6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфөлә был аҙна стиль һәм мода билдәһе аҫтында үтә
12.05.05


       Һәм тағы ла Өфө йәштәрҙең мода акцияһын үткәреү урыны и теп һайланды. "Евро - Өфө - Азияның"тамамланыуына күп ваҡыт та үтмәне әле, ә Нефтселәр мәҙәниәт һарайы майҙандарында Яҙғ ы стиль һәм мода аҙналығы ҡыҙғандан ҡыҙа бара.
       Үҙ йүнәлештәре буйынса был саралар оҡшаш, әлбиттә, әммә а сылы һәм программаһы буйынса улар бер - береһенән айырыла. Ойоштороус ылары ла башҡа. Май акцияһын ойоштороусылар иҫәбенә "Башлегпром" ассо циацияһы, Республика мода үҙәге, БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы , "Башҡортостан" күргәҙмә комплексы, "Премьера" моделдәр агентлығы инә.
       Аҙна сиктәрендә "Матурлыҡ планетаһы" һәм "Мода индустрияһы"
       тип аталған махсуслаштырылған күргәҙмәләр планлаштырыла. Ке йем - һалым бик күп булмаясаҡ, башлыса косметика, аксессуарҙар, ювелир изделиела ры, бижутерия... Билдәле Калининград гәрәбәһе лә бар - күп кенә ҡатын -
       ҡыҙҙарҙы экспозицияның тап ошо өлөшө ҡыҙыҡһындыра.
       Республиканың тегеү предприятиелары федераль программаның
       бер өлөшө буласаҡ "УралЛегПромға" әҙерләнә, шуға күрә Стиль
       һәм мода аҙнаһында республиканың тегеү тармағы ҡатнашмай. Урындағы еңел сәнәғәт
       вәкилдәренән Өфө һәм Нефтекама тире - галантерея предприят иелары үҙ тауарҙарын тәҡдим итә. Дизайнерҙарҙың мода артынан күҙәтеп барыуы ҡыуа ныслы - предприятиелар бик матур сумка моделдәре тәҡдим итә, хаҡтары
       ла артыҡ ҡиммәт түгел.
       Аҙнала ҡатнашыусылар һәм тамашасыларҙы иң ҡыҙыҡлы саралар
       йома һәм шәмбе көндәре көтә. Мәҙәниәт һарайында үтәсәк конф еренцияла 2005 - 2006 йылдарҙа модала ниндәй үҙгәрештәр көтк әнен белергә мөмкин буласаҡ. Шәмбе көнө коллекциялар күрһәтеү ойошторола. Был юлы сараны ойоштороусылар өс номинация тәҡдим итә: "Урам дизайны", "Арт
       - дизайн" һәм "Подиум өмөтө". Тәүге икеһе тематика йәһәтенән айырылып торһа, өсөнсөһө ҡатнашыусылар составы менән иҫтә ҡаласаҡ.
       "Подиум өмөтөндә" мәктәп уҡыусылары һәм балалар ижади сту диялары ғына ҡатнаша ала. "Урам дизайны" күрһәтелгән коллекцияларҙың
       уңайлылығы, стиль һаҡланыуын талап итә. "Арт - дизайн" иһә авторҙың фантазияһына киң урын бирә.
       Шул уҡ көндө жюри еңеүселәрҙе билдәләргә тейеш. Һуңғылары на ойоштороу комитеты һәм бағыусыларҙың махсус приздары тәтейәс әк. Ҡатнашыусылар барыһы ла дипломға эйә була. Ә иң яҡшы коллекц ия үҙенең авторына бер мең у. е. күләмендә аҡсалата приз алып киләсәк.
       Ойоштороусылар әйтеүенсә, авторҙар араһында Силәбе, Омск, Ҡ азан, Ырымбур, Ижевск һәм башҡа ҡалаларҙан килгән 90 кеше ҡа тнаша. Аҙна йәкшәмбе көнө тамамланасаҡ.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал