6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Тауыҡ кетәгендәге төлкөләргә оҡшап
17.05.05


       Өфө район судында ун кешегә ҡарата енәйәт эше тикшерелә.
       Апрель айының башында уларҙың барыһы ла бурлыҡта ғәйепләнде . БР Прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Р услан Сәфиуллин "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә түбәндәгеләрҙе һөйлә не: "Енәйәтселәрҙең һигеҙе ( уларға 23 - 48 йәш) зыян күргән "Те рминал ВЛ Лоджистик" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә эшләгән, тағы икәү һе - башҡа кесе предприятие экспедиторы һәм водителе. Уларҙың ҡайһы бер ҙәренең
       бурлыҡ өсөн язаға тарттырылыу тәжрибәһе лә бар, бәғзеләрене ң шартлы рәүештә язаға тарттырыу ваҡыты ла сығып бөтмәгән, ә улар тағ ы ла еңел кәсепкә тотонған. "Төлкөләрҙең" "эшмәкәрлегенән" күрелгән зы ян миллион ярым һум тәшкил итә.
       Хәл былай була: 2003 йылдың август айында экспедитор булы п эшләүсе 24 йәшлек Денис "Терминалдан" тауар алған ваҡытта бурлыҡ ҡыла: төшкө аш ваҡытында персоналдың булмауынан файҙаланып, машинаһына зака з буйынса үҙ фирмаһына алып бара торған тауарҙан тыш, икенсе
       экспедитор өсөн тәғәйенләнгән көнкүреш техникаһын да тейәй: сит ил һыуытҡысы , кофе бешергес, акустик колонкалар, йәмғеһе 19 меңлек тауарға "бай ый" егет. Ә беренсе сентябрҙән алып Денис ошо уҡ "йылы" урынға кладовщик
       булып урынлаша һәм 2004 йылдың сентябрь айына тиклем, вазифаһынан файҙаланып, аудио-, видео- һәм башҡа техника урлай. Улар ике шәр йә өсәр кеше "эшләй", план өҫтөндә артыҡ баш ватмайҙар: складта һаҡланған тауарға "буйҙары етеүҙән" файҙаланып, "артыҡ тауар" булдыралар һәм уны "Терми налдан" алыҫ та алып китмәйенсә, "Силәбе - Һамар трассаһында
       эшләүсе аралашсыларына тапшыралар. Машиналарҙы йорт кинотеа трҙары, телевизор, кер йыуыу машиналары һәм башҡалар менән тултырыусы йөк тейәүселәр енәй әткә булышлыҡ итеүҙәре тураһында белмәй. Икенсе бер яуаплылығы си кләнгән
       йәмғиәттән "Терминалға" тауар артынан килгән водитель менән
       экспедитор иһә тауар тейәгән ваҡытта складтан үҙҙәренә 21 меңлек аудио система ла "һайлай".
       Бурҙарҙың унауһы ла суд алдында яуап тотасаҡ.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал