6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һуғыш геройы һәм ғалим Хәмзә Усманов
16.05.05


       Бөйөк Ватан һуғышы - тетрәнеү ҙә, ҡаты һынау ҙа, ҙур ҡый ыулыҡ та. Ватаныбыҙ һаҡсыларын ул ваҡытта ябай итеп "һалдат" һәм "сове т армияһы" тип атағандар, әммә беҙ бөгөн тылда көндәлек ауыр тормош мен ән еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында һөйләшергә теләйбеҙ. Тарих фәндәре ка ндидаты, доцент, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һ әм әҙәбиәте институтының тарих бүлеге етәксеһе Римма Сөләймәно ва еңеү фронттарҙа ғына түгел, тылда ла яуланды тип иҫәпләй.
       - Ысынлап та еңеү беҙгә еңел бирелмәне. Был изге байрам, бәхет ҡатыш ҡайғы: бик күп яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ яу яланында башын һ алды. Әммә беҙ еңдек, һәм уның өсөн түләргә тура килгән хаҡт ы оноторға һәм үткәндәге
       хаталарҙы ҡабатларға ярамай. Төпкөлдәге совет тылында Башҡо ртостандың айырым урын биләүе менән беҙ ғорурланырға тейеш. Тәбиғи байл ығы, етештереү ҡеүәте, матди һәм халыҡ ресурсы булған Башҡортоста н фронтты өҙлөкһөҙ рәүештә барлыҡ кәрәк - яраҡ менән тәьмин итеүҙә ҙур
       роль уйнаны. Бында республика ғалимдары һәм ғилми учреждени еларының айырым урын
       биләүен әйтеп үтергә теләйем.
       Римма Ноғман ҡыҙы һөйләүенсә, һуғыш башланғанда республик ала егермегә яҡын ғилми - тикшеренеү институты, лаборатория һәм тәжрибә үткәреү станциялары эшләй. Конструктор бюролары һәм ҡайһы бе р ҙур
       сәнәғәт предприятие лабораторияларында тикшереү эштәре алып
       барыла. Һуғыштың тәүге йылдарында бында Мәскәү һәм Украинанан эвакуа цияланған байтаҡ учреждение эшләй.
       Был йылдарҙа ғилми тикшеренеүҙәр дошманға ҡаршы көрәштең яңы алымдарын уйлап табыу, сәнәғәткә оборона производствоһын үҙл әштереү һәм камиллаштырыуға ярҙам итеү, яңы сеймал ресурстар ы эҙләп табыу һәм дефицит материалдарҙы урындағы сеймал менән алмаштырыу юлын табыуға йүнәлтелә.
       - 1941 йылдың сентябрь айында СССР Фәндәр академияһы през идиумында Урал ресурстарын оборона кәрәк - ярағына тотоноу б уйынса комиссия төҙөлә, уның составына илебеҙҙең 600 ғалимы инә, - ти Римма Сөләймәнова. - Комиисия ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Уралдың һәр тыл районында булған
       ресурстар тураһында ғилми яҡтан нигеҙләнгән һығымта бирергә һәм тиҙ ар ала уны илдең хәрби - сәнәғәт базаһына, "Еңеүҙең төп арсенал ына" әйләндерергә тейеш була.
       Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләүгә айырыуса ҙур иғтибар
       бүленә, был оборона производствоһына бик ныҡ кәрәк була, ош о арҡала республиканың руда ятҡылыҡтары Уралдың бик күп предприятиелары өсөн төп се ймал базаһына әүерелә. Бынан тыш ғалимдарыбыҙҙың Сибай, Учалы һәм
       Маҡан ятҡылыҡтарынан башланған Башҡортостан төҫлө металлургияһында
       иң мөһим тармаҡтарының береһе - баҡыр етештереүгә индергән өлөштәрен билдәләмәү мөмкин түгел. Шулай уҡ нефть эҙләү һәм эшкәртеү өлкәһендә лә ҙур ғилми эш алып барыла һәм үҙ сираты нда һиҙелерлек һөҙөмтәләргә килтерә: 1943
       йылдың сентябрь айында Ишембайҙан алыҫ түгел ятҡылыҡ асыла,
       ул
       республика ғалимдары, геолгтары һәм нефтселәрҙең ҙур ҡаҙаны шына әйләнә. Һуғыш йылдарында Башҡортостанда машина төҙөү пр едприятиелары эшмәкәрлеге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған техник фәндәр, мет алл етештереү, энергетика өлкәләрендә лә ҙур эш башҡарыла. Был, Римма Сөләймәнованың һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙ сиратында физик - тех ник һәм математик тикшеренеүҙәр талап итә. Бының менән Украина фәндә р академияһы, шулай уҡ үҙәк ғилми учреждениелар шөғөлләнә - ул ар яңы төр боеприпастар, оптик артиллерия приборҙары төҙөү, хәрби техни ка өсөн юғары сифатлы майлау материалдары һәм антифриздар сы ғарыу, хәрби самолеттар өсөн ҡеүәтле двигателдәр, яңы элемтә
       аппаратураһы етештереү менән мәшғүл була...
       - Эвакуацияланған ғалимдарҙың күбеһе һуғыш тамамланғас та
       Башҡортостанда ҡала һәм үҙенең ғилми эшмәкәрлеген дауам итә . Беҙҙең Академия институттарында ла һуғыш ветерандары эшләне һәм эшләй, - тип
       дауам итә
       Римма Ноғман ҡыҙы. - Әммә мин, Тарих, тел һәм әҙбиәт инстит уты вәкиле булараҡ, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр - һуғыш геройҙары тураһында бер
       нисә һүҙ әйтеп китергә теләйем.
       Беҙҙең коллективта биш Бөйөк Ватан һуғышы ветераны эшләне . Нур Зарипов, Ғилемдар Рамаҙанов, Тәминдәр Әхмәҙиев, Людмила Атан ова һәм Хәмзә Усманов ҡулдарына ҡорал алып Ватаныбыҙ һағына баҫа. Һу ғыштан һуң да Башҡортостанда гуманитар фәндәрҙең уңышлы үҫеш е өсөн күп көстәрен бирә улар.
       Улар институтҡа һуғыштан һуң килә. Пулеметсы һәм взвод ко мандиры Нур Зарипов әҙәбиәтсе - ғалим, фольклорсы, филология фәндәре кан дидатына, 21 - се гвардия бригадаһы яугиры Ғилемдар Рамаҙано в филология фәндәре докторы, билдәле әҙәбиәтсегә әйләнә, Тәминдәр Әхмәҙиев танк механигы һөнәрен тарихты өйрәнеү фәненә алмаштыра ( беҙ уны тарих фән дәре кандидаты, өлкән ғилми хеҙмәткәр, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре
       булараҡ беләбеҙ), шәфҡәт туташы Людмила Атанова һуғыштан һуң музыка белгесе, БАССР - ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре булып таныла.
       Быйыл, илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә, беҙ
       үҙебеҙҙең бер генә ветераныбыҙ - элекке директорыбыҙ, тарих фәндәре до кторы,
       профессор, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре Хәмзә Фәтих улы Усман овты ғына ҡотланыҡ. Ҡалғандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көнгә тиклем йәш әй алманы.
       Ә Хәмзә Фәтих улы әлегә тиклем һау - сәләмәт, өлкән йәштә
       булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең институтта ғилми - әҙәби эшмәкәрлек менән
       шөғөлләнә. Бөгөн ул Башҡортостан Тарихының икенсе томы өҫтөндә эшләй. 9
       май байрамын ул беҙҙең коллектив менән бергә ҡаршыланы. Беҙ уға оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Екатерина Сиридонова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал