6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Беҙҙең журналист беренсе урынға лайыҡ булды!
11.05.05


       "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе Екатерина Вахмянина "Тормошҡа
       юл" Бөтә Рәсәй журналистар конкурсында ҡатнашып еңеү яуланы. Бөтә илд ән йыйылған конкуренттарҙы артта ҡалдырып, ул "Юлдарҙа тәрти п" номинацияһында беренсе урынға лайыҡ тип табылды. Көрәш еңелдән булманы, әлб иттә: Катяға "НТВ" телекомпанияһы, "Российская газета", "Авт орадио", "Известия", "Гудок" гәзиттәре, "Маяк" радиоһы кеүек
       билдәле киң мәғлүмәт сараларына ҡаршы торорға тура килде. Төбәк баҫмалары тураһында әйтергә лә түг ел. Хәйер, һанап үтелгән исемдәр үҙҙәре үк конкурстың ни тик лем етди булыуына дәлилдер.
       Журналистар араһында был ярышты ойоштороусылар фекеренсә,
       юлдар аша тотош илебеҙҙең иҡтисади һәм социаль хәл - торошо н күрергә мөмкин. Конкурстың төп маҡсаты - йәмәғәтселектең иғтибарын юл хәүефһ еҙлеге һәм уңайлылығына ҡағылышлы һорауҙарға йүнәлтеү.
       Әйтергә кәрәк, беҙҙең Катя - автомобиль йәнлеләр араһында
       үҙ кеше. Ул күптән инде автомобилгә идара итеү танытмаһына уҡып сыҡты. Х әҙер машина һатып алырға ғына ҡалды, әлегә Катя был маҡсатын
       тормошҡа ашырыу өсөн аҡса туплай һәм "БАШвестЪ" уҡыусыларын үҙенең мәҡәләләре мен ән ҡыуандыра.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал