6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Александр Фадеевтың үлем алдынан яҙған хаты
16.05.05


       1956 йылдың 13 майында яҙыусы Александр Фадеев үҙе теләп был донъянан китә. Был фажиғә алдынан уның Переделкинолағы д ачаһында яҙыусы Юрий Либединский ҡатыны Лидия менән ҡунаҡта була.
       "Беҙҙең һуңғы күп сәғәттәргә һуҙылған һөйләшеүебеҙгә ҡара ғанда, ул һуңғы сәғәтенә тиклем тормош, әҙәбиәт, мөһим йәмәғ әтселек эштәре тураһында уйланды, киләсәккә пландар төҙөнө", тип хәтерләй Либединский .
       Уның тормоштан китергә ҡарар итеүенә сәбәп булған нимәлер
       һиҙелә ине. Ул да булһа әхлаҡи мөхит..."
       Фадеевтың үҙ - үҙен юҡ итергә ҡарарына нимә сәбәп булыуы уның КПСС Үҙәк комитетына яҙылған хатында әйтелә. Был хат 1990 йылда ғ ына "Гласность" гәзитендә баҫылып сыға. Бына ул.
       "Артабан йәшәү мөмкинселеген күрмәйем, сөнки мин үҙ ғүмер емде арнаған сәнғәт партияның артыҡ үҙ - үҙенә ышанған, наҙа ндарса фекер йөрөтөүсе етәкселеге тарафынан юҡҡа сығарылды һәм уны төҙәтеү мөмкин т үгел. Әҙәбиәттең иң яҡшы кадрҙары юҡ ителде.
       Изгеләрҙән изге әҙәбиәтте бюрократтар һәм халыҡтың иң арт та ҡалған
       элементтары ботарлап ташланы, Мәскәү конференцияһы һәм 20 -
       се партсъезд кеүек "юғары" трибуналарҙан "Ату уны!" тигән яңы л озунг яңғырай. Уларҙың хәлде "төҙәтеү" өсөн ҡулланырға йыйын ыусы алымы ла нәфрәт тойғоһо уята: йыйын әтрәгәләм араһында бер нисә генә намыҫлы
       кеше бар, уларға ла дөрөҫөн әйтергә ирек бирмәйҙәр.
       Ленин ваҡытында беҙҙең быуын ни тиклем азатлыҡ һәм асыҡлы ҡ тойғоһо менән йәшәй ине, күңелдә сикһеҙ көс тупланған, ниндәй яҡты ә ҫәрҙәр тыуҙырҙыҡ беҙ һәм тыуҙыра алыр инек!
       Әммә Ленин үлгәндән һуң беҙҙе малайҙар хәленә төшөрҙөләр,
       бөтөрҙөләр, янанылар һәм быны "партиялылыҡ" тип атанылар. Һ әм бөгөн, барыһын да төҙәтергә мөмкинселек булғанда, быны төҙәтергә тейешле әҙәмд әрҙең артта ҡалғанлығы, наҙанлығы, тәккәберлеге өҫкә ҡалҡып сыҡты. Күңелендә изге осҡон һаҡлап ҡалғандар ҙа тиҙҙән юҡҡа сығасаҡ. Һәм күңелдә и жад итеү өсөн бер ниндәй ҙә этәргес көс юҡ...
       Мин коммунизм хаҡына ижад итер өсөн яратылғанмын, ун алты iәштән партия, эшсе һәм крәҫтиәндәр менән бәйлемен, Хоҙай миңә яҙыу сы таланты биргән, иң изге уй һәм тойғолар менән йәшәй инем мин.
       Тик мине йөк атына әйләндерҙеләр, ғүмер буйы мин һәр кем тарафынан башҡарыла алған бюрократик эштәр йөгө аҫтында йәшәнем. Ә бит
       халҡыбыҙ минең саф һәм баҫалҡы, коммунистик талантым менән ғорурлана алыр ине. Әҙәбиәт кәмһетелә, юҡҡа сығарыла.
       Яҙыусы булараҡ минең ғүмерем барлыҡ мәғәнәһен юғалта, һәм
       мин ҙур шатлыҡ менән яуызлыҡ, ялғанлыҡ, әшәкелек хөкөм иткән был дон ъянан китәм.
       Дәүләткә етәкселек итеүселәргә ошоно әйтергә тигән һуңғы өмөтөм бар ине, тик улар инде өс йыл дауамында үтенестәремә ҡолаҡ һалмай, хатта ҡабул да итмәйҙәр.
       Мине әсәйемдең эргәһенә ерләүегеҙҙе үтенәм.
       А. Фадеев.
       13. 05. 56."
       Александр Фадеев Башҡортостанда өс тапҡыр була. Үҙенең ат а - әсәһе
       менән бергә ул Өфөлә 1907 йылда килә.
       1932 йылдың февраль айында баш ҡалабыҙға яҙыусы башҡорт я ҙыусылары съезында ҡатнашыу өсөн килә һәм бында киң ойоштороу эшмәкәрл егенә тотона. Яҙыусылар, эшселәр, йәштәр менән осраша, ижад итә. У ны Мәскәүгә саҡыртып алалар, тиҙҙән ул Башҡортостанға тағын килә.
       Фадеевтың килеүен Башҡортостан халҡы, ижади интеллегенция
       оҙаҡ
       хәтерләй. Авторҙың бер йыл да туғыҙ ай эсендә яҙған "Йәш гв ардия" романына бәйле киң билдәле булмаған документтар хаҡы нда хәтергә төшөрәйек. "Краснодар геройҙары хаҡында мин оло мөхәббәт менән яҙҙым, романға бик күп йөрәк ҡанымды бирҙем",
       - ти ул. Роман 1945 йылда сыға. Әммә ҡайһы бер тәнҡитселәргә яҙыусы партия ойошмаһының йәш гвардиясылар мен ән етәкселеген тейешле рәүештә һүрәтләмәгән кеүек тойола. Фадее вҡа объектив булмаған баһалау менән килешеүе ауыр була. Рома н өҫтөндә ҡайтанан эшләгәндә композиция үҙгәртеп ҡоролмай, йәш гвардиясылар обр азы үҙгәртелмәй, әммә тексҡа өлкән быуын большевиктарының йәштәр
       менән бәйләнешен сағылдырыусы ҡайһы бер эпизод һәм бүлектәр өҫтәлә .
       Күптән түгел Александр Фадеевтың Башҡортостанға ебәргән х аты донъя күрҙе. Ул быға тиклем киң билдәле булмай. Хат 1948 йылдың ғи нуарында яҙылған.
       "Башҡортостан китап нәшриәте директоры
       иптәш Мамлеевҡа.
       Баш мөхәррир
       иптәш Ҡотошовҡа.
       "Йәш гвардия" романын эшкәртеүгә мин быйылғы йылдың март айында тотонасаҡмын. Был эшкә өс - дүрт ай китер тип уйлайым.
       Яңы варианты булғас, романды элекке көйө баҫтырырға кәрәк мәй.
       Әкрәм Вәлиевҡа һәм Мостай Кәримгә ҙур эш башҡарғандан һуң
       тағы өҫтәл артына ултырырға тура килеүе сәбәпле минең ғәфү үтенеүемде еткерегеҙ,
       йөрәктән сыҡҡан рәхмәтемде лә белдерегеҙ.
       Изге теләктәр теләп ҡалам.
       А. Фадеев".
       "Йәш гвардия" романынан өҙөктәр Мостай Кәрим тәржемәһендә
       беренсе тапҡыр "Октябрь" журналының 1946 йылда сыҡҡан 11 - 12 һәм 19 49 йылдағы тәүге һанында баҫылып сыға.
       Александр Фадеевтың тәҡдимдәре иҫәпкә алынып, роман башҡо рт телендә 1949 йылда сыға.
       1947 йылдың ноябрендә Башҡорт дәүләт академия драма театр ында Вәли Ғәлимов "Йәш гвардия" романы буйынса "Геройҙар" спектаклен ҡ уя һәм ҙур
       уңыш ҡаҙана.
       "Хөрмәтле Александр Александрович, - тип яҙа премьера тур аһында
       Фадеевтың яҡшы танышы Сәйфи Ҡудаш, - башҡорт театр тормошон да оло ваҡиға булып үтте. Академия драма театры сәхнәһендә "Батырҙа р" пьесаһы ҙур уңыш яуланы. Комсомол ағзаларының образын романдағы кеүе к лайыҡлы һәм ышаныслы итеп сағылдырыр өсөн театр - әҙәбиәт йәмәғәтселегенең бар иғтибары тупланды. Беҙгә ҡалһа, инсценировка авторы Вәли Ғәл имов һәм театр коллективы үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурысты лайыҡлы
       үтәне. Спектаклдең башҡорт телендә барыуына ҡарамаҫтан, рус иптәштә р ҙә килә. Башҡортостан комсомолы ҡала һәм яҡын тирәләге райондарҙан йә штәрҙең дә коллектив рәүештә был спектаклде ҡарауын ойошторо а.
       Спектаклгә рецензия һәм тамашасылар фекере баҫылған бер н исә гәзитте
       һеҙгә ебәрәм. Күп милләтле совет әҙәбиәтенең сәскә атыуы ха ҡына һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем.
       Туғандарса сәләм менән Сәйфи Ҡудаш.
       Өфө ҡалаһы. 24. 11. 1947 й."
       Яуап хаты килмәй, быға сәбәп булып Александр Фадеевтың тә нҡитселәрҙән тыш та үҙ әҫәрҙәренең күп етешһеҙлектәрен күреү е торғандыр, моғайын. Шуға күрә 1948 йылдың ғинуарында ул өфөлөләргә "Йәш гвардия"
       романының яңы варианты өҫтөндә эшләүе тураһында белдереп яҙ а.
       Башҡортостан Александр Фадеевты онотмай. 1949 йылдың март ында Республиканың юбилейы айҡанлы, тантанаға яҙыусыны ла саҡырал ар. Яуап итеп ул ҡотлау телеграммаһы ебәрә, байрамға килә алмауын бел дерә. Сөнки был ваҡытта Фадеев Америкаға, Тыныслыҡты яҡлау конгресына ба рған делегацияны етәкләгән була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал