6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Рәлиф Сафин "шакал"да, "бүре"лә, "айыу"ҙа булды, бөгөн килеп ул -- "һыйыр"...
30.09.03


       Урман төпкөлөнә ингән һайын ҡыҙығыраҡ була бара. Ҡайынм ы тиһәм, юҡ, имән булып сыға. Ябай ҡайын бәшмәгеме тиһәм, ағ ыу сәсеүсе мухомор. Мин ботаник түгел, бары тик Рәсйҙең мәғл үмәт баҫыуына аяҡ баҫһаң, башҡа бары тик ошондай сағыштырыуҙ ар килә. Ҡайһы ғына гәзитте асып ҡарама, күренекле йә бик үк
       билдәле булмаған сәйәсмәндәр интервью бирә. Мәскәү Мәскәү б улып ҡала, ә Башҡортостан уҡыусыларына бөгөн иң яҡын тема --
       республика президентын һайлау. Ошо көндәрҙә генә, мәҫәлән, ҡулымаБР президентлығына кандидат Рәлиф Сафиндың интервьюһы баҫылған "Московский комсомолец" гәзите эләкте. Дөрөҫөн генә
       әйткәндә, Сафин әфәндене мин элек власть яратыусы, әммә үҙ урынын белеүсе, ғәҙел идальго тип күҙ алдына килтерә торғайн ым. Өмөттәрем бушҡа булды. Был интервьюла рыцарлыҡтың еҫе л ә сыҡмай. Тәүге яуабында уҡ Сафин әфәнде уның ҡыҙы тураһында
       ла, үҙе хаҡында ла республиканың матбуғат саралары яҙмай ти п зарлана. Алсу концерт менән сығыш яһаны -- яҙманылар, Сафи н үҙе тыуған ауылында мәсеткә нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты -- тағы
       ла ләм - мим. Хәйер, мин үҙем Сафин әфәнде һуңғы миҫалын юҡ ҡа килтергәндер тип уйлайым: изге эштә ҡатнашыуың тураһында һөйләү һайлау алды кампанияһының реклама алымын хәтерләтә. Ы сын меценаттар был турала ҡысҡырып йөрөмәйҙәр.
       Өфө журналисының башҡорт һәм татарҙарҙың ҡатмарлы мөнәсә бәте тураһындағы һорауының да заказ буйынса бирелгәнлеге һи ҙеле тора. Балаларса итеп "Еңеүҙе һеҙҙән урлауҙарынан ҡурҡм айһығыҙмы" тигән һорауҙы ла шундайҙар рәтенә индерергә була.
       Әстерхандан Н. Иванованың "Татар кешеһе Башҡортостан Прези денты була аламы" тигән һорауы ла бик "урынлы" яңғырай. Был
       ҡатынға БР Конституцияһында аҡҡа ҡара менән республика През иденты итеп Рәсәй Федерацияһының 30 йәшкә еткән һәм һайлау х оҡуғы булған кеше була ала тип яҙылғанын алатыу урынына Рәл иф Сафин үҙенең милли башҡорт тамырҙары тураһында һөйләргә к ерешә.
       Депутатлыҡҡа кандидат Сафин әфәнденең психологик портре ты менән ҡыҙыҡһыныусыларға уның интервьюларын уҡыр кәрәктер тип иҫәпләйем. Рәлиф Сафиндың кеше үҫешенең дүрт стадияһы ту раһындағы концепцияһынан бик ҡыҙыҡ һөҙөмтәләр яһарға була.Ун ың һүҙҙәре буйынса кеше үҫешенең дүрт стадияһы бар: емтек ме нән туҡланыусы "шакал", яңы һуйылған ит эҙләүсе "бүре", телә гәненә ирешкән "айыу" һәм һауын "һыйыры". Үҙен әлеге ваҡытта
       "һыйыр" тип иҫәпләүсе Рәлиф Сафин тимәк ҡалған өс стадияны ла үткән тигән һүҙ. Тик бына нимә шөбһәгә һала: ул ваҡыттағ ғәҙәттәре һаҡланып ҡалманымы икән уның Һәм тағы ла бер һора у, республиканы һауын һыйырға әйләндерергә уйламаймы икән ул  Интервьюны уҡығандан һуң был турала уйланырлыҡ урындар ете рлек.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал