6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Урындағы халыҡ милицияға ярҙам итә
11.05.05


       "Беҙ хәҙер яңыса йәшәйәсәкбеҙ..." - һуңғы тиҫтә йылд ар эсендә генә лә ошо һүҙҙәр нисә тапҡыр ҡабатланыуын бер ке м дә теүәл генә әйтеп бирә алмайҙыр, моғайын. Яңы йыл төнөндә генә түгел, республикаға яңы прокурор тәғәйенләнеүе, яңы Рим Папаһы билдәләнеүенән һ.
       б. ниндәйҙер мөғжизә, яңылыҡ көтәбеҙ. Ә ул яңылыҡтың быға тиклем дә ҡасандыр булға нлығын, әммә онотолоуын иҫәпкә алмайбыҙ. Республиканың Архан гель районында булған ваҡытта мин был хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр инандым.
       Районға барып етер өсөн республика баш ҡалаһынан ике сәғә тлек кенә юл үтергә кәрәклегенә ҡарамаҫтан, урында йәшәүселәр үҙҙәрен төп көл халыҡ кеүек хис итә. Быға сәбәптәр етерлек, уларҙың береһе - иҡтис ади йәһәттән түбәнгә тәгәрәү. Ауылдар аша үткәндә мин ике төрлө тойғо кис ерҙем: бер яҡтан иҫ киткес матур тәбиғәт, хужалары семәрләп яһаған мату р йорттар ҡарашты иркәләһә, икенсе яҡтан - ҡый үләненә күмелеп ултырға н ташландыҡ йорттар, фермалар. Тик һәр урында ла кеше йәшәй һәм йәшәгән урынын йәмләй.
       Үҙ төркөмөндә Архангель районының эске эштәр бүлеге өсөнс ө йыл инде беренсе урында килә. Бөтөнләй эшләмәгәндәр генә хаталанмай, әлбиттә. Әммә бында хаталар тураһында түгел, ә милиция хеҙмәткәрҙәре тамырынан бөтөрөргә тырышыусы етешһеҙлектәр тураһында һүҙ йөрөтөргә кә рәктер, моғайын. Үткән йыл, мәҫәлән, үҫмерҙәр енйәтселеге ҡырҡа - йө ҙ процентҡа тиклем күтәрелгән. Бында балиғ булмағандарға ҡарата закондың
       гуманлашыуы ла үҙ ролен уйнамайынса ҡалмағандыр, моғайын. У ның ҡарауы, тәүге кварталда бер генә енәйәт теркәлгән - фати р талау, был үткән йыл менән сағыштырғанда биш тапҡыр кәмерәк. Ике милиция хеҙмәткәренән торған балиғ булмағандар эше буйынса төркөмдөң йәмәғәтселек һәм уры ндағы хакимиәт менән килешеп эшләүе - уңыштың төп сере тинеләр миң ә. Мәҫәлән, эске эштәр бүлегенең ирекле халыҡ дружиналарын (ДНД) тергеҙеү тураһындағы тәҡдимен район хакимиәте хуплауҙан тыш, уны торм ошҡа ашырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған. Райондың эске эштәр бүлеге нача льнигы, милиция подполковнигы Айҙар Халиҡов та иң беренсе дружиналар
       тураһында һүҙ башланы. Ниңә "Аңлайһығыҙмы, - ти ул, - само гон ҡыуыу, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыу һәм эскелек - ауылдың иң ау ыртҡан урыны. Быға бәйле башҡа хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәр барлыҡҡ а килә - урлап һатыу һәм башҡалар... Һөҙөмтәләр тураһында һүҙ алып ба рыу иртәрәктер: ирекле халыҡ дружиналары хаҡында положение район
       советы сессияһында быйылғы йылдың февраль айында ғына ҡабул ителгән . Әммә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр ысынлап та һиҙелә". Тәртип һаҡлау өсөн
       дружина составына барлыҡ ойошмалар ҙа график буйынса үҙ хеҙмәткәрҙәр ен бүлеп бирә. Был эш көн дә алып барыла. Мәҫәлән, март айында тыуған
       ауыл урамдарында 52 кеше тәртип һаҡлаған. Уларҙың әүҙем ҡат нашлығында өй шарттарында етештерелгән спиртлы эсемлектәр һатыуҙың 11 оср ағы асыҡлана, йәмәғәтселек урынында иҫереп йөрөүсе 65 граждан би лдәләнеп үҙ язаһын ала һәм ете хулиганлыҡ осрағы ваҡытында т уҡтатыла. Дружина ағзалары иҫәбендә ике енәйәт эшен асыу ҙа теркәлгән. Участка
       инспекторҙары айырыуса ҡәнәғәт. "Хәҙер ата - әсәләр үҙҙәрен ең балаһын күрә башланы, элекке кеүек түгел. Дискотекаға йә эскелек ойошторолған ихат аларға инеп күргәс, улар үҙ балаларының да бындай юлға баҫмауы тураһында
       хәстәрлек күрә башланы", - тип һөйләй Сергей Земляков. Самогон ҡыуыуға
       ҡаршы бында ысын көрәш иғлан ителгән тип әйтергә була. Айҙа р Наил улы әйтеүенсә, урындағы гәзиттә даими рәүештә самогон ҡыуыусыларҙың исем - шәрифтәре баҫыла. Мин килгән көндө, мәҫәлән, 70 йәшлек әбей гә ҡарата асылған енәйәт эшен тикшереү бара ине. Пенсионерка
       контроль һатып алыу ваҡытында 25 - әр һумға ике шешә самого н "оҙатҡан", ул БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәгенә ебәрелгән. Һөҙөмтәлә асыҡланыуынса , үтә күренмәле был шыйыҡса хәүефһеҙлек буйынса ГОСТ талаптарына я уап бирмәй. Ябай ғына итеп әйткәндә - уны эсергә ярамай. Бындай тикшереү тәүгә үткәрелә һәм, моғайын, практикаға инер.
       Райондың эске эштәр бүлегендә дүрт кешенән торған наряд к өн дә иртәнге туғыҙҙан эш башлай һәм тәүлек буйы тәртип һағы нда тора. Мин барғанда бында майор Руслан Яфаев, өлкән сержант Александр Пряхин, өл кән сержант Алексей Булатов һәм милиция старшинаһы Рәлиф Кин йәбулатов һаҡта ине. Дүшәмбе көнө булғанғамы, әллә көн дә шулай тынысмы, миңә иҫ китерлек криминаль ваҡиға шаһиты булырға яҙманы: көндөҙ йорттан куртк а урлау тураһында хәбәр иттеләр, артабан алимент түләмәүсегә ялыу ки лде, кискә т абан район дауаханаһынан яурыны сыҡҡан ирҙе килтереүҙәре хаҡ ында хәбәр иттеләр. Төн уртаһында егеттәргә бер - ике ғаилә ғауғаһын баҫырға тура килде. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғәҙәттә н тыш хәл булып та күрмәй ҡалмайым тип йоҡламаҫҡа тырышыуым бушҡа булды. Республикала наркомания ти п аталған ҡурҡыныс бәлә килеп етмәгән урындар булыуы, төндәрҙең тыныс үтеүе ҡыуаныслы, әлбиттә. Халыҡ ҡараңғы төшкәс тә йорттарынан сығы рға ҡурҡмай, сөнки ауылда милиция ғына түгел, үҙ ауылдаштары
       ла тәртип һаҡлай.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал