6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өфө клубында "Дубинушка" яңғырағанмы
11.05.05


       "Ф. И. Шаляпиндың тормошо һәм ижады тураһында йылъяҙм аларҙа" был йырсының тормошо һәр нескәлектәрендә һүрәтләнгән дер, тип уйларға мөмкин. Ә бына Өфөнөң крайҙы өйрәнеүҫеләре был "яҙмаларға" Мәскәүҙә билдәле булмаған яңы мәғлүмәттәр индерә. Бынан тыш, легенда тип уйла рға мөмкин булған факттар ҙа бар.
       1891 йылдың 6 майында Өфөлә, Дворяндар йыйылышында, Ф. И.
       Шаляпиндың операла сығыш яһауы билдәле. Был уның беҙҙең ҡал абыҙҙа һуңғы сығышы булғанмы
       Өфө тимер юл оҫтаханаларының ҡаҙанлыҡтар цехы эшсеһе, рев олюционер А. Н. Соколов - Новоселов үҙенең "Вооруженное подполье" кита бында
       эшселәр клубында Федор Иванович Шаляпиндың 1904 йылда сығыш
       яһауы тураһында яҙа.
       ... Был 1904 йылдың көҙөндә була. Үҙенең китабында А. Н. Соколов - Новоселов түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған: " Билдәле опера йыр сыһы һәм артист Федор Иванович Шаляпин Өфөгә үҙенең танышы, тимер юл оҫтаханаһы токаре Григорьевҡа килә. Беҙҙең клуб эшмәкәрҙәре был турала белеп ҡала һәм Федор Ивановичты иптәштәр кисәһенән Чеховтың "Чайка" спе ктакле тамамланыуға яҡынлашҡан клубҡа алып килә.
       Халыҡ Шаляпинды түҙемһеҙләнеп көтә. Ул килеп ингәс, алҡыш лап ҡаршы алалар. Йылмая биреп, ул рампаға яҡынлаша:"Нимә йырларға икә н һеҙгә, дуҫтар Сәхнәнән хурлап төшөрмәһәгеҙ ярай ҙа.
       Кемдер шаярып һыҙғырып ҡуя.
       - Ана бит, - тип көлә Шаляпин, - һыҙғыра ла башланылар. Н индәй йыр йырлайым һуң
       - "Дубинушканы!", - тип ҡысҡыралар залдан.
       Шаляпин хәйләкәр генә итеп йылмайып ҡуя, бармағы менән ян ай, турая һәм аҡрын ғына йыр башлай.
       "Йылъяҙмаларҙа" был хәл сағылыш тапмаған. Әммә уға оҡшашт ары бар. Өҫтәүенә шул уҡ йылдарҙа Шаляпин Ярославль, Кисловодск, Донд ағы Ростов, Харьков ҡалаларында ла була 1905 йылдың апрель айында Шаляпин, мәҫәлән, Харьков эшселәре алдында сығыш яһағ ан.
       1904 йылда Шаляпиндың беҙҙең ҡалаға килеүе тураһында край ҙы өйрәнеүселәр уның ҡыҙы Ирина Федоровнан да һораша. Тик ул  А. Н. Соколов - Новоселовтың иҫтәлектәренә бер нимә лә өҫтә й алмай. Әммә кире лә ҡаҡмай. Һәм Өфөләге ваҡиғаға оҡшаш оср аҡ хаҡында бәйән итә:"1918 йылдың авгусында Шаляпин Орехово - Зуево эшселәре алдында сығыш яһай, концерт
       аҡсаһы эшселәр һәм уларҙың балалары өсөн бушлай ашхана ойоштороу өс өн тотонолорға тейеш була... Концерт аҙағына яҡынлашҡас, халыҡ араһынан берәү "Дубинушканы!" тип ҡысҡыра. Уға меңләгән тауыш ҡушыла: "Дубинушканы!" Федор Иванович рампаға яҡынлаша. Барыһы ла ты нып ҡала.
       - Мин "Дубинушканы" йырлайым, - ти ул. - Тик һеҙ миңә ҡуш ылығыҙ. Был хор йыры. Һәм бер ниндәй аккомпонементһыҙ йырлай
       башлай.
       Федор Ивановичтың йөҙө ағарып китә. Был уның тулҡынланыуы н белдерә. Тамашасылар тын да алмай, алдарында торған бейек фигураға ҡа рап ҡата. Һәм ҡапыл йөҙләп тауыш йырсыға ҡушыла.
       "Дубинушка" Ф. И. Шаляпиндың тыуған ерендә йырлаған һуңғы
       йыры була. 1922 йылдың 29 июнендә ул Петроградта эшселәр өс өн концерт бирә. Үҙенең яратҡан репертуарын башҡара һәм конц ертын һәр саҡтағыса "Дубинушка" менән тамамлай. Уға зал ҡушы ла. Ә кисен артистың яҡындары һәм дуҫтары уны гастролгә оҙат а. Йырсыға был гастролдән әйләнеп ҡайтыу насип булмай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал