6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Вәли Бикташев: "Беҙ үлемдән көслөрәк!"
11.05.05


       1933 йылдың март айында Дахау ҡалаһы эргәһендә 50 м ең әсирлек концентрацион лагерь төҙөлгәс, Мюнхен полицияһы начальнигы Г енрих Гиммлер ҙур ҡәнәғәтлек менән хәҙер инде үҙен хөрмәт итеүсе а рийҙарҙың борсолоу өсөн сәбәптәре юҡ - милләттең барлыҡ дошмандары үҙ язаһын аласаҡ тип белдерә.
       Дахау лагеры Германия биләмәләрендәге иң тәүге һәм төп ко нцентрацион лагерҙарҙың береһенә әүерелеүе тураһында һөйләп тороу кәрәкм е икән. Унда 24 илдән 250 меңгә яҡын кеше әсир итеп тотола, уларҙың 70 меңе башын һала. Яфа сигеүселәр араһында 12 мең совет хәрби әсирҙәре лә
       була. Азат ителеү ваҡытына лагерҙә 30 мең әсир иҫәпләнә, улар араһында Башҡортостан егете Вәли Бикташев та була.
       Бөгөн уға 87 йәш. Әммә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Вәл и олатайҙың аҡыллы күҙҙәрендә ҡартлыҡ билдәләре һиҙелмәй. Уның осҡор ҡар ашы һине "фотоға төшөргәндәй" була, күңелһеҙ иҫтәлектәргә би релгәндә иһә улар бер аҙ томанланып ала. Үткәнең мәйеттәр, язалауҙар һәм яфалауҙар ға тулы булһа, был иҫтәлектәр менән аҡылдан яҙмау өсөн дә би к көслө рухлы булырға кәрәктер.
       Өфө ҡалаһының "Родина" кинотеатры тамашасылары Дахауҙың э лекке әсире Вәли Бикташевтың "Беҙ үҙ үлемебеҙҙән олораҡ" тип исемл әнгән китабы буйынса төшөрөлгән "Еңеүгә тиклем йәшәү" докуме нталь фильмындағы ҡот осҡос кадрҙары тәьҫоратында йомшаҡ кәнәфиҙәргә һылашып ш ымып ҡалды.
       20 минутлыҡ документаль фильмдың режиссеры Искәндәр Саҡаев , продюсер Булат Йосопов һәм сценарий авторы Роман Шәрипов й әш кинематографистар һәм "VISTA VISION" студияһының проектын а булған иғтибар өсөн тамашасыларға рәхмәт белдерҙе. Фильмды ң төп геройы премьераға килмәгәне өсөн ғәфү үтенделәр: Вәли олатай ауырып тора икән.
       Искәндәр Саҡаев үҙе менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Ғөмүмә н алғанда театрҙа эшләүен, әммә был фильмды төшөргәндән һуң театрҙан б өтөнләй китмәйәсәген хәл итеүен белдерҙе:
       - Мин киноның бик ҡатмарлы әйбер булыуын аңланым. Айырыус а бындай темаға документаль фильм төшөрөүе ауыр. Был егерме минут беҙгә ҡыйын бирелде, әммә фильмда Дахау әсирҙәре һәм б еҙҙең геройҙың өлөшөнә төшкән йыртҡыслыҡтарҙың бик аҙ өлөшө генә күрһәтелгән.
       Тәүге әсирҙәр лагерға 1933 йылдың 22 мартында килеп эләгә . Башлыса улар коммунистар һәм социал - демократар була. 193 4 йылда концлагерь СС ҡарамағына тапшырыла һәм унда СС һәм Ө сөнсө рейхтың башҡа офицерҙары әҙерлек үтә башлай.
       Дахау иң аҙаҡҡа тиклем "сәйәси лагерь" булып һанала. Әммә
       уның әсирҙәое тик "антисоциаль элементтар", национал - соци алистик режимға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереүселәр генә түгел. " Гәлсәр төндән" һуң бында 10 мең еврейҙы килтерәләр, Дахау ул арҙы Польшала, генерал - губернаторлыҡ биләмәләрендә юҡ итер
       алдынан ваҡытлыса туҡталыш ҡына була.
       Вәли Бикташев Дахауға 1943 йылда килеп эләгә. Фотола әсир ҙең йөҙө юҡ тип әйтерлек - хәүеф һәм һағыныу тойғоһо тулы кү ҙҙәр генә. Уға лагерь крематорийында эшләргә тура килә, һәм үлем еҫе уны өҙлөкһөҙ эҙәрлекләй.
       - Иртәнге аш булманы, - тип хәтерләй Вәли Бикташев. - Төш өн - бер нисә картуф киҫәге йөҙөп йөрөгән шалҡан ашы. Киске аш "туҡлыҡлы": 150 грамм эрзацикмәк һәм ҡайһы ваҡыт 30 грам сыр йәки эрзацсыр.
       Был Ленинград блокадаһы ваҡытындағы рацион менән сағыштыр ғанда ла аҙ, әммә Дахау әсирҙәре һайлана алмай: улар йә көс еткеһеҙ физик эш менән шөғөлләнергә, йә крематорийға оҙатылы рға тейеш була. Тағы бер вариант: медицина эксперименты ҡорб аны булыу: был процедураға 1100 кеше дусар ителә. Уларҙы саҡ
       ҡына яҡшыраҡ ашаталар, әммә был ҡотҡармай, мәсхәрәләнеүҙәр
       барыһына ла етә. "Бер ҡараш, бер һүҙ өсөн - күкрәккә пуля, ҡасҡан өсөн - арҡаға аталар" әсирҙәр сығарған был йырҙың бер һүҙе лә артты рыу түгел. Бикташев ике тапҡыр ҡасырға маташып ҡарай. Тик ик еһендә лә уны тоталар һәм язалап, үҙе әйтмешләй, алты тапҡыр
       үлтерәләр, тик йәшәү теләге үлемдән көслөрәк булып сыға. Кү п кенә башҡа әсирҙәр кеүек ул да 1945 йылдың 29 апреленә тик леп тере ҡалыуға өлгәшә - тап ошо көндө Дахау концентрацион лагере етенсе американдар армияһы тарафынан юҡҡа сығарыла.
       Фильмды төшөрөүселәр был фильмды Башҡортостандың 20 кинот еатрында бер юлы күрһәтеү ойошторорға планлаштыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал