6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Фронтовик юристар династияһына башланғыс һала
13.05.05


       Хәмзә Сәйет улы Йыһаншинға - 78. Хаҡлы ялға ул прокурор
       сафынан сыға: партияның өлкә комитеты рекомендацияһы буйынс а, пенсияға тиклем бер нисә йыл ҡалғас, уға республиканың колхоз һәм совхоздарын хе ҙмәтләндереү буйынса юридик хеҙмәттәргә етәкселек итеүҙе ыша нып тапшыралар. Мин уның таушалған хеҙмәт кенәгәһен ҡарайым.
       Ә уның хужаһы өсөн иң ҡиммәтле награда - БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы. Хәмзә Сәйет
       улына 1989 йылда "Башҡорт АССР - ның атҡаҙанған юрисы" тигә н почетлы исем дә
       бирелгән. Ватан уның фиҙакәр хеҙмәтен шулай юғары баһалай. Йыһаншиндың фронтта алған наградалары ла етерлек.
       Хәмзә Сәйет улының ҡулында фашист Германияһы һөжүм итер а лдынан төшөрөлгән фотоһүрәт: "Миңә бында 13 йәш, - тип аңлата ул, -
       бына апайҙарым, әсәйем, атайым..." Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы х әтирәләрен
       атаһынан башланы ул. Уның тауышында яңғыраған сикһеҙ ихтира м, ғорурлыҡ һәм йыйылыҡ тойғоһонан мин уның өсөн атаһы ғүмер гә ысын Кеше өлгөһө булып ҡалыуын аңланым. - Революцияға тиклем үк атайым - Сәйе т Йыһаншин улы Петербургта хәрби - фельдшерҙар училищеһын тамамлай, - т ип аҡрын ғына иҫтәлектәргә бирелә Хәмзә Сәйет улы. - Герман һуғышында
       ла, Граждандар һуғышында ла ҡатнаша. Әсирлеккә эләгә, әммә тере ҡала. Тыуған Татарстанына, Ҡолҡаш ауылына әйләнеп ҡайта. Бик
       шәп табип була ул, армияла хеҙмәт иткәндә дауалай ҙа, операциялар ҙа эшләй. Әси рлектән беҙҙең төпкөлдә ғүмерҙә булмаған ҡиммәтле препараттар алып ҡ айта. Төрлө
       төбәктәрҙән ауырыуҙар ағылды уға, атайым береһен дә кире бо рманы.
       - Ә һеҙ армияға эләккәндә бигерәк йәш булғанһығыҙ бит!
       - Татар мәктәбендә ете синыфты тамамлағандан һуң рус мәкт әбенә күсергә тура килде: атайымды һуғыш алдынан райондың һа улыҡ һаҡлау мөдире итеп
       ҡуйҙылар һәм беҙ район үҙәгенә күсендек. Шул уҡ ваҡытта ул
       саҡта сер итеп һаҡланған Свияга һәм Ульяновск араһындағы тимер "Стали н" юлын төҙөүҙә медицина буйынса штаб начальнигы урынбаҫары итеп тә ғәйенләнде. 1941 йылда, бер ҡыш эсендә төҙөп бөтөлгән был ти мер юл буйлап тәүлектәр буйы техника, ҡорал, аҙыҡ - түлек тултырылған эшелондар ағыл ды. Мин атайыма ашарға алып килә торғайным, боҙло ерҙе ут яғып йылыт ҡандарын,
       сыҙамлы монгол аттарын хәтерләйем... Тәүге тапҡыр немецтарҙ ы - хәрби әсирҙәрҙе лә ошонда күрҙем. Һәм әсенеп уйлағаным хәтерҙә: "Һ уғыш бөтә, мин дошманға бер тапҡыр атып та өлгөрмәйем". 1944 йылда туғы ҙынсы синыфты тамамланым. Һәм, башҡа күп кенә үҫмерҙәр менән бергә мобилизацияға эләктем.
       Татарстандан ул ваҡытта 350 кешене оҙаталар. Барыһы ла Хә мзә Йыһаншин кеүек үк, 17 йәшлектәр. Бөгөн хәтерләүенсә, ула рҙы тауар вагондарында алып баралар. Уртала "буржуйка" мейес
       яна. Ни тиһәң дә декабрь аҙағы бит. Көнбайыш Украина биләмәләренә барып ингәс, бомбаға тотоуҙар башлана.
       - Башта барыһы ла иҙәнгә ятып баштарын ҡапларға маташты.
       Башҡа нимә эшләйһең! Ҡурҡыныс бит, - тип хәтерләй Хәмзә олатай. - Дүрт
       саҡырылыусы егет тәғәйенләнгән урынға барып етмәйенсә һәләк
       булды. Һәм бына инде мин 233 - сө атышсылар батальоны соста вында. Бер нисә көндән тәүге һуғыш. Беҙҙе урман ситенә килтереп төшөрҙөләр, бында бер нисә көн э лек бандеровсылар совет генералын атып үлтергән. Һәм беҙҙең өсөн
       хәрби тормош башланды.
       - Ә 9 майҙы ҡайҙа ҡаршы алдығыҙ
       - Еңеү хаҡында сираттағы һуғыштан һуң ишеттек һәм әле һыу ынып та өлгөрмәгән автоматтарҙан залп бирҙек. Тик һуғыш бының менән генә тамамланманы әле. Тағы алты йылдан ашыу беҙҙең һалдаттар Көн байыш Украинаны бандиттарҙан таҙартты. Мин уны арҡырыһынан буйына йөрөп сыҡҡанмындыр, моғайын. 1947 йылда ғына оператив заданиены яҡ шы үтәгән өсөн ял бирҙеләр, уға өҫтәп сәғәт бүләк иттеләр. Тыуған ауыл ыма ҡайттым, күкрәк тултырып тыуған яҡ һауаһын һуланым... Кире китке килм әй! Беҙҙең 233 - сө батальондан ул ваҡытҡа алты кеше генә иҫ ән ҡалған ине. Кире барыуыма яҡын дуҫым Коля Иванов һәләк бу лған. Бер тапҡыр Коля, ул да Татарстандан, мине үлемдән ҡотҡ арҙы. Ул бик матур йырлай, гитарала уйнай ине...
       1951 йылда 24 йәшлек егеттәр, ниһайәт, ҡоралдарын һала. У ларҙың йәшлеге үлемесле көсөргәнеш һәм хәлдән тайҙырғыс хеҙм әт менән үтә. Ҡыҙҙар,
       мөхәббәт, романтика - барыһы ла онотола. "Хатта бейергә лә өйрәнмәнем..." - тип моңһоу йылмая Хәмзә Сәйет улы. Уның өс ярым йыл ваҡыты тик һуғышта ғына үтә! Хәмзә Йыһаншинға лейте нант исеме һәм ул ваҡытта почетлы һаналған КГБ сафтарында хеҙмәт итергә тәҡдим итәләр. Тик ул баш тарта: "Мин уҡыясаҡмын". Бала сағынан атаһына оҡшап табип булырға х ыяллана ул. Ҡазандың партия комитеты уны юридик мәктәпкә ебә рә, унан Хәмзә Сәйет улы йүнәлтмә буйынса Башҡортостанға эләгә. 1955 йылда Байҡыб аш ( бөгөн Ҡариҙел) районы судьяһы итеп һайлана. Йыһаншиндың һуғыштан һ уңғы йылдарын да тыныс үткән тип әйтеүе ҡыйын.
       - Бер көндө миңә портфель тулы аҡса алып килделәр - район дың ҡулланыусылар союзында бурлыҡ эше буйынса ришүәт тәҡдим итәл әр. Мин ҡырҡа баш тарттым. Ә төнөн быяла ватылған һәм мылтыҡтан атҡа н тауыштар
       ишетелде: тура карауатҡа тоҫҡап аталар ине, ҡатыным бәләкәс
       баланы күтәреп тороп өлгөрҙө, мин уларҙы баҙға йәшерҙем һәм мылтыҡ тотоп һөжүм итеүселәрҙе көтә башланым. Улар ишекте емерергә маташты, әммә ҡулдарынан килмәне... Өс йылдан мине БАССР Юстицияһы министр лығына, артабан - БАССР Юғары судына күсерҙеләр. Ә 1960 йылдан алып - ун йыл тиерлек - Башҡортостан прокуратураһында эшләнем.
       Һәм тап ул юристар династияһына башланғыс һала - бөгөн ун ың балалары ғына түгел, ейәндәре лә Хәмзә Сәйет улы Йыһаншиндың эҙенән б ара, уның эшен дауам итә.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал