6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Сифатлы тауар етештереү генә түгел, уны күрһәтә лә белергә к әрәк
12.05.05


       Сифат. Был һүҙҙә күп төрлө мәғәнә ята. Беренсе сиратта, ул конкурентлыҡҡҡа һәләтле булыу һәм предприятиеларҙың ҙур э ш башҡарыуына дәлил. Сифатлы тауар етештереү, уның тейешле т алаптарға тап килеүен раҫлау, ҡулланыусыларҙың ышанысын яулау - бөгөн, Бөтә Рәсәй сауҙа ой ошмаһына инергә "сумаҙандарыбыҙҙы әҙерләгәндә", был сифаттар айырыуса
       мөһим.
       Үҙ эшмәкәрлегендә сифатҡа ҙур урын бүлгән тиҫтәләгән пред приятие вәкилдәре ошо көндәрҙә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сау ҙа министрлығында йыйылды. Юҡ, проблемаларҙы тикшереү кәңәшмәһе нә түгел, ҡыуаныслы хәбәр йыйҙы уларҙы бөгөн. Эш түбәндә: ул ар етештергән продукция республиканың иң сифатлы тауарҙары исемлегенә инде
       - беҙҙә даими рәүештә ( быныһы - бишенсеһе) үткәрелгән конкурс "Башҡ ортостандың иң яҡшы тауарҙары" тип атала.
       Эксперттар продукцияның төрлө талаптарға яуап биреүен тик шерҙе. Әммә
       иң мөһиме - тауарҙың сифаты икәәнлеге сер түгел, әлбиттә. Бөтә донъяла ҡабул ителгән норма буйынса уның гаранты булып халыҡ - ара с тандарттарға тап килгән сифат менеджментының сертификатлаған системаһына эйә булыуы тора. Илебеҙҙә бындай предприятиелар бик күп түге л - 1200 самаһы. Ҡытайҙа уларҙың һаны 75 меңгә барып баҫа! Р еспубликабыҙҙа иһә саҡ алтмышҡа яҡынлаша. Был аҙ, әлбиттә.
       "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" конкурсы йомғаҡтары к үрһәтеүенсә, сифатҡа бәйле һорауҙарҙы системалы хәл итеү буй ынса эш алып барған
       предприятиелар ҙур уңышҡа өлгәшә лә инде. Быйыл да улар ҙур
       әүҙемлек күрһәтте. Комиссия иғтибарына ике йөҙләп тауар һәм хеҙмәтлән дереү төрө тәҡдим ителде. Аҙыҡ - түлек тауарҙары беренсе урында - уның өлөшөнә конкурс материалдарының 42 проценты тура килә. Производство - техник тәғәйенләнештәге продукция - 25 процент, халыҡ ҡулланыуы тау арҙары ла шул сама.
       Материалдар быйыл 1 мартҡа тиклем генә ҡабул ителде. Эксп ерттарға бик ҙур күләмле эш башҡарып сығырға тура килде. Һәм, БР Хөкүмәт Opel|ep - министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Нико лай Пучнин белдереүенсә, иң яҡшыларын һайлауы еңелдән булман ы. Яҡшы эшләүҙән тыш, тауарыбыҙҙы уңышлы итеп күрһәтергә лә өйрәнеүебеҙ һиҙелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице - премьер.
       Иң юғары дәрәжә - конкурс лауреаты исеме. Был исемгә 76 т өр тауар һәм
       хеҙмәтләндереү лайыҡ булды. Тағы 70 төр финалист дипломдары
       менән наградланды.
       "Производство - техник тәғәйенләнештәге продукция" номина цияһында - 21 тауар лауреат тип билдәләнде. Иң алда, һис һүҙ һеҙ, "Салауатнефтеоргсинтез" акционерҙар ййәмғиәте тора, уны ң дүрт продукцияһы юғары наградаға лайыҡ булды. Халыҡ ҡуллан ыуы тауарҙары араһында - 15 лауреат. Бында үҙенең ике тауары
       - электр саңһурғысы һәм электр насосы менән Өфө агрегат ете штереү берекмәһе айырылып торҙо.
       Иң "уңышлыһы" - аҙыҡ - түлек категорияһы: бында бер юлы 3 5 лауреат билдәләнде. Бер нисә конкурсант икешәр юғары наградаға эйә б улды, улар араһында Дүртөйлө һөт продукттары комбинаты, "Башкирская" ҡ ошсолоҡ фабрикаһы, "Башспирт" дәүләт унитар предприятиеһының Бөрө, Б әләбәй, Өфө филиалдары, Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты, Өфөнөң етенсе и кмәк бешереү заводы һәм Туймазынан эшҡыуар Павлов. Кесе эшҡыуарлы ҡтың һуңғы йылдарҙа ҙур әүҙемлек күрһәтеүе ҡыуаныслы хәл.
       "Хеҙмәтләндереү" номинацияһы - иң аҙ һанлы тип табылды. Б ыл бүлектә биш лауреат билдәләнде. Һәм бер юлы ике юғары диплом - "Пышк а" компанияһы төркөмдәрендә.
       Өҫтә һанап үтелгән предприятиелар ойоштороусыларҙың награ даһы һәм вице - премьерҙың ҡул ҡыҫыуына ғына түгел, "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" конкурсында ҡатнашыуға хоҡуҡ биреүсе документта рға ла эйә булды. Аңлашылыуынса, был киләһе - федераль этап. Унда беҙҙең респу блика Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Краснодар крайынан һуң алдын ғылар рәтендә килә. Был үткән йыл тәжрибәһе буйынса. Әммә бе ҙҙең өсөн был да сик түгел, тырышырға ғына кәрәк. Һәм тағы л а ныҡышыраҡ һәм әүҙемерәк булыу мотлаҡтыр, моғайын: сифатлы тауарҙар етештереү генә етмәй, ҡаҙаныштарың ды күрһәтә лә белергә кәрәк бит.
       Барыһынан тыш конкурс үҙ эшмәкәрлегеңә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға
       мөмкинселек бирә. Эксперттарҙың әйткән шелтәләре иҫәпкә алы на, етештереүселәр бер үк хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырыша.
       - Йылдан йыл өлгөләр сифаты яҡшыра бара, - ти Стандартлаш тырыу, метрология һәм сертификат үҙәге директоры Амран Морат шин. - Беҙҙең күҙ алдында тауарҙың сифаты яҡшыра һәм уны лайыҡлы итеп күрһәтергә лә ө йрәнәләр. Тик бер теләк бар: төрлө консервант, стабилизаторҙарҙы мөмки н тиклем аҙыраҡ ҡулланһағыҙ ине. Юҡһа ошондай бер хәл булды. Беҙгә бе р әбей шылтырата һәм һөттән һәр ваҡыт эремсек эшләүән, әммә әле ни өсөндөр уның килеп сыҡмауын белдерә: һөт ни өсөндөр ойошмай, тип апт ырай ул. Ә һеҙҙең менән беҙ уның ни өсөн ойошмауын бик яҡшы беләбеҙ!

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал