6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һалдат та ул, уҡытыусы ла
13.05.05


       Бөрө районының Осиновка ауылында йәшәүсе Вычигжаниндар ғаи ләһе өсөн Еңеү көнө - бик ҙур байрам. Ғаилә башлығы Валентин
       Афанасьевич - фронтовик, ә тыныс тормошта ул үҙен балалар тәрбиәләүгә арна ған. Вычигжаниндың хеҙмәт юлы бай - ябай уҡытыусы булып башлап мә ктәп
       директоры вазифаһына тиклем юл үткән ул. Ике йыл элек Осино вка халҡы барлыҡ Бөрө районы халҡының хөрмәтен ҡаҙанған билдәле яҡташт арының 80 йәшлек юбилейын билдәләне.
       Тыумышы менән Валентин Афанасьевич Нуриман районының Крас ный Ключ ауылынан. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 19 39 йылда Өфөлә белем ала.
       1941 йылдың июнь айында Вычигжанин армия сафына алына һәм
       Батай осоусылар мәктәбенә ебәрелә. 1941 йылдың октябрь айында аэро дромды бомбаға тоталар һәм йәш егет тәүге етди йәрәхәт ала һәм Тбил иси госпиталенә оҙатыла. Самолеттар хаҡында оноторға тура килә у ға. Һауыҡҡандан һуң Валентин Афанасьевич пехота сафына баҫа һәм Көньяҡ - Көнбайыш фронтының 150 - се разведчиктар дивизияһы 756 - сы атышсылар
       полкында хеҙмәт итә.
       Башҡортостандан килгән һалдаттың яҙмышына күп һынауҙар тө шә. Вычигжаниндың ғаиләһенә улдарының һәләк булыуы хаҡында хәбәр
       ҙә килә. Әммә был ваҡытта Валентин өйөндә була инде. 1942 йылдың март ында разведка ваҡытында ул яралана һәм ярты йылға өйөнә ҡайтарыла . Мәғәнәһеҙ "ҡара ҡағыҙ" уны тыуған ауылында ҡыуып етә.
       Яралары бер аҙ төҙәлеү менән Вычигжанин хәрби комиссариат
       хеҙмәткәрҙәренән үҙен фронтҡа ебәреүҙәрен һорай башлай. Уға
       ҡаршы төшәләр һәм Мәскәүгә приборҙар буйынса механиктар мәктәбенә оҙаталар. Дө рөҫ, уҡыуын тамамлағандан һуң Валентин барыбер үҙенекен итә - үҙе
       теләп фронтҡа китә.
       "Багратион" операцияһында күрһәткән ҡыйыулығы өсөн автома тсылар командиры Вычигжанин "Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
       Киләһе йәрәхәт 1944 йылдың октябрь айына тап килә. Госпит алдә дауаланғандан һуң ул 426 - сы элемтә эскадрильяһына механик итеп
       тәғәйенләнә. Валентин Афанасьевич өсөн һуғыш Кенигсбергта т амамлана, унда һалдат "Кенигсбергты алған өсөн" миҙалы менән наградлан а.
       Еңеү һәм фронттан иҫән ҡайтыу шатлығы ҡара һөрөм менән ҡа плана: фронтта атаһының һәләк булыу хәбәре килә. Ғаиләнең ҡалған өл өшө: әсәһе,
       ҡустыһы ( өлкәне армияла хеҙмәт итә) Бөрө районының Осиновк а ауылына күсеп килә.
       1948 йылда Валентин Афанасьевич мәктәптә башта физкультур а уҡытыусыһы булып эшләй башлай, һуңынан биологиянан белем бир ә. Әммә был ваҡиғаларға тиклем уның яҙмышында тағы бер кеше пәйҙә бу ла - егет үҙенең буласаҡ тормош иптәше, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы һы Анна Семеновна Крутовскаяны осрата. Яратҡан кешеһенең һөнәре лә б әлки Валентиндың ошо уҡ профессияны һайлауына булышлыҡ иткәндер. Ул үҙе лә быны кире ҡаҡмай.
       1949 йылда Валентин Афанасьевич һайланған һөнәре буйынса белем алырға ҡарар итеп Бөрө уҡытыусылар институтына уҡырға инә һәм уны бик яҡшы билдәләренә генә тамамлай. 1961 йылда Башҡорт дәүләт универс итеты дипломын ҡулына ала.
       Үҙе хәтерләүенсә, эшләй башлаған ваҡытта мәктәп ике бинал а урынлаша. Был уңайһыҙ була, әлбиттә, уҡытыусыларға туҡтауһыҙ бер "корп устан" икенсеһенә күсеп йөрөргә тура килә. 60 - сы йылдарҙа яңы ағас бина һалына.
       Тиҙҙән мәктәп ете йыллыҡтан урта мәктәпкә әүерелә. 1966 й ылдан башлап
       уны Валентин Афанасьевич етәкләй.
       Мәктәптең баҡсаһы һәр ваҡыт уның ғорурлығы булып һанала. Элекке фронтовик балалар менән бергә үҙе ағастар ултырта һәм уларҙы
       тәрбиәләй. Мәктәп гектарҙарында үҫкән алмағастар йөҙәрләп иҫәпләнә. Еме ш - еләкте йыш ҡына һатыуға ла алып сығалар.
       Биолог Вычигжанин мәктәп баҡсаһында эксперименттар ҙа үтк әрә. Баҡса ҡаҙаныштары күргәҙмәләрҙә урын ала.
       1973 йылда мәктәп тормошонда иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың бе реһе була. Ул иркен класс бүлмәләре, киң коридорҙары, ҙур спорт залы, а шханаһы булған ике ҡатлы бинаға күсә.
       Валентин Афанасьевич директор вазифаһын ун йыл дауамында a`x:`p`. Администратор, хужа, уҡытыусы булараҡ алмаштырғыһыҙ кеше ине , тип хәтерләй бөгөн уның коллега һәм уҡыусылары. Һуғышта сынығыу алған һалдат мәктәпте лә, интернатты ла кәрәк - яраҡ менән т улыһынса тәьмин итеү өсөн күп көсөн һала.
       Уның хеҙмәте күп һанлы Башҡортостан мәғариф министрлығы һ әм Башҡортостан КПСС обкомының грамота һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнә.
       Бөгөн туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Валентин Афанасьевич ха ҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй: ул төрлө
       кисәләрҙә, класс сәғәттәрендә, йыйындарҙа көтөлгән ҡунаҡ. Фронтовик һәм талантлы уҡытыусының балалар һәм йәш коллегалары менән бүлешерлек тәж рибәһе лә, уртаҡ темалары ла етерлек.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал