6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Тағы ла ишембайҙар - еңеүсе!
12.05.05


       Ишембай өсөн сығыш яһаусы гроссмейстер Александр Георгиев халыҡ - ара шашка буйынса ( ҡарамайынса уйнау - игра вслепую ) донъя чемпионы исемен яуланы. Һигеҙ партияла беҙҙең спортс ы бер тапҡыр ҙа еңелмәне һәм 12 мәрәй тупланы. Шул тиклем үк
       мәрәй йыйған мәскәүле Александр Шварцман яңынан уйнауҙан ба ш тартты.
       Шашкасыларҙың был уйыны түбәндәге система буйынса ойош торола. Спортсы бер үҙе ултыра, уның алдына таҡта һүрәте төшөрөлгән ҙур булмаған диаграмма ҡуйыла. Үҙ йөрөшөн шашкасы ҡағыҙға яҙ а һәм судьяға тапшыра. Һуңғыһы был яҙыуҙы ҡаршы яҡҡа күрһәтә.
       Шашкасыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был уйын бик көсөргәне шле һәм ныҡ арыта икән. Үткән донъя беренселегендә хатта ике
       хата ебәрергә лә рөхсәт ителгән һәм бары тик өсөнсө хаталаныу ғына еңелеү тип иҫәплә нгән. Өлкән
       спортсыларҙың йәш шашкасылар менән сағыштырғанда түбәнерәк урын яулауы ла уйындың ҡатмарлылығы тураһында һөйләй. Ә билдәле һ әм бик тәжрибәле шашкасы, үткән йылдар чемпионы голланд Харм Вирсма
       ваҡытынан алда ярыштан баш тартты.
       Чемпион титулын кемгә биреү тураһындағы һорау тиҙ генә хә л ителмәне, әлбиттә. Георгиев Роб Клеркка ҡаршы бик ҡатмарлы һәм ярайһы уҡ оҙайлы көрәштә еңеп сыҡты һәм мәрәй һаны буйынса ярыш алдынғыһы Але ксандр Шварцманды ҡыуып етте. Был ҡатмарлы партиянан һуң тиҙ арала ҡабаттан уйын ойоштороу Георгиевҡа ҡарата ғәҙел булмаҫ ине. Әммә мәск әүле Шварцман үҙенсә хәл итте - ул Ишембай ҡалаһы намыҫын яҡлаусы
       Георгиев файҙаһына чемпион титулынан баш тартты. Бының сәбәбен ул түб әндәгесә аңлата - Георгиев Харм Вирсманы еңде, ә Шварцманға, ул ваҡыт та Вирсма инде уйындан баш тартыу сәбәпле, еңеүҙе иҫәпләнеләр генә. Мә рәйҙәр тигеҙ булыуы арҡаһында премия аҡсаһы ике рәсәйле араһ ында тигеҙ бүленде.
       Донъя чемпионы Георгиев параллель рәүештә үткән "күҙле" п рограммала ла тиҙ арала еңеү яулауға өлгәште. Был Башҡортост ан һәм Ишембай өсөн сығыш яһаусы, Санкт - Петербургта йәшәүсе шашкасының донъяла
       иң көслө булыуына тағы бер дәлил. Үткән ярыштар тураһында Александр т үбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Бик ҡатмарлы турнир булып сыҡты. Иң сағыу тәьҫораттармы  Харм Вирсманың минең менән уйнап еңелгәндән һуң ярыштарҙан
       сығыуы. Элекке чемпиондың түбәнге урындар өсөн көрәшергә те ләмәүе аңлашыла. Вирсманы еңеүе ауырға тура килде, әммә мөмкин ине. Уның уйындан баш тартыуы
       барлыҡ кәрттәрҙе бутаны. Иң иҫтә ҡалғаны - Шварцмандың ҡабаттан уйн ауҙан баш тартыуы, әлбиттә. Ул көндө был шашкасы үҙ осрашыуында тиҙ ар ала еңеүгә өлгәште һәм минең Клерк менән көрәштән һуң арыуымды үҙ файҙ аһына ауҙара һәм, моғайын, еңә лә ала ине. Тик ул уйындан баш тарт ты. Мин ғәжәпкә ҡалдым!

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал