6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Башҡорт клубтарының киләһе уйындары ҡыҙыҡлы булырға оҡшай
13.05.05


       Журналистарҙың ҡыуанысына, был миҙгелдә командалар парла п уйнай - тимәк, уларҙы бер үк командалар менән осрашыу буйы нса сағыштырып ҡарарға буласаҡ тигәнде аңлата. Мәҫәлән, күптән түгел Ҡазанда "Руби н - 2" менән "Содовик" осрашһа, кисә Өфөнөң "Нефтянигы" шул уҡ команда ме нән көс һынашты.
       Республиканың иң көслө клубы Татарстанда 1 : 2 иҫәбе менә н ышаныслы еңеүгә өлгәшһә, Башҡортостандың баш ҡала футболсылары ыңғай һөҙөмтә
       күрһәтә алманы. Йәш "рубиндар" ҡаршы яҡты тағы ла үҙ ҡапҡал арына яҡын ебәрмәне. Был миҙгелдең дүрт матчында улар бары ике ике туп үткәрҙе, әйткәндәй, икеһе лә Стәрлетамаҡтың "Содовик" командаһы менән
       осрашыу ваҡытына тап килде. Ҡалған өс осрашыу барышында уларҙың ҡапҡ аһы "таҙа" килеш ҡалды. Һәм өсөнсө осрашыу ваҡытында, матчты ң һуңғы минутында,
       улар гол индерҙе һәм миҙгелдә тәүге еңеү яуланы.
       Оҙон юлдан һуң ял итеп алғас, "нефтселәрҙең" баш тренеры Юр ий Суренский беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Уйын ваҡытында өҫтөнлөк беҙҙең яҡта булды. Минең хәтере мдә матч
       тамамланыуға 30 секунд ҡалғас гол үткәреү тәжрибәһе булғаны
       юҡ ине әле. Матбуғат конференцияһы ваҡытында хатта ҡаршы яҡ та беҙҙең ми нимум бер мәрәйгә хоҡуғыбыҙ булыуын таныны.
       Матч барышында һөжүм итеү бик яҡшы барманы, ә һаҡсылар ма ҡтауға лайыҡ. Команда бер аҙ һүлпәнерәк уйнаны, һигеҙ сәғәтлек юлда н һуң, эҫелә уйнауы ҡыйынғараҡ тура килде. Икенсе таймда бер нисә запас у йынсы сығарҙыҡ, тик уларҙың командаға артыҡ ярҙамы тейҙе, тип әйтә
       алмайым. 87 - се минутта Завьялов урынына сыҡҡан Адршин хуж аларҙың ҡапҡа һаҡсыһы
       менән бергә бер сыҡты, әммә тупты ҡапҡаға тап килтерә лә ал маны. Яуап итеп беҙ гол алдыҡ.
       Бөгөн "Нефтяник" дүрт матчтан һуң өс мәрәй менән 15 - се урында тора. Юғалтҡан мәрәйҙәр буйынса иҫәпләгәндә, "Содовик" "Газовик - Газпром" (Ижевск) һәм "Динамо" (Киров) клубтары менән алдынғы өс кома нда рәтендә бара.
       Башҡорт клубтарының киләһе матчтары айырыуса ҡыҙыҡлы булы рға оҡшай - беҙҙең клубтар Рәсәй Кубогының 1/128 финалында у йнаясаҡ. "Содовик" үҙҙәрендә "Уралецты" (Түбәнге Тагил) ҡабул итәсәк, ә "Нефтян ик" "Ностаға" "ҡунаҡҡа" барырға әҙерләнә. Юрий Суренскийҙың һүҙҙәре буйынса, ул был уйынға запастағы бер нисә спортсыны, шул иҫәптән билдәле бом бардир Алексей Әбделхалиҡов һәм ҡапҡасы Суворовты сығарасаҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал