6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ымлап йырлау - иң талантлылар өсөн генә
16.05.05


       Ҡала мәҙәниәт һарайының балалар һәм уларҙың ата - әсәлә рен һут менән һыйлау, шахмат турнирҙары һәм бейеү ойошторолғ ан фойеһында бөгөн ҙур байрамдарҙа ғына була торған йәнлелек хөкөм һөрә ине. Балала рҙы иң популяр йәнһүрәт һәм яратҡан әкиәт геройҙары ҡаршы алды - М альвина, Мәскәй әбей, төлкө Алиса һәм башҡалар.
       Ишетеү һәм һөйләшеү мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн " Мин донъяны йөрәгем аша күрәм" тип исемләнгән ымлап йырлау б уйынса сираттағы дүртенсе ҡала фестивален ойоштороусы булып ғәҙәттәгесә Өфө х акимиәтенең социаль сәйәсәт буйынса идаралығы һәм Бөтә Рәсәй
       һаңғырауҙар йәмғиәтенең мәҙәниәт йорто сығыш яһаны. Тамашасыларҙың күп ө лөшөн ата - әсәләр, олатай һәм олатайҙар, шулай уҡ артистарҙ ың класташтары, дуҫтары
       тәшкил итә ине. Улар ҙур теләк менән ымлап йырлау, бейеүҙәр , клоунада һәм Федор ағай һәм почта таратыусы Печкин ҡатнашл ығындағы ысын спектакль ҡараны.
       Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестивалгә насар ишетеүсе 500 инвалид бала саҡырылған. Улар араһында Баҡалы махсуслашт ырылған ( коррекция) урта дөйөм белем биреү мәктәп - интернаты, 30 - сы һанлы мун иципаль махсус дөйөм белем биреү мәктәп - интернаты, Өфө мах сус дөйөм белем биреү мәктәп - интернаты, Өфөнөң 6 - сы һанлы махсуслаштырылған ба лалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм башҡалар булды.
       Ҡала фестивале сиктәрендә бер нисә жанр күрһәтелгән - бе йеү, оригиналь, театраль, ымлап йырлау һәм башҡалар. Мәҫәлән , 30 - сы мәкәптән килгән "Ок" студияһы "Найди друга" йырын башҡарҙы, ә Айһылыу Заһретдинова Жасминдың йырын башҡарып, ымлап йырлау өлгөһөн күрһәтте. Кон цертта ҡатнашыусы иң бәләкәстәр, 6 - сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеү селәре,
       "Ландыштар" бейеүен башҡарҙы. Заманса, көнсығыш һәм рус хал ыҡ бейеүҙәрен яратып бейеүсе балалар ҙ акүп килгән ине. Йырға к илгәндә, был айырыуса ҙур әҙерлек талап иткән жанр.
       Балаларҙың бейеү коллективтары етәкселәре журналистарға ә йтеүенсә, улар үҙ тәрбиәләнеүселәренең талант һәм һәләттәренә үҙҙәре х айран ҡала. "Башҡаларҙан был балаларҙың инвалид икәнен ишетеү сәйерерәк тә. Улар беҙҙең кеүек үк кешеләр, бары тик тормошто "ишетеп белеү" мө мкинселеге
       сикле. Ҡайһы бер балалар насар ишетә, бөтөнләй ишетмәгәндәр е лә бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар бәғзе "нормаль" кешеләргә ҡар ағанда ла бәхетлерәк булы белә һәм тормошҡа ҡыуана. Уларҙың үҙ шатлыҡт ары һәм борсоған сәбәптәре бар, беҙ уларҙы яратабыҙ һәм таланттарын асырға булышлыҡ итергә тырышабыҙ: ритм тойғоһо ла бар уларҙың. Ымла п йырлау өсөн тап ошо сифаттар кәрәк тә инде. Был жанр - иң талантлыл ар өсөн!".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал