлек һәм байрам көндәрендә ветерандарға булған сикһеҙ иғтибарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуғыш һәм тыл ветерандарының ба рыһына ла юбилей миҙалдары тапшырылды. Үҙешмәкәр артистар, ш ул иҫәптән мәктәп уҡыусылары, концерттар менән сығыш яһаны, тип хәтерләй ул. Сәскәләр, бүләктәр, бала ҡулы менән яҙылған өсмөйөш хаттар... Быларҙы онотоп буламы ни!
       Ә ветерандар үҙҙәре, Римма Александровнаның һүҙҙәре буйын са, балалар учреждениеларында көтөлгән ҡунаҡ. Нисә йәштә булыуҙарына ҡар амаҫтан, балалар ветерандарҙы тын да алмай тыңланы, ти ул. Тере фронт овик уларға тағы ҡасан килә әле! Тимәк, хәрби - патриотик тәрбиәләүгә я ңы көс өҫтәлде. "Был эштең дауам итеүе ҡыуандыра, - ти ветер ан. - Йәштәр һуғыш тураһында дөрөҫөн белергә тейеш".

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал