6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Прокуратура хеҙмәткәре хулигандар ҡулынан һәләк булды
13.05.05


       Өфөлә республика прокуратураһы хеҙмәткәре - БР Прок уратураһы Федераль закондарҙы күҙәтеү идаралығының иҡтисад, һалым түлә ү һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә закондарҙың үтәлешен күҙәтеү бүлеге про куроры Сергей Чистяков хулигандар тарафынан йыртҡыстарса туҡмалып д онъя ҡуйҙы.
       Етеһенән һигеҙенсе майға ҡараған төндә 22 - 24 йәшлек дүр т иҫерек егет Чистяковҡа Рыльский урамында, ул йәшәгән ихатала, һөжүм итә.
       Чистяковты
       аяҡтан йыҡҡас, типкеләй башлайҙар. Әммә нисек тә ул фатирын а ҡайтып етергә көс таба, яҡындарын тынысландыра һәм йоҡларға ята. Әм мә иртә менән уяна алмай. Экспертиза асыҡлауынса, ул сәғәт иртәнге д үрттәрҙә, баш һөйәге йәрәхәттәренән һәләк була.
       Әлеге ваҡытта енәйәтселәрҙең шәхестәре асыҡланған. Улар б арыһы ла Өфөлә, Сипайлово биҫтәһендә йәшәй. Уларҙың береһе һигеҙенсе майҙа уҡ ҡулға алына, ҡалғандары һуңыраҡ эләгә. Кеше ғүмерен ҡыйыусыл арҙың
       өсәүһенә ҡарата ҡарата енәйәт эше асылған, дүртенсеһенең яҙ мышы ошо көндәрҙә хәл ителәсәк.
       - Әле беҙ һәләкәткә килтергән ваҡиғаға нимә сәбәп булып т ороуын асыҡлайбыҙ, тик бөгөн үк был хәлдең Чистяковтың эшмәкәрлеген ә бәйле булмауын әйтергә мөмкин, - тине журналистар менән осрашыу ва ҡытында БР прокуроры урынбаҫары Салауат Кәримов.
       БР Эске эштәр министрлығынан "БАШвестЪ" гәзитенә хәбәр ит еүҙәренсә, Сергей Чистяков магазиндан фатирына ҡайтып килешләй, артыҡ ш аулаусы егеттәргә шелтә яһай. Улары яуапты оҙаҡ көттөрмәй...
       - Был ваҡиғаға шаһиттар күп була, алда ял көндәре көтә, к өн йылы, халыҡ урамда. Тик бер кем дә ҡыҫылырға, Сергейға ярҙам итергә уйла п та бирмәй, хатта милиция ла саҡыртмай, - тип әсенә Салауат Кәри мов.
       Сергей Чистяковты унынсы майҙа ерләнеләр. Коллегалары уны
       асыҡ, изге күңелле, яуаплы һәм компетентлы хеҙмәткәр тип хәтерендә ҡалд ырасаҡ. Республика прокуратураһында ул 1997 йылдан башлап эшләй, айы рыуса мөһим эштәр буйынса өлкән тәфтишсе була. Һуңғы вазифаһында у л бер - ике аҙна ғына эшләп өлгөрә.
       Сергей Чистяковтың ҡатыны һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙы ҡалды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал